Сахьянова Мария Михайловна
Сахьянова Мария Михайловна (1896—1981) — 1916 йылдан алып коммунистар партияһы ағзаһы[1], СССР-ҙың дәүләт һәм партия эшмәкәре[2], Бурәт — Монгол АССР-ының булдырыуына һәм үҫешенә ҙур өлөш индергән[3], ВКП (б)Үҙәк комитеты янындағы партия контроле Комиссияһы вәкиле булараҡ Сыуаш АССР-ының һәм Башҡорт АССР-ының партия һәм совет кадрҙарын юҡ итеүҙә ҙур әүҙемлек күрһәткән.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бала сағы һәм үҫмер йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1896 йылда Иркутск губернаһында ярлы ғаиләлә тыуған. Милләте буйынса бүрәт[4][5][6]. Ике синыфлы училищены һәм сиркәү — уҡытыусылар мәктәбен тамамлай. 1915 йылдан алып Петроградта йәшәй, Лесгафт исемендәге юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарында ирекле тыңлаусы булып белем ала. 1915 йылдың сентябрендә марксистик түңәрәккә инә. 1916 йылда ҡулға алына, 1917 йылдың 21 февралендә азат ителә. 1917 йылдың йәйендә Иркутск губернаһына ҡайта. Иркутскиҙа 1917 йылдың Декабрь алыштарында (совет власын урынлаштырыу буйынса) ҡатнаша. РКП(б)-ның Иркутск комитетында эшләй. М. М. Сахьянова 1918 йылдың башында Иркутскиҙа бүрәт коммунистарының беренсе большевистик төркөмөн төҙөй.
1918 йылдың майында М. М. Сахьянова бурәт улустарында Совет власын ойоштороу буйынса Центросибирь орготделы янындағы сектор етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 1918 йылдың йәйендә, Себерҙә Совет власының ваҡытлыса ҡолатылыуы сәбәпле, подпольеға китә, РКП (б)-ның Алыҫ Көнсығыш комитеты секретары итеп һайлана, Коминтерндың Алыҫ Көнсығыш секретариатында эшләй. 1920—1921 йылдарҙа Коминтерн заданиеһы буйынса Ҡытайҙа легаль булмаған революцион эштә була. Һуңынан Мәскәүҙә Свердлов исемендәге Коммунистик университетында уҡый. 1923 йылдың декабренән алып РКП Бүрәт өлкә комитетында эшләй. 1924 йылдың 31 декабрендә РКП(б) Бүрәт — Монгол өлкә комитетының секретары итеп һайлана[7], 1929 йылдан ВКП(б)-ның Үҙәк комитеты аппаратында эшләй.
ВКП(б)-ның Үҙәк контроль комиссияһы ағзаһы (1927—1934). ВКП(б)-ның Үҙәк комитеты янындағы партия контроле Комиссияһы ағзаһы (1934—1939).
Белеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Я. М, Свердлов исемендәге Коммунистик университетын, Ҡыҙыл профессура институтын тамамлай.
1930 йылдарҙа «Революция һәм милләттәр» журналының редколлегияһына инә.
Сыуаш АССР-ында «халыҡ дошмандары» өҫтөндә процестар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ВКП(б) Үҙәк комитеты янындағы партия контроле Комиссияһының вәкиле булараҡ М. М. Сахьянова республикала 1936—1938 йылдарҙа була. Чебоксарыға килеп төшөү менән ул «халыҡ дошмандары» менән көрәш башлай. Партия өлкә комитеты пленумдарында, партактивтарҙа Сыуаш автономиялы совет республикаһы аппаратының һәм партияның бөтә звеноларында, шул иҫәптән өлкә комитетында, Совнаркомда, ЧАССР-ҙың Үҙәк комитетында һәм башҡа ойошмаларҙа халыҡ дошмандары эш итеүе һәм улар менән Чувашия етәкселегенең бер ниндәй ҙә эш алып бармауы тураһында сығыштар яһай. Сахьянованың был ғәйепләүҙәре республиканың партия һәм совет етәксе кадрҙарын массауи ҡырыуға булышлыҡ итә. Ошо уҡ ваҡытта уның талабы буйынса урындағы НКВД идаралығы партиянан сығарылғандарҙы ҡулға ала, һөҙөмтәлә репрессияларға йөҙҙәрсә бер ниндәй ғәйебе булмаған кешеләр дусар ителә.
XVIII өлкә партия конференцияһындағы (1937 йылдың 10-17 июне) сығышында М. М. Сахьянова «Сыуашстандың партия, совет, профсоюз, комсомол һәм хужалыҡ аппараттарында йәшенеп ултырған Совет власының дошмандарын фаш итеүҙе көсәйтеүен» талап итә[8].
1937—1938 йылдарҙа репрессиялланған күп кенә коммунистар КПСС-тың ХХ съезынан һуң тулыһынса аҡланлар. Һөргөндәрҙән ҡайтҡас, улар 1956 йылда Сыуаш КПСС өлкә комитетына Сахьянованы яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында талап менән мөрәжәғәт итәләр.
1956 йылдың 12 октябрендә КПСС Үҙәк комитеты янындағы партия контроле Комиссияһы, Сыуаш партия өлкә комитеты беренсе секретары С. М. Ислюковтың яҙыуын ҡарағандан һуң, түбәндәге ҡарар сығара: «За допущенные поступки т. Сахьянова М. М. заслуживает исключения из рядов КПСС. Учитывая признание т. Сахьяновой М. М. своего антипартийного поведения, а также принимая во внимание её участие в прошлом в революционной работе — объявить т. Сахьяновой строгий выговор с занесением в учетную карточку…»[9].
Башҡорт АССР-ында «халыҡ дошмандары» өҫтөндә процестар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ВКП (б) Башҡорт өлкә комитетының либераль сәйәсәте һәм дошман элементтарына ҡарата һиҙгерлек булмауы тураһында Сталин исеменә килгән ғаризаларҙы тикшереү өсөн ВКП(б) Үҙәк комитеты янындағы партия контроле комиссияһы (КПК) ағзаһы М. М. Сахьянова ебәрелә. Ул 29 августа И. В. Сталин һәм Н. И. Ежов исеменә күп фактик материалдар үҙ эсенә алған докладной яҙыу ебәрә. Сахьянованың фекеренсә, «Башҡортостандың бөтә республика, совет, хужалыҡ органдары социаль яҡтан сит һәм дошман элементтары менән тулған, яңы үҫеп сыҡҡан хеҙмәткәрҙәр алға сығарылмай, кадрҙар үҫешендә торғонлоҡ..»[10].
М. М. Сахьянованың ялыуҙарынан һуң Өфөгә 1937 йылдың октябрендә ВКП(б) Үҙәк комитеты секретары А. А. Жданов ебәрелә.
ВКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының 3-сө пленумында (4—6 октябрҙә үтә) А. Жданов Троцкий — Бухарин блогын ҡыйратыуға, шпиондарҙы һәм диверсанттарҙы юҡ итеүгә саҡыра. Пленум барышында 274 кеше ҡулға алына, шул иҫәптән Башҡортостан үҙәк башҡарма комитетының рәйесе А. Таһиров, республика Госплан рәйесе Ш. Даутов, Башҡортостан Совнаркомы рәйесе З. Ғ. Булашев, партияның өлкә комитеты секретарҙары Быкин, Ә. Р. Иҫәнсурин, республика военкомы М. П. Мортазин, Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты секретары Х. Кальметьев, мәғариф наркомы И. Х. Әбыҙбаев, яҙыусылар Дауыт Юлтый, Ғабдулла Амантай, Ғөбәй Дәүләтшин, Төхфәт Йәнәби, Имай Насыри һәм башҡалар. Пленумдан һуң «таҙартыу» эштәре райондарҙа һәм ҡалаларҙа үткәрелә. Хөкөм ителгәндәрҙе реабилитациялау КПСС-тың 19-сы конференцияһынан һуң башлана.
Мәскәүҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1951 йылдан алып пенсияға тиклем (1956 йыл) КПСС Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Марксизм-ленинизм институты хеҙмәткәре булып эшләй.
М. М. Сахьянова 1981 йылдың ғинуарында Мәскәүҙә вафат була.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2 Ленин ордены (шул иҫәптән 04.08.1956)
- Улан-Удэ ҡалаһының Почетлы гражданы.
Мәҙәниәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1936 йылдың 18 майында Улан-Удэ ҡалаһының ПВРЗ клуб-театрында беренсе бурәт большевигы М. Сахьянова тураһында Солбонэ Туя пьесаһы буйынса премьера үтә. Милли театр постановкаһы, ҡуйыусы М. Шамбуева[11].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]М. М. Сахьянова исеме Улан-Удэ ҡалаһының бер урамына бирелгән (элекке Фабричная)[12].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ СЛОВО ВЕТЕРАНОВ 2014 йыл 3 сентябрь архивланған.
- ↑ История Сибири (542)(недоступная ссылка)
- ↑ История Бурятии ХХ века. 2011 йыл 12 ноябрь архивланған.
- ↑ «Башни мировой революции» Марии Сахьяновой.
- ↑ НБ // «Башня мировой революции» Марии Сахьяновой 2017 йыл 10 февраль архивланған.
- ↑ Сахьянова Мария — Soyol.ru — Культура и искусство Бурятии
- ↑ Мария Михайловна Сахьянова // Бурят-Монгольская правда. № 055, 8 марта 1925 года, стр. 5
- ↑ Большой террор.
- ↑ В конце 1930-х гг.(недоступная ссылка)
- ↑ Юрий Ергин.
- ↑ О постановке «Оюн Билик»//Бурят-Монгольская правда, № 116 (5895), 22 мая 1936, стр. 4
- ↑ Постановление исполкома Улан-Удэнского горсовета народных депутатов от 19.08.1981 № 124
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Курас, Л. В. М. М. Сахьянова, Э. -Д. Ринчино и монгольская революция 1921 г. // Власть. — 2010. — N 6. — С. 150—152.
- Батуев, Б. Б. Мария Михайловна Сахьянова : страницы политической биографии // Вост.-Сиб. гос. ин-т культуры. Общественно-науч. центр «Сибирь». — Улан-Удэ, 1992.
- Батуев, Бато Бадмаевич Воспоминания о М. М. Сахьяновой // Актуальные проблемы истории и культуры народов Азиатско-Тихоокеанского региона : материалы Международной научно-практической конференции, г. Улан-Удэ, 26 апреля 2005 г. — Улан-Удэ, 2005.
- Бартанова, А. Партийный стаж — полвека : К 70-летию М. М. Сахьяновой // Байкал, 1966, № 1, стр. 122—123