Рәүфә
Рәүфә |
Рәүфә — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәүфә исеме башҡорт теленә ислам дини йоғонтоһонда, ғәрәп теленән неологизм булараҡ ингән, шәфҡәтле, мәрхәмәтле мәғәнәһенә эйә[1].
Шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәйетғәлина Рәүфә Әхтәм ҡыҙы (1 октябрь 1941 йыл) — Малаяҙ ауылындағы 1-се урта мәктәбендә башланғыс кластар буйынса директор урынбаҫары, уҡытыусы, 113-сө Малаяҙ урта һөнәри белем биреү училищеһы методисы. Педагогик стажы — 50 йылға яҡын. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996).
Илһамова Рәүфә Мөхөтдин ҡыҙы (1955 йыл) — мәғариф алдынғыһы. 1978 йылдан Өфө ҡалаһының хәҙерге Фатима Мостафина исемендәге 20-се гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2010).
Рәхимова Рәүфә Гәрәй ҡыҙы (3 август 1968 йыл) — иҡтисадсы, журналист, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостанда аҙна һайын бушлай баҫтырылған «ВONUS» гәзите һәм «ProUfu.ru» порталы мөхәрририәте директоры. «Изгелек» хәйриә фонды Бағыусылар кәңәшмәһе рәйесе, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлаусылар ассоциацияһы «Беренсе» төбәк йәмғиәт ойошмаһы рәйесе.
Кариева (Рәхмәтуллина) Рәүфә — яҙыусы-прозаик. Тажик милли университетын тамамлаған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |