Рәшитова Таңһылыу Фәрәй ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Рәшитова Таңһылыу Фәрәй ҡыҙы
Исеме:

Сәғиҙә Фәрәй ҡыҙы Рәшитова

Тыуған ваҡыты:

1 ғинуар 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы) Көҙән ауылы

Вафат ваҡыты:

21 февраль 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (83 йәш)

Вафат урыны:

Өфө

Һөнәре:

театр актёры

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Әүҙем йылдары:

1924—1970

Театр:

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры

Наградалары:
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1944
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы

Таңһылыу Рәшитова (Сәғиҙә Фәрәй ҡыҙы Рәшитова) (1905 йылдың 1 ғинуары — 1988 йылдың 21 феврале) — башҡорт театр актёры, 1924—1970 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы, милли театрыбыҙ йондоҙҙарының береһе, йәмәғәт эшмәкәре. Иң тәүге башҡорт артистарының береһе[1]. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1944). Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1940). 1939—1945 йылдарҙа Өфө ҡала Советы депутаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Көҙән ауылынан.


Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәшитова Сәғиҙә Фәрәй ҡыҙы 1905 йылдың 1 ғинуарында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы Көҙән ауылында (хәҙерге Ишембай районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1922-1924 йылдарҙа Ырымбурҙағы Башҡорт халыҡ мәғарифы институтында уҡый, үҙешмәкәр театрҙа уйнай.

1932 йылда Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлай (педагогтары В. Ғ. Муртазин-Иманский, М. А. Мәһәҙиев, Х. Ғ. Бохарский).

1924—1970 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй.

1988 йылдың 21 февралендә Өфөлә вафат була.

Псевдонимы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1922 йылда Башҡорт халыҡ мәғарифы институтының һәүәҫкәр коллективы Мөхәмәтша Абдрахман улы Буранғоловтың 1917 йылда халыҡ йырҙары һәм легендаларына таянып ижад ителгән «Ашҡаҙар» пьесаһын ҡуя. Пьесаның сюжеты: йәш һунарсы Йомағол һәм Таңһылыу исемле ҡыҙ бер-береһен ярата. Ҡыҙҙың атаһына йыш ҡына башҡа яҡтан яусылар килә һәм, бик күп уйланғандан һуң, ата-әсәһе ҡыҙҙы Йомағолға кейәүгә бирергә ризалыҡ бирә. Туй була, йәштәр бәхетле тормош ҡора. Ләкин һунарға барған сағында Йомағол һәләк булып ҡала. Уның ата-әсәһе ҡурайсылар һәм йырсылар саҡыра, һәм улар һунарсының вафатына бағышланған «Ашҡаҙар» йырын ижад итә.

Спектакль етди уңышҡа өлгәшә, тамашасы Таңһылыу ролен башҡарған Сәғиҙә Рәшитованың уйнағанын бигерәк тә юғары баһалай. 1924 йылда ул Өфө башҡорт театрына саҡырыла һәм, үҙенә Таңһылыу Рәшитова тигән сәхнә исемен алып, танылған актриса булып китә.

Шулай уҡ, Таңһылыу Рәшитова — «Вәлидиҙең йыраҡ туғаны — үҙен һаҡлап ҡалыу маҡсатында ул шундай исем алғандыр» тигән мәғлүмәт бар[2].

Театрҙағы ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Таңһылыу («Ашҡаҙар», М.Буранғолов) , Шәүрә («Шәүрәкәй» , М.Буранғолов), Сәрүәр («Башмағым», Х.Ибраһимов), Ғәлиәбаныу(М.Фәйзи), Ынйыкай («Ынйыҡай менән Юлдыҡай» Х.Ғәбитов), Дездемона («Отелло», У.Шекспир), Амалия («Юлбаҫарҙар» — «Разбойники», Ф.Шиллер), Марья Антоновна («Тикшереүсе» — «Ревизор»), Агафья Тихоновна («Өйләнеү» — «Женитьба»; икеһе лә — Н. В. Гоголь пьесаһы), Анна Таланова («Ябырылыу» — «Нашествие», Л. М. Леонов), Шәмсинур («Ул ҡайтты» , Ә. Атнабаев).

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1939—1945 йылдарҙа Өфө ҡала советы депутаты итеп һайланған.

Наградалары һәм исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1940 — БАССР-ҙың халыҡ артисы
  • 1935 — БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы
  • 1944 — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тыуған ауылы Ишембай районы Көҙән ауылында Таңһылыу Рәшитова урамы бар.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зөбәиров Ә.Ф. Башҡорт дәүләт күсмә театры ауылдарҙа. Өфө, 1928; Мәһәҙиев М. Театр тураһында: мәҡәләләр йыйынтығы. Өфө, 1962.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]