Эстәлеккә күсергә

Сафин Иштимер Сафа улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сафин Иштимер Сафа улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 15 май 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (102 йәш)
Тыуған урыны Әлкә ауылы, Салауат районы
Вафат булған урыны Салауат районы
Һөнәр төрө Коновод
Эш урыны Колхоз
Хәрби звание кесе лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Сафин Иштимер Сафа улы (рус. Сафин Иштимер Сафиевич 15 май 1922 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия кесе лейтенанты. Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры.

Сафин Иштимер Сафа улы 1922 йылдың 15 майында хәҙерге Башҡортостандың Салауат районы Әлкә ауылында тыуа. 1941 йылдың 4 декабрендә Салауат районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 9-сы гвардия кавалерия дивизияһының 30-сы гвардия кавалерия полкында, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы идаралығында коновод булып хеҙмәт итә.

1943 йылдың 28 февралендә һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[1].

Коновод Мухамедьянов менән аттарҙы һуғарырға алып китеп барған саҡта автоматтар менән ҡоралланған ике немецтың өйҙәргә яҡынлашып килгәнен күреп ҡала, һәм өйҙәр артынан ҡапыл ғына килеп сығып уларға һөжүм итәләр, уларҙы ҡоралһыҙландырып әсиргә алалар, гранаталарын, автоматтарын һәм документтарын алып, дивизия штабына алып киләләр. Был ҡыйыулығы өсөн коновод Сафин 1944 йылдың 15 ғинуарында «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].

Гвардия кесе лейтенанты Сафин Иштимер Сафа улы Берлинға тиклем барып еткән ҡыйыу яугир. Сафин Иштимер Сафа улы 1946 йылдың 24 июнендә демобилизациялана, колхозда бригадир, ауыл Советы рәйесе, ветеринар техник булып эшләй. Ғаилә ҡороп, өс ул һәм бер ҡыҙ үҫтерә[3].

1985 йылда юбилейлы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[2].