Эстәлеккә күсергә

Савельев Иван Яковлевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Савельев Иван Яковлевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1897
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Савельев Иван Яковлевич (1897 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.

Савельев Иван Яковлевич 1897 йылда Мәскәү өлкәһе Мәскәү ҡалаһында тыуа. 1942 йылда хәҙерге Башҡортостандың Әлшәй район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерияй полкында хат ташыусы булып хеҙмәт итә[1]. Полктың хәрби хәрәкәттәре һәм ҡыҫҡа ял ваҡыттарында подразделениеларға әҙәбиәт һәм хаттарҙы үҙ ваҡытында килтереүе өсөн полктың хат ташыусыһы гвардия ҡыҙылармеецы Савельев Иван Яковлевич 1944 йылдың 12 авгусында «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].

1945 йылдың 9 майында Савельев Иван Яковлевич «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].