Рыльский Максим Фадеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Рыльский Максим Фадеевич
укр. Максим Тадейович Рильський
Рәсем
Заты ир-ат[1][2]
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 7 (19) март 1895[2]
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Киев[3]
Вафат булыу көнө 24 июль 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[3][2] (69 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Украина Совет Социалистик Республикаһы, Киев[3]
Ерләнгән урыны Байково зыяраты[d]
Атаһы Фадей Розеславович Рыльский[d]
Нәҫеле Q63531897?
Һөнәр төрө тәржемәсе, яҙыусы, шағир, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы, Украинаның Милли фәндәр академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһы[d] һәм СССР Фәндәр академияһы[d]
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Сталинская премия Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы Ленин премияһы медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
Уҡыу йорто историко-филологический факультет Киевского университета[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы[d]
Ҡултамға
Ҡатнашыусы XXII съезд КПСС[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Commons-logo.svg Рыльский Максим Фадеевич Викимилектә

Макси́м Фаде́евич Ры́льский (укр. Максим Тадейович Рильський; 19 март 1895 йыл24 июль 1964 йыл), — украин совет шағиры, ғалим. СССР Фәндәр Академияһы академигы (1958). Украин ССР‑ы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе (1943—46), тәржемәсе, лингвист, йәмәғәт эшмәкәре, публицист.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Максим Рыльский Киевта 1895 йылдың 19 мартында тыуған. Ул атаҡлы зат вариҫы. Атаһы — Фадей Розеславович Рыльский бай поляк дворяны Розеслав Рыльскийҙың и кенәз ҡыҙы Трубецкаяның улы[4].

1902 йылда Максимдың атаһы вафат була, ғаилә Киевтан Романовкаға күсенә. Максим башта өйҙә генә уҡый, 1908 — в частной гимназии в Киевтағы хосуси гимназияла бедем ала.

1915—1918 йылдарҙа Киевт университетының медицина факультетында, артабан Халыҡ университетының тарих-филология факультетында уҡый.Әммә революция арҡаһында береһен дә тамамлай алмай.

19191929 йылдарҙа төрлө урындарҙа уҡытыусы булып эшләй.

1995 йыл

Рыльский бик иртә яҙа башлай, тәүге шиғыры 1907 йылда баҫыла, тәүге йыйынтығы 1910 йылда сыға.

1920-се йылдарҙа «Украина неоклассиктары» берекмәһенә инә. Башҡа неоклассиктар кеүек үк, Рыльский башта сәйәси хәлдәргә битараф була, әҙәбиәттәге сәйәси күренештәрҙе тәнҡитләй. Шуға күрә 1931 йылда ҡулға алына. Бынан һуң ул совет власын ҡабул итеүен белдереп күп яҙа, шул арҡала репрессияларҙан ҡотолоп ҡала. Күп ҡәләмдәштәре лагерҙарҙа һәләк була.

Рыльскийҙың ижады ике үҙаллы йүнәлешкә бүленә — рәсми тематика һәм лирика. Һуңғылары әле лә украин әҙәбиәтендә классика тип һанала.

1943 йылда УССР Фәндәр Академияһы академигы, 1958 йылда СССР Фәндәр Академияһы академигы (1958) итеп һайлана. 19441964 йылдарҙа Украина Фәндәр Академияһының Сәнғәт ғилеме, фольклор һәм этнография институты директоры була .

1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы.1946 йылдан СССР Юғары Советы депутаты.

«Розалар һәм виноград» («Розы и виноград»; 1957), «Алыҫтағы күк йөҙө» («Далёкие небосклоны»; 1959), «Ҡышҡы яҙмалар» («Зимние записи»; 1964) һәм башҡа бик күп шиғыр йыйынтыҡтары, әҙәбиәт ғилеме, фольклористика, сәнғәт ғилеме өлкәһендәге хеҙмәттәр ижад итә . 1964 йылдың 24 июлендә Киевта вафат булған һәм шунда ерләнгән[5].

Башҡортостанда эвакуацияла[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эвакуацияла Өфөлә йәшәй һәм эшләй (1941—43). «Ҡайғы һәм бәхет тураһында һүҙ» («Слово о скорби и счастье»; 1962) поэмаһы һәм байтаҡ шиғырҙарын Башҡортостанға, Өфөгә, халыҡтар дуҫлығына арнаған. М. Рыльскийҙың шиғырҙарын Хәким Ғиләжев, Сәйфи Ҡудаш, Маҡсуд Сөндөклө, Ғәйнан Әмири һәм башҡалар башҡорт теленә тәржемә иткән.

Наградалары һәм премиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫтәлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Максим Рыльский теплоходы
  • 1965 йылда Киевтағы бер урамға Максим Рыльский исеме бирелгән.
  • Голосей паркына 1964 йылда Максим Рыльский исеме бирелгән.
  • 2003 йылда паркҡа ингән урында шағирға һәйкәл ҡуйылған[6].
  • Рыльский йәшәгән йортта 1968 йылдан әҙәби-мемориаль музей эшләп килә. Йорт алдында шағирҙың бронза бюсы ҡуйылған.
  • В Уфе 2 октября 1985 именем Максима Рыльского названа одна из улиц в жилом массиве Сипайлово. В 2016 году на форуме Урбан Байрам рассматривался вопрос о надании улице статуса арт-объекта и проведения там поэтических встреч .
  • 1998—2009 йылдарҙа теплоход Рыльский исемен йөрөтә.
  • Украина Фәндәр Академияһының Сәнғәт ғилеме, фольклор һәм этнография институты уның исемен йөрөтә.
  • Киевтағы ҡасандыр Тимер юл мәктәбе тип аталған, М. Рыльский эшләп киткән хәҙерге 7-се мәктәп уның исемен йөрөтә. Мәктәптә шағирҙың музейы бар.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Максим Рыльский. Лирика. Өфө, 1962.
  • Рыльский М. Сочинения в 4-х томах М., 1962—1963.
  • Рыльский М. Избранные произведения в 2-х томах. М., 1957.
  • Рыльский М. Избранное. М. 1940.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]