Йыһаншин Сабир Шәйәхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сабир Йыһаншин битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Сабир Шәйәхмәт улы
Йыһаншин
Эшмәкәрлек төрө:

Педагог

Тыуған көнө:

28 август 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (93 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡортостан Учалы районы Мансур ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Рәсәй

Йыһаншин Сабир Шәйәхмәт улы (28 август 1924) — билдәле партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, 1971—1985 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы мәғариф министры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Педагогия фәндәре кандидаты, доцент.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сабир Шәйәхмәт улы Йыһаншин 1924 йылдың 28 авгусында Башҡортостандың Учалы районы Мансур ауылында алтын йыуыусы ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде үҙ ауылы мәктәбендә ала, шунан һуң Ильинка ете йыллыҡ, Учалы урта мәктәптәрендә уҡый.

1942 йылда урта мәктәпте тамамлауға, 18 йәше лә тулмаған егет Бөйөк Ватан һуғышына алына һәм Воронеж, Дала, 3-сө Украина фронттарында фашист илбаҫарҙарына ҡаршы алыштарҙа батырҙарса һуғыша, һалдат иңенә төшкән иң ауыр һынауҙарҙы ул Курск дуғаһында, Днепрҙы аша сыҡҡанда кисерә.

Фашистар менән ҡаты алыштарҙың береһендә Сабир Йыһаншин ауыр яралана. Шул сәбәпле артиллерист хәрби хеҙмәттән алына һәм 1944 йыл баштарында тыуған ауылына ҡайтып төшә. һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн ул II дәрәжә Ватан һуғышы, III дәрәжә Дан ордендары, тиҫтәләгән миҙалдар менән бүләкләнә.

һуғыштан һуңғы йылдарҙа мәктәптәр уҡытыусы кадрҙарына ҙур мохтажлыҡ кисерә. Урта белемле Сабир Йыһаншин мәктәпкә эшкә саҡырыла. Уның уҡытыусы булыу теләге фронтта уҡ уяна. һуғышҡа тиклем уҡытыусы булып эшләгән рота, взвод командирҙары егеткә көслө тәьҫир иткән була. Тәүҙә фронтовик Ильинка, Таңғатар мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй, Учалы урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы һәм директор вазифаларын башҡара. Шул ваҡытта юғары педагогик белем алыу ихтыяжы килеп тыуа һәм Сабир Шәйәхмәт улы Магнитогорск педагогия институтының тарих факультетын ситтән тороп тамамлай. Был йылдарҙа ул ал-ял белмәй эшләй, күп уҡый. Яугир педагог етәкселегендә Учалы урта мәктәбе районда алдынғы мәктәп булып таныла, коллектив уҡытыу-тәрбиә эшенең байтаҡ күрһәткестәре буйынса ҙур уңыштар яулай.

Эшкә һәләтле, кешеләр менән йәһәт аралаша һәм уртаҡ тел таба белгән тырыш хеҙмәткәрҙе тиҙ күрәләр. 1954 йылда С. Ш. Йыһаншин Учалы район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары итеп һайлана, артабан 1958 йылда партия рәйесе комитетының идеология буйынса сәркәтибе вазифаһын башҡара. 1958 −1960 йылдарҙа ул Учалы төҙөлөш тресы партия ойошмаһы сәркәтибе булып эшләй. 1960 йылда Сабир Йыһаншин йәнә педагогик хеҙмәткә ҡайта һәм Учалы ҡалаһының 1-се урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә.

Ҡайҙа һәм кем генә булып эшләмәһен, Сабир Шәйәхмәт улы Йыһаншин һәр саҡ барлыҡ көсөн, белемен, ваҡытын коллективтың эшкә һәләтлеген күтәреүгә туплай, әүҙем ярҙамсылар һәм үҙ хеҙмәтен яратып башҡарыусылар тәрбиәләй. Уның үҙенең дә кешеләрҙе күрә белеү, эште ижади ойоштороу сифаттары, тәжрибәһе арта, яңы күнекмәләрҙе үҙләштерә.

Шуларҙы иҫәпкә алып, Сабир Шәйәхмәт улы Йыһаншинды 1963 йылда Башҡортостан уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институты директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Бына шунда инде уҡытыусылар, мәктәп директорҙары, район һәм ҡала етәкселәре менән эшләй белеү һәләте, педагогик оҫталыҡ һәм күнекмәләр уға институт коллективының эшенә йүнәлеш бирергә, республика мәктәптәренә эшлекле ярҙам күрһәтергә, бының өсөн алдынғы уҡытыусылар һәм мәктәптәрҙең тәжрибәһен өйрәнеп, дөйөмләштереп таратыуға оҫта етәкселек итергә мөмкинлек бирә. Шул ваҡытта институттың туранан-тура ҡатнашлығында айырым предметтар, тәрбиә эшенең йүнәлештәре буйынса республика конференциялары, се¬минарҙары, кәңәшмәләре йыш үткәрелә, мәктәптәргә ҙур ярҙам күрһәтелә.

Сабир Йыһаншин һәр эшләгән урынында гәзит-журналдар өсөн мәҡәләләр яҙыуға гел етди ҡарай, унда коллективтың уңыштарын, алда торған бурыстарын тулы яҡтыртырға ынтыла. Ваҡыты бик тар булыуға ҡарамаҫтан, ғәҙәттә, мәҡәләне үҙе яҙа.

1967—1969 йылдарҙа С. Ш. Йыһаншин партияның Өфө ҡала комитетында яуаплы вазифа башҡара. Шунда уның бай педагогик тәжрибәһе, ҡул аҫтындағы материалдары ғилми исем алыу өсөн диссертация яҙырға теләк тыуҙыра, һәм 1969 йылда ул Мәскәүҙә Педагогия фәндәре академияһының ғилми советында «Балаларҙың хоҡуҡ боҙоуын иҫкәртеү» темаһына диссертацияһын уңышлы яҡлай.

1971 йылдың майында Сабир Шәйәхмәт улы Йыһаншин Башҡортостан халыҡ мәғарифы министры итеп үрләтелә. Уға республиканың иң ауыр һәм ҡатмарлы тармағына етәкселек итеү ышанып тапшырыла. Был вазифаны ул 1985 йылдың февраленә ҡәҙәр, йәғни ун дүрт йыл буйы, намыҫлы башҡара.

Был осорҙа Башҡортостанда, бөтә илебеҙҙәге кеүек, йәштәргә дөйөм урта белем биреү бурысы ҡуйыла һәм мәсьәләне хәл итеүгә мәғариф системаһының бөтә хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителә, резервтар эшкә ҡушыла, өҫтәмә көстәр туплана. Ул ваҡытта Рәсәйҙә әлкә һәм республикаларҙың халыҡ мәғарифы эшенә һигеҙ төп күрһәткес (балаларҙың синыфта икенсе йылға ҡалыуын бөтөрөү, ваҡытында туғыҙ йыллыҡ һәм урта белем алыу, мәктәптәрҙе уҡытыусылар менән тәьмин итеү, урта мәктәптә һигеҙ уҡытыу кабинеты булдырыу, хеҙмәт тәрбиәһе биреү өсөн тейешле база булдырыу, мәктәп биналары төҙөү, ауыл уҡытыусыларын фатир менән тәьмин итеү, оҙайлы көн төркөмө ойоштороу һәм мәктәптең бер сменала эшләүен тәьмин итеү) буйынса йомғаҡ яһала ине. Башҡортостан Рәсәй өлкә һәм республикалары араһында арттағы урындарҙың береһендә тора ине. Шунан һуң дөйөм урта белем биреү өсөн төп шарттарҙың иң мөһиме — мәктәп биналары төҙөүгә ҙур иғтибар бирелә башлай. Был эш йылдың-йылы 140—160 процентҡа үтәлә, республика беренсе урынға сыға. Башҡортостан халыҡ мәғарифы буйынса 46-сы урындан 4-се урынға күтәрелә. Мәктәп биналары төҙөү мәсьәләһен уңышлы хәл итеүҙә министр урынбаҫары В. В. Дерягин ышаныслы терәк була.

1970 йылда Башҡортостан мәктәптәрҙең уҡытыусы кадрҙары менән тәьмин ителеүе йәһәтенән дә Рәсәйҙә арттағы урындарҙың береһендә торҙо. Эшлекле саралар күреү республиканы был күрһәткес буйынса ла алдынғы урынға күтәрә. Был эштә Сабир Шәйәхмәт улы Йыһаншинға уның урынбаҫары И. И. Ғөбәйҙуллин ҙур ярҙам күрһәтә.

70 — 80-се йылдарҙа Башҡортостан мәктәптәрендә уҡыусыларҙы хеҙмәткә өйрәтеү һәм хеҙмәт тәрбиәһе биреү киң йәйелдерелә. Күп ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә уҡытыу комбинаттары асыла, уҡытыу-хеҙмәт бригадалары эшләй. Өфө ҡалаһы райондары, Октябрьский ҡалаһы, Илеш районының Үрге Йәркәй комбинаттары, Тәтешле, Яңауыл, Стәрлетамаҡ, Ғафури, Дүртөйлө райондары мәктәптәренең уҡытыу-хеҙмәт бригадалары яҡшы күрһәткестәргә ирешә. һуңға табан, 80-се йылдар аҙаҡтарында, Рәсәй әлкә һәм респуб-ликаларының халыҡ мәғарифы буйынса биләгән урынын билдәләү туҡтатыла. Сағыштырыу өсөн төбәктәр алына һәм Башҡортостан Урал төбәгендә (Свердловск, Силәбе, Пермь, Ырымбур әлкәләре, Удмурт республикаһы һ.б.) бер нисә йыл рәттән беренсе урын яулай.

Республикала уҡыусы балаларҙың енәйәт эшләү осраҡтары элеккесә кимәлдә ҡала (600-ҙән артманы), ә Рәсәйҙә был күрһәткес бермә-бер күтәрелде (13 000-дән 27 000-гә барып етте).

Башҡортостан мәктәптәре башланғыс хәрби әҙерлек буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Был йәһәттән республика Куйбышев хәрби округында ун өс тапҡыр беренсе урын биләй. Республика урта мәктәптәрен тамамлаған егеттәр хәрби хеҙмәттә тейешле белемгә һәм күнекмәләргә эйә булыуҙарын күрһәтә, күп осраҡта юғары һөҙөмтәләргә ирешә.

Был йылдарҙа Башҡортостан Рәсәй Министрҙар Советының һәм профсоюздарҙың күсмә Ҡыҙыл байрағына ике тапҡыр лайыҡ була, Саҡмағош, Илеш, Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ, Борай, Мәләүез райондарында мәғариф эше шундай байраҡтар менән билдәләнә.

Быларҙың бөтәһе лә — халыҡ мәғарифы министры С. Ш. Йыһаншиндың туранан-тура етәкселеге һәм ныҡышмалы эш һөҙөмтәләре. Ул бер төркөм ышаныслы, эште яҡшы белгән район, ҡала халыҡ мәғарифы бүлектәре мөдирҙәренә таянып эш итә.

1985 йылда педагогия фәндәре кандидаты С. Ш. Иыһаншин Башҡорт дәүләт педагогия институтында доцент вазифаһын башҡара, мәктәпкә идара итеүҙе фәнни ойоштороу кафедраһында эшләй.

Республикабыҙҙың күренекле мәғариф хеҙмәткәре, дәүләт эшмәкәре Сабир Шәйәхмәт улы Йыһаншин педагогик хеҙмәттә ирешкән уңыштары өсөн «Октябрь Революцияһы», Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почет Билдәһе» ордендары, миҙалдар менән бүләкләнә. Былар бөтәһе лә — тынғыһыҙ һәм тырыш хеҙмәт билдәләре.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • К. Я. Яйыҡбаев. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.