Эстәлеккә күсергә

Ғәбитов Рәйеф Лотфулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рәйеф Ғәбитов битенән йүнәлтелде)
Ғәбитов Рәйеф Лотфулла улы
Файл:GabitovR.jpg
Төп мәғлүмәт
Тыуған

25 ноябрь 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Орск өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы) Юлыҡ ауылы

Үлгән

1943({{padleft:1943|4|0}})

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Һөнәрҙәре

композитор

Хеҙмәттәшлек

Белорет ҡалаһы мәҙәниәт йорто

Ғәбитов Рәйеф Лотфулла улы (25 ноябрь 1913 йыл1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт композиторы. Башҡортостандың тәүге профессиональ композиторҙарының береһе. 1941 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы.

Рәйеф Лотфулла улы Ғәбитов 1913 йылдың 25 ноябрендә Өфө губернаһы Орск өйәҙе[1] Юлыҡ ауылында тыуған.

Бала саҡтан гармунда, мандолинала уйнай, һәйбәт йырлай. Атаһы Лотфулла Арыҫлан улы ла гармунда уйнаған, ә әсәһе Хәнифә Яҡуп ҡыҙы халыҡ йырҙарын оҫта йырлаған. Ғаиләлә ун бала була[2].

Ырымбур ҡалаһында педагогия техникумына уҡырға ингәс, шунда уҡ художестволы үҙешмәкәрлеккә етәкселек итә.

1932 йылда Ырымбур педагогия техникумын тамамлай һәм Белорет ҡалаһына металлургия заводының уҡыу комбинатына уҡытыусы булып китә.

Белоретта Рәйеф Ғәбитов урындағы художестволы үҙешмәкәрлеккә етәкселек итә, унан һуң завод мәҙәниәт һарайында башҡорт һәм татар секцияһының художество етәксеһе була. Мәҙәниәт һарайында ул хор коллективы ойоштора, һәүәҫкәр ҡурайсыларҙы һәм гармунсыларҙы йәлеп итә, концерттар ойоштора, башҡорт халыҡ йырҙарын оркестр башҡарыуы өсөн эшкәртә.

Республика художестволы үҙешмәкәрлек смотрында хор коллективы менән уңышлы сығыш яһағанда уға йырсы һәм музыка эшмәкәре Ғәзиз Әлмөхәмәтов иғтибар итә, Рәйеф Лотфулла улын уҡыуын Мәскәүҙә дауам итеүгә һайлап алыу имтихандары үтер өсөн Өфөгә саҡыра. Ғәбитов имтихандарҙы уңышлы үтә һәм 1934 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының милли студияһына уҡырға ебәрелә. Һуғыш ваҡытында Башҡорт студияһын ваҡытлыса Өфө ҡалаһына күсерәләр, бында студенттар бер юлы уҡый ҙа, эшләй ҙә.

1942 йылда Рәйеф Лотфулла улы Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡорт студияһын тамамлай (педагог В. А. Белый). Рәйеф Ғәбитовтың диплом эше «Урал тураһында поэма» була. Был әҫәр беренсе тапҡыр 1942 йылдың яҙында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә театрҙың хор коллективы һәм Өфөгә эвакуацияланған Т. Г. Шевченко исемендәге Киев операһы көсө менән башҡарыла.

Күҙе насар күрһә лә, Рәйеф Лотфулла улы фашистарға ҡары һуғышыр өсөн фронтҡа барырға бик теләй. 1942 йылда артиллерист командирҙар курсын тамамлап, ул фронтҡа эләгә һәм алыштарҙың береһендә 1943 йылда һәләк була.

Ғәбитов Рәйеф Лотфулла улы Башҡортостандың тәүге профессиональ композиторҙарының береһе була.

Йырҙары: Салауат Юлаев шиғырына «Уралҡайым» (1938), «Салауаттың поход йыры», бас һәм фортепиано өсөн «Тыуған Урал», «Сталин тураһында йыр».

«Салауат», тауыш һәм фортепиано өсөн «Тейен тубырсыҡ яра» тигән халыҡ йырҙарына эшкәртмәләр.

«Уралды маҡтау» поэмаһы (1940), a cappella хоры өсөн.

Башҡорт халыҡ йырҙары «Ашҡаҙар», «Ғабдрахман Булатов», «Ғүмәров», «Таштуғай» һәм башҡа йырҙар яҙмалары.

  • Атанова Л. П. Раиф Габитов: очерк жизни и творчества / Л. П. Атанова; муз. ред. Г. Семенов. — Уфа: Баш. кн. изд-во, 1987. — 48 с.: нот.