Эстәлеккә күсергә

Баһауетдинов Рәйес Ғөбәйҙулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рәйес Баһауетдинов битенән йүнәлтелде)
Баһауетдинов Рәйес Ғөбәйҙулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 ғинуар 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Үрге Уҫылы, Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 12 июнь 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (92 йәш)
Вафат булған урыны Үрге Уҫылы, Башҡортостан Республикаhы, Стәрлетамаҡ районы, Рәсәй
Биләгән вазифаһы председатель колхоза[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы XXIII съезд КПСС[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Октябрь Революцияһы ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены Ленин ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Баһауетдинов Рәйес Ғөбәйҙулла улы (15 ғинуар 1926 йыл — 12 июнь 2018 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962—1986 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районының Салауат исемендәге колхоз рәйесе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған зоотехнигы (1980), райондың почётлы гражданы (1999).

Рәйес Ғөбәйҙулла улы Баһауетдинов 1926 йылдың 15 ғинуарында Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы) Үрге Уҫылы ауылында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген ябай колхозсы булып башлай, аҙаҡтан урындағы Уҫылы МТС-ында агроном булып эшләй. 1956 йылдың декабрендә МТС-тың партия ойошмаһы секретары, 1958 йылдың июненән — «Ҡыҙыл байраҡ» колхозы рәйесе итеп һайлана.

1959 йылдың сентябренән 1960 йылдың июненә тиклем Юғары партия мәктәбендә уҡый, шунан колхоз рәйесенең мәҙәни-масса эше буйынса урынбаҫары һәм бер үк ваҡытта партия ойошмаһы секретары була. 1962 йылдың ғинуарында Рәйес Ғөбәйҙулла улы Салауат исемендәге колхоздың рәйесе итеп һайлана һәм был вазифаны 1986 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы өҙлөкһөҙ башҡара[1].

Рәйес Баһауетдинов 2018 йылдың 12 июнендә 93-сө йәшендә тыуған ауылында вафат булды[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]