Сафонов Эрнст Иванович
Сафонов Эрнст Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Патронимы йәки матронимы | Иванович[d] |
Тыуған көнө | 11 апрель 1938[1] |
Тыуған урыны | Сараи[d], Рязань өлкәһе, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 26 октябрь 1994 (56 йәш) или 27 октябрь 1994[1] (56 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Туған тел | урыҫ теле |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | яҙыусы, прозаик, публицист, тәржемәсе, мөхәррир, йәмғиәт эшмәкәре, баш мөхәррир, новеллист |
Эшмәкәрлек төрө | творческое и профессиональное письмо[d][2], проза[2], публицистика[d][2] һәм тәржемәселек[d][2] |
Эш урыны | А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты |
Уҡыу йорто | А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты |
Ойошма ағзаһы | СССР Яҙыусылар союзы |
Жанр | повесть[d], хикәйә, публицистика[d], роман һәм тәржемә |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Сафонов Эрнст Иванович (11 апрель 1938 йыл, Рязань өлкәһе — 23 октябрь 1994 йыл, Мәскәү) — урыҫ яҙыусыһы-прозаик, тәржемәсе, публицист, «Литературная Россия» гәзитенең баш мөхәррире (1989—1994). ««Почёт Билдәһе» ордены» кавалеры (1986)
Ҡыҫҡаса биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эрнст Иванович Сафонов 1938 йылдың 11 апрелендә крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ғаилә Брест эргәһендә, немец концентрацион лагерында тотҡондар араһында була; карателдәр атып үлтереүгә хөкем итә, мөғжизә менән партизан базаһында ҡасып ҡалалар һәм йәшеренәләр. 1944 йылда Рязань өлкәһенә әйләнеп ҡайталар[3].
Сафонов Рязань педагогия институтының тарих-филология факультетында уҡый (1957—1960), район гәзиттәрендә журналист булып эшләй. 1965 йылда Әҙәбиәт институтын тамамлай, һуңынан шунда уҡ уҡыта башлай, проза буйынса семинар алып бара.
Сафоновтың тәүге хикәйәләр йыйынтығы «Мужчины» 1962 йылда Рязандә сыға. 15-тән ашыу проза китабын сығара: «В нашем доме фашист» (1966), «Осень за выжженными буграми» (1968), «Дети, в школу собирайтесь!..» (1972), «Африканский баобаб» (1977) , «Хлеб насущный» (1978) повестары, «Казённые люди» (1981) тарихи романы, «Выйти из круга» романы (1988; яҙыусы үлгәндән һуң баҫыла). «Не забудь оглянуться» (1987) көндәлеге буйынса шул уҡ исемле нәфис фильм төшөрөлә .
«Тёплый Стан» альманахында, «Наш современник», «Человек и закон», «Слово», «Огонёк» һ. б. журналдарҙа баҫылып сыға. «Известия», «Правда», «Неделы» гәзиттәрендә, «Роман-газета» гәзитендә, Бөтә союз радиоһында эшләй; «Сельская жизнь» гәзитендә әҙәби консультант, «Литературная Россия» гәзитенең баш мөхәррире була (1989—1994).
Сафонов башҡорт, татар, бурят телдәренән 20-нән ашыу китап тәржемә итә.
РСФСР Яҙыусылар союзы Рязань яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары була (1969 йылда Сафонов ошо яҙыусылар ойошмаһында булған И.А. Солженицынды сығарыу өсөн тауыш биреүҙән баш тарта[4]), үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы. СССР Яҙыусылар союзы (1986—1991) үҙәк ревизия комиссияһының ағзаһы, РСФСР Яҙыусылар союзы Мәскәү ойошмаһының ҡабул итеү комиссияһы рәйесе (1989 тиклем), РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретары, РСФСР Яҙыусылар союзы секретары (1994), советы ағзаһы Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте халыҡ-ара фонды советы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премиялары буйынса комиссия ағзаһы булып тора.
Рәсәй Яҙыусылар союзының Әҙәби премияһы лауреаты, «Почёт Билдәһе» ордены ордены кавалеры (1986).
Рәсәй Яҙыусылар союзы нәшриәт эшенә ҙур өлөш индергән өсөн Э. И. Сафонов премияһын булдыра[4].
Ағаһы Валентин Иванович — яҙыусы.
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Избранное. Повести и рассказы. — М., 1991.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 САФОНОВ Эрнст Иванович // Русская литература XX века. Прозаики, поэты, драматурги (урыҫ) / под ред. Н. Н. Скатов — 2005. — С. 272—275. — ISBN 5-94848-307-X
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Рябова Т. В. Эрнст Иванович Сафонов . Хронос. Всемирная история в интернете. Дата обращения: 9 апрель 2013. Архивировано 21 апрель 2013 года.
- ↑ 4,0 4,1 Сафонов Эрнст . Большая энциклопедия русского народа. Институт Русской Цивилизации (2004—2013). Дата обращения: 9 апрель 2013. Архивировано 14 март 2017 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Русская литература XX века. Прозаики, поэты, драматурги. Биобиблиографический словарь. — Т. 3: П — Я. — С. 272—275.
- Панкеев И. Пересечение звука и сути: О прозе Эрнста Сафонова / Сафонов Э. Избранное. — М., 1991. — С. 482—492.
- Фалатов Ю. Вместе по земле ходим // Литературная Россия : газета. — 1998. — № 15. — С. 10.
- Тер-Маркарьян А. Как живой // Литературная Россия : газета. — 1998. — № 15. — С. 10.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Горелов Ю. «Россия — это путь» — к 70-летию Эрнста Сафонова . SaraiOnline - СараиОнлайн (16 август 2008). Дата обращения: 9 апрель 2013. Архивировано 21 апрель 2013 года. 2013 йыл 17 декабрь архивланған.
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 11 апрелдә тыуғандар
- 1938 йылда тыуғандар
- Рязань өлкәһендә тыуғандар
- 26 октябрҙә вафат булғандар
- 1994 йылда вафат булғандар
- 27 октябрҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлаусылар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзалары
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Башҡорт теленән тәржемәселәр
- XX быуат тәржемәселәре
- Рәсәй тәржемәселәре
- СССР тәржемәселәре
- Алфавит буйынса тәржемәселәр
- XX быуат публицистары
- Рәсәй публицистары
- СССР публицистары
- Алфавит буйынса публицистар
- XX быуат Рәсәй яҙыусылары
- Алфавит буйынса Рәсәй яҙыусылары
- СССР яҙыусылары
- Алфавит буйынса яҙыусылар