Рәғиҙә
Рәғиҙә |
Рәғиҙә — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәғиҙә исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп теле аша ингән, бай, етешле; сабыр, тыныс мәғәнәһен аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Янбулатова Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы (28 декабрь 1915 йыл — 13 октябрь 1997 йыл) — башҡорт совет театр актёры, шағир, драматург һәм тәржемәсе. 1938 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы, 1957 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1955), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1954) артисы.
Зарипова Рәғиҙә Лоҡман ҡыҙы (1 июнь 1962 йыл) — Өфө ҡалаһы 140-сы Башҡорт гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы, директор урынбаҫары, башланғыс класс уҡытыусыларының мәктәп методик берекмәһе етәксеһе. «Баш ҡала байлығы» Йәмәғәт премияһының X конкурсында «Өфө — әүҙем гражданлыҡ позициялы кешеләр ҡалаһы» номинацияһы лауреаты.
Асаинова Рәғиҙә Риф ҡыҙы (5 октябрь 1975 йыл) — башланғыс кластар уҡытыусыһы, Темәс урта мәктәбенең башланғыс кластар буйынса директор урынбаҫары.
Мәҙәниәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәғиҙә — Д. Гурьяновтың «Запах легкого загара» драматик фаразлауы геройы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |