Эстәлеккә күсергә

Сафаров Георгий Самуилович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сафаров Георгий Самуилович
Тыуған көнө

2 август 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})

Тыуған урыны

СССР

Вафат булған көнө

12 апрель 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (74 йәш)

Вафат булған урыны

Рәсәй

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Наградалары һәм премиялары
СССР Дәүләт премияһыФайл:Заслуженный металлург Российской Федерации.Нагрудный знак.jpg
Серебряная медаль ВДНХВДНХ алтын миҙалы
«Почёт Билдәһе» орденыХеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденыОктябрь Революцияһы орденыХалыҡтар Дуҫлығы ордены
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»

Сафаров Георгий Самуилович (2 август 1928 йыл12 апрель 2003 йыл) — СССР һәм Рәсәй хужалыҡ эшмәкәре, 19741995 йылдарҙа Белая Калитва металлургия заводы директоры.

Георгий Самуилович Сафаров 1928 йылдың 2 авгусында тыуған.

1952 йылда, Ростов ауыл хужалығы машиналары төҙөү институтын тамамлап, йәш белгес булып Белая Калитва ҡалаһына килә. «Гипроцветметобработка» Белая Калитва төркөмөнөң инженер-конструкторы булып эшләй башлай. 1953 йылда металлургия заводының ремонт-механика цехы башлығы итеп тәғәйенләнә. Артабан торба прокатлау цехын, пресслау һәм прокатлау цехтарын, заводтың конструкторҙар бүлеген етәкләй. 1968 йылда инженер урынбаҫары була, дүрт йылдан һуң — Белая Калитва металлургия заводының баш инженеры итеп тәғәйенләнә. 1974 йылда Г. С. Сафаров заводтың директоры итеп ҡуйыла.

Белгес булараҡ, рационализаторлыҡ һәм уйлап табыу эше менән шөғөлләнә, күп кенә патент авторы[1] Включён в книгу «Творцы металлургии легких сплавов России», 1998 год, том 2.[2]

2003 йылдың 12 апрелендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Октябрь Революцияһы ордены,
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены
  • «Почёт Билдәһе» ордены,
  • миҙалдар, улар араһында СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең көмөш һәм алтын миҙалдары.
  • СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1973)
  • СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1989).
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған металлургы (1994).
  • Белая Калитва ҡалаһының Почётлы гражданы (1995).