Эстәлеккә күсергә

Саломотов Николай Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Саломотов Николай Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1913
Тыуған урыны Дыуан ауылы, Дыуан районы
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Саломотов Николай Николаевич (1913 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты.

Саломотов Николай Николаевич 1913 йылда хәҙерге Башҡортостандың Дыуан районы Дыуан ауылында тыуа. 1943 йылда Дыуан район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномет полкының 5-се батарея тоҫҡаусыһы булып хеҙмәт итә[1].

1945 йылдың 21 ғинуарында Каменка районында барған һуғышта дошман бронетранспортерҙарынан колоннаға ут асҡан ваҡытта 5-се батарея тоҫҡаусыһы гвардия сержанты Саломотов Николай Николаевич тиҙ генә ут аса, дошман утын туҡтатырға һәм биләгән позицияһын ҡалдырырға мәжбүр була. Был батырлығы өсөн Саломотов Николай Николаевич «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].

Саломотов Николай Николаевичтың артабанғы яҙмышы тураһында мәғлүмәттәр юҡ.