Сайға

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сайға
Рәсем
Халыҡ-ара ғилми атамаһы Saiga tatarica L., 1766[1][2][3]
Таксономический ранг Төр[1][2][3]
Ближайший таксон уровнем выше Сайги[d][1][2]
Таксондың халыҡ атамаһы Saiga antelope[4], Altnaza antilopo, Antilope saiga Tátaro, サイガ, กุย, Sayga, Сайгак, 高鼻羚羊, Antílope Saiga[5], Saïga[5], Mongolian Saiga[5], Saiga[5], Saiga Antelope[5], Western Saiga[6], Western Saiga Antelope[6], Westliche Saiga[6], Westliche Saigaantilope[6], Steppensaiga[6] һәм Steppen-Saiga[6]
Период беременности 139 ± 1 тәүлек[7]
Идентификатор МСОП 19832[5]
Охранный статус МСОП виды на грани исчезновения[d][8]
Карта ареала вида
Commons-logo.svg Сайға Викимилектә

Сайға[9][10] (инә зат), маргач йәки сайғаҡ[9][11] (ата зат; лат. Saiga tatarica) — ысын антилопалар ярым ғаиләһенә ҡараған ҡуштояҡлы һөтимәрҙәр (үҙенсәлекле анатомияһынан сығып, ҡайһы берҙә уны тибет антилопаһы менән бергә айырым Saiginae ярым ғаиләһенә теркәйҙәр).

2002 йылда Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзы (МСОП) был төрҙө «CR» категорияһына, йәғни «бөтөүгә дусар булған» төргә теркәй. Башта был хайуандар Карпат тауҙары итәге һәм Кавказдан алып Джунгария һәм Монголияға тиклем Евразия далаларында һәм ярым сүллектәрендә ҙур территорияларҙы биләп йөрөй. Хәҙер сайғаҡтар Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстандың, Рәсәйҙең (Ҡалмыҡстан, Әстерхан өлкәһе, Алтай республикаһы) һәм көнбайыш Монголияның бер өлөшөндә йәшәй. Украинаның Аскания-Нова ҡурсаулығына башҡа ерҙән алып килеп ебәргәндәр..

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

СССР-ҙың почта маркаһында сайғаҡ, 1974

Ҡуштояҡлы ваҡ мал, кәүҙәһенең оҙонлоғо 110—146 см, ҡойроғо 8 — 12 см, бейеклеге 60 —79 см. Ауырлығы 23 — 79 кг. Оҙонайып торған кәүҙәле, сағыштырмаса нәҙек ҡыҫҡа тояҡлы. Йомшаҡ, көмрө томшоҡло (бер аҙ фил томшоғона оҡшаңҡырап тора). Ҡолаҡ остары йомро. Тояҡтарының урталағылары ситтәгеләренә ҡарағанда ҙурыраҡ. Мөгөҙ тик ата хайуандарҙа ғына була. Мөгөҙҙөренең оҙонлоғо баш оҙонлоғо менән бер тигәндәй, 30 сантиметрға етә. Һарғылт-аҡ төҫтәге хайуандың мөгөҙҙәре дөрөҫ булмаған формала, аҫтан өстән бер өлөшөндә арҡыры дуңгәләктәр бар һәм башына ҡарата вертикаль рәүештә тора тиерлек.

Йәйге тиреһе һарғылт-ерән, арҡаһының уртаһы ҡоңғорт ҡара төҫтә һәм ҡорһағына табан асыҡ һары төҫкә инә бара, сағыштырмаса һирәк йөн менән ҡапланған. Ҡышҡы тиренең йөнө ҡуйыраҡ та, оҙонораҡ та, бик яҡты, асыҡ һоро төҫтә. Сайға йылына ике тапҡыр: яҙ һәм көҙ йөнөн алмаштыра.

Имсәктәре — 2 пар.

Көн итеү рәүеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сайғаҡтар төрлө миҙгелдә далала, ярымсүллектәрҙә ҙур меңәрләгән баш хайуан йыйылған көтөүҙәргә туплана[12] һәм төрлө үләндәр менән (алабута, әрем, аҡтамыр, билсән һәмбашҡа), шул иҫәптән башҡа төр хайуандар өсөн ағыулы булған үҙемлектәрҙе лә утлай. Сайғаҡтар алыҫ араларға күсенә һәм киң йылғаларҙы йөҙөп сыға ала. Әммә текә битләүҙәр һәм ҡаялы тауҙарҙан ҡасырға тырыша. Сайғаҡтар йүгергәндә сәғәтенә 80 километрға тиҙлеккә өлгәшә[13].

Тороҡтороу миҙгеле ноябрҙән башлана, Тәкәларе сайғаның иғтибарың яулау өсөн үҙ-ара һуғыша. Алышта еңгән тәкә 5-50 инә сайғанан торған «һәрәмгә» эйә була. Яҙ аҙағында — йәй башында сайға быҙаулай.

Таралған урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1920-се йылдарҙа сайғалар күпләп ҡырыла, әммә күрелгән саралар һөҙөмтәһендә 1950-се йылдарҙа сайғалар һаны 2 миллиондан ашыу тәшкил итә[14], улар ярымсүллектә һәм һәм далала йәшәй. Хайуандарҙы яҡлау буйынса бер төркөм — Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды сайғаҡҡа һунарҙы дәртләндереү яҡлы була, сөнки уларҙың мөгөҙө мөгөҙморон мөгөҙөнә тиң, тигән һығымтаға киләләр[15]. Һаны тағы ла кәмей, һәм хәҙер Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзы төҙөгән исемлектә улар юғалыуға дусар ителгән хайуан төрөнә ҡарай.

Ҡаҙағстандың почта маркаһында сайға, 2013

Ҡаҙағстан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сайғаҡтарҙың Уралда йәшәгән төрө

Классификацияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көнбайыш Монголияла йәшәгән популяцияны айырым төрсәгә — монгол сайғаһына(saiga tatarica mongolica) индерәләр, уларҙың һаны 750 башҡа етә[16]. Ҡалғандары номинатив төрсәгә индерелә. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, монгол сайғаһы плейстоцен төрсәһенә ҡарай һәм Saiga mongolica borealis тип йөрөтөлә[17][18].

Хужалыҡтағы әһәмиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сайғаҡтар һанының кәмеүе йыш ҡына һурнасылыҡ кәсебе менән бәйле. Сайғаҡ итен, һарыҡ ите кеүек үк, ашарға ярай. Уны бешерәләр, быҡтыралар, ҡуралар[19].

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Integrated Taxonomic Information System — 2004.
  2. 2,0 2,1 2,2 Mammal Species of the World — 2005.
  3. 3,0 3,1 Smith A. T., Xie Y., Lunde D. P. et al. A Guide to the Mammals of China. / A. T. Smith, Y. XiePrinceton: Princeton University Press, 2008. — P. 471.
  4. Wildscreen ARKive — 2003.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 Красная книга — 1964.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 (not translated to ru) Wörterbuch der Säugetiernamen, Dictionary of Mammal Names — 2015. — С. 209. — ISBN 978-3-662-46269-0doi:10.1007/978-3-662-46270-6
  7. Grzimeks Enzyklopädie: Säugetiere — 1 — M: Kindler Verlag, 1988. — Vol. 5. — S. 492. — 648 с.
  8. The IUCN Red List of Threatened Species 2018.1 — 2018.
  9. 9,0 9,1 Банников А. Г., Флинт В. Е. Отряд Парнокопытные (Artiodactyla) // Жизнь животных. Том 7. Млекопитающие / под ред. В. Е. Соколова. — 2-е изд. — М.: Просвещение, 1989. — С. 493—495. — 558 с. — ISBN 5-09-001434-5
  10. Данилкин А. А. Млекопитающие фауны России и сопредельных территорий. Полорогие (Bovidae). — М.: Товарищество научных изданий КМК, 2005. — С. 101. — 550 с. — ISBN 5-87317-231-5
  11. Ҡалып:Книга:Пятиязычный словарь названий животных. Млекопитающие
  12. Сайғаҡ
  13. Сайғаҡ
  14. Акимушкин И. Это все антилопы — Москва: Малыш, 1977.
  15. .
  16. Ssp saiga tatarica. mongolica (монгол сайга) сайтында МСОП-ТЫҢ Ҡыҙыл исемлегендә (инг.)
  17. Saiga tatarica (сайга) сайтында список МСОП-ТЫҢ Ҡыҙыл (Mallon, D. P. 2008) (инг.)
  18. Mongolica Saiga borealis тигән китабын Уилсон E. D. & m. d. Reeder (editors). 2005. Species Mammal of the World. Reference Geographic and A Taxonomic (3rd ed.). — Baltimore: University Press Johns Hopkins, 2 vols. (Pp 2142.) ISBN 978-0-8018-8221-0 [1]
  19. САЙҒАҠ АШАМЛЫҠ

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

    • Соколов В. Е. Систематика млекопитающих. Том 3 (китообразные, хищные, ластоногие, трубкозубые, хоботные, даманы, сирены, парнокопытные, мозоленогие, непарнокопытные). — М.: Высшая школа, 1979. — С. 449—452. — 528 с.
    • «Промысловые охоты у киргизов» («Охотн. газета», 1897, № 31);
    • Н. Коратов, «О каратегинских борзых» (там же, № 47);
    • Я. Полферов, «Охота в Тургайской обл.» (Оренбург, 1896);
    • А. Силантьев, «Обзор промысловых охот в России» (СПб., 1898);
    • И. Железнов, «Сайгачники» («Отеч. записки», 1857).

Тикшеренеүҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]