Саҙрисламов Мырҙахан Саҙрислам улы
Саҙрисламов Мырҙахан Саҙрислам улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 1912 |
Тыуған урыны | Иҫке Көйөк, Истәк ауыл советы, Яңауыл районы |
Һөнәр төрө | яугир |
Хәрби звание | ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Саҙрисламов Мырҙахан Саҙрислам улы (рус. Садрисламов Мирзахан Садрисламович 1912 йыл (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса 1904 йыл ) —?), 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Саҙрисламов Мырҙахан Саҙрислам улы 1912 йылда хәҙерге Башҡортостандың Яңауыл районы Иҫке Көйөк ауылында тыуа. 1941 йылда Яңауыл район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының 2-се эскадронында ҡылыссы булып хеҙмәт итә[1].
2-се эскадрон ҡылыссыһы гвардия ҡыҙылармеецы Саҙрисламов Мырҙахан Саҙрислам улы Новоселки ауылы өсөн барған һуғышта алға ҡыйыу барып ике гитлерсы менән һуғыша, уларҙы сигенергә мәжбүр итә, был һуғышта Саҙрисламов ҡаты яралана. 1944 йылдың 12 авгусында ул «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].
Саҙрисламов Мырҙахан Саҙрислам улы 1945 йылда демобилизациялана[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1944)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1944)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шаймуратовцы. САДРИСЛАМОВ (Сардисламов) Мирзахан Садрисламович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2021)
- Память народа. Документы о награждении. Садрисламов Мирзахан Садрисламович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2021)
- ОНИ ВЕРНУЛИСЬ С ПОБЕДОЙ. ЯНАУЛЬСКИЙ РАЙОН РБ