Эстәлеккә күсергә

Садко

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Садко
Садко. Палех
Садко. Палех

новгород былиналары циклы геройы

Мифология

Славян мифологияһы

Урыны

Русь

Шөғөлө

Гусляр, купец (төп версия буйынса) йәки Волганан килгән батыр егет

Бәйле персонаждар

Диңгеҙ батшаһы,
диңгеҙ ҡыҙы

Атрибут

көснә (гусли)

Телгә алынған
  • «Садко»
  • «Садков корабль стал на море»
  •  Садко Викимилектә

    Садко (Бай ҡунаҡ) — новгород былиналары циклы геройы; Тик Олонец губернаһында теркәлгән туғыҙ билдәле версияның икәүһе генә тулы (сәсәндәр (рус. сказитель) — Андрей Сорокин һәм Василий Щеголёнок).

    Үҙенсәлекле текстарҙа Садко исеме төньяҡ урыҫ һөйләшендә -ко суффиксы булған бөтә һүҙҙәрҙә хас булған парадигма буйынса үҙгәрә:

    • Им. падеж — Садко́
    • Род. падеж — Садка́
    • Дат. падеж — Садку́
    • Вин. падеж — Садка́
    • Твор. падеж — Садко́м
    • Предл. падеж — о Садке́

    Совет практикаһында урыҫ телендә Садко исемен үҙгәрмәйенсә ҡулланыу өҫтөнлөк итә.

    Былинаның варианттары

    [үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

    Андрей Сорокиндан яҙып алынған вариант буйынса, Садко тәүҙә ярлы көснәсе (гусляр) булған. Ул мәжлестәрҙә уйнап аҡса тапҡан[1]. Бер ваҡыт Садко туғыҙ көн рәттән бер табынға ла саҡырылмай. Шунан ул Илмән күле янына барып уйнай башлай. Көтмәгәндә күлдән диңгеҙ батшаһы үҙе күренде, ул көснәсенең уйнауы менән «йыуаныс алыуы» һәм уны бүләкләргә теләүен әйтә. Диңгеҙ батшаһының өгөт-нәсихәтен алғас, Садко Новгородҡа юл тота һәм өс бай сауҙагәр менән Илмән күлендә бик һоҡланғыс «алтын ҡауырһынлы балыҡ» бар, тип бәхәсләшә Садко. бәхәстә еңә һәм һатыу итеп байый башлай. Бер тапҡыр мәжлестә Садко Новгородтағы бөтә тауарҙы һатып алам тип маҡтана; Ысынлап та, ике көн рәттән Садко бөтә тауарҙы һатып ала, әммә өсөнсө көндә, Мәскәүҙән тауарҙар килтерелгәс, Садко «бөтә донъянан» тауарҙарҙы һатып алмаясағын әйтә.[2]:

    Не я, видно, купец богат новгородский —
    Побогаче меня славный Новгород!

    Илья Репин «Садко» (1876).Рус музейы, Санкт-Петербург

    Бынан һуң Садко 30 карапҡа тауар тейәгән дә диңгеҙ аръяғына һатыу итергә киткән. Ҡайтып килгәндә көтмәгәндә дауыл сыға һәм караптар диңгеҙ уртаһында туҡтай. Садко диңгеҙ батшаһының яһаҡ талап итеүен аңлай һәм диңгеҙгә мискә-мискә алтын-көмөш, ынйы ырғыта, ләкин юҡҡа ғына. Диңгеҙ батшаһы тере ҡорбан талап итеүен төшөнә. Йәрәбә Садкоға төшә. Ул үҙе менән көснәһен ала һәм үҙен имән таҡтала диңгеҙгә төшөрөргә ҡуша. Шунан һуң караптар урынынан ҡуҙғала ала. Садко таҡтала йоҡлап китә. Диңгеҙ батшаһы һарайында уяна. Тегеһе Садконан көснәлә уйнауын талап итә. Диңгеҙ батшаһы бейергә тотона, һөҙөмтәлә диңгеҙҙә тулҡындар барлыҡҡа килә, караптар бата башлай, күп кеше һәләк була. Изге Микола Можайскский (Николай Чудотворец), һыуҙа йөрөүселәрҙе һаҡлаусы, Садконы диңгеҙ батшаһы менән нисек мөғәмәлә итергә өйрәтә. Садко бирелгән күрһәтмәләргә ярашлы эш итә: тәүҙә ул, көснә ҡылдарын өҙөп, уйынды туҡтата, ә Диңгеҙ батшаһы Садконан диңгеҙ ҡыҙына өйләнеүен талап иткәс, 900 дәғүәсе араһынан иң һуңғыһын — «Чернавушка исемле ҡыҙҙы» һайлай. Туйҙан һуң Садко йәш ҡатыны менән «яҡынлыҡ ҡылмай»; йоҡоһонан уянғанда ул инде ерҙә — Новгород эргәһендәге Чернава йылғаһының текә ярында була. Шул уҡ ваҡытта ул Волхов буйлап үҙенң караптарын күрә. Садко ҡотолоу хөрмәтенә Микола Можайскийға сиркәү төҙөй һәм диңгеҙгә бер ҡасан да сыҡмай.


    Шулай уҡ ҡайһы бер варианттарҙа Садко диңгеҙ батшаһының батшабикә менән, Рәсәйҙә алтын йәки булат ҡиммәтерәкме, тигән бәхәсен булат файҙаһына хәл итә; икенсе вариантта Поддон батшабикәһе ярҙам итә.

    Кирша Данилов йыйынтығында Садко ике йырҙа (№ 28 и № 47) телгә алына[3].

    Тәүгеһе ғәҙәти булмаған версия бирә: Садко бында гусляр йәки Новгород кешеһе түгел, ә Волганан килгән егет; ул Илмән күленә уның Волга апаһынан сәләм еткерә. Илмән рәхмәт йөҙөнан егеткә байытырға ярҙам итә: күпләп тотолған Балыҡтары аҡсаға әйләнә. Шунан Садко байрам ойоштора һәм новгородтар менән бәхәс башлай: ул өс көн рәттән Новгородта һатыуға ҡуйылған барлыҡ тауарҙарҙы ла һатып аласаҡмын, тип белдерә. Кирша Даниловтың версияһында Садко еңә: ул ысынлап та бөтә тауарҙарҙы, шул иҫәптән ватыҡ көршәктәрҙе лә, һатып ала.

    Кирша Данилов йыйынтығындағы Садко хаҡындағы икенсе йыр уның һыу аҫты батшалығындағы мажараларына бағышланған.

    Операла, кинематографияла һәм театрҙа Садко образы

    [үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
    • 1897 йыл. «Садко» — Римский-Корсаков Николай Андреевич операһы
    • 1952 йыл. «Садко» — режиссер Александр Птушконың фильм-әкиәте. Сценарист Римский-Корсаков операһы либреттоһынан музыка һәм уңышлы табылдыҡтарҙы үҙләштерә.
    • 1975 йыл. «Садко богатый» — Режиссёр Вадим Курчевскийҙың ҡурсаҡ йәнһүрәте, «Союзмультфильм».
    • 2007 йыл. «Садко и Царевна Морская» — А. Огарёва либреттоһына В. Качесов мюзиклы, Геннадий Чихачёв етәкселегендәге Музыка театры.
    • 2014 йыл. «Садко» — М. В. Ломоносов исемендәге Архангел драма театрының балалар спектакле. Режиссеры - Андрей Тимошенко. Сценарист - Анастасия Экарева.
    • 2017 йыл. «Садко» — Рәсәй йәнһүрәте - режиссёрҙар Максим Волков һәм Виталий Мөхәмәтйәнов.
    • 2019 йыл. «Садко» — фолк-рок-мюзикл[4], режиссёр Даниил Донченко, композитор Александр Леонов, пьеса авторы Дмитрий Иванов, Бөйөк Новгород.
    • Морской царь
    • Морская дева
    • Юрате и Каститис
    1. Брокгауз и Ефрон, 1900
    2. Рыбников, 1910, с. 247
    3. Древние российские стихотворения, собранные Киршею Даниловым. М.: Наука, 1977. — С. 142—147 (№ 28); с. 178—182 (№ 47).
    4. Уличный театр Садко | Великий Новгород. Дата обращения: 22 июнь 2021. Архивировано 24 июнь 2021 года.