Эстәлеккә күсергә

Селиванов Игорь Андреевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Селиванов Игорь Андреевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 16 ноябрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Анжеро-Судженск[d], Новосибирск өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 13 ноябрь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны Магнитогорск, Силәбе өлкәһе, Рәсәй
Ерләнгән урыны Магнитогорское правобережное кладбище[d]
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы, ғалим, техник фәндәр докторы
Эш урыны Магнитогорск дәүләт техник университеты
Биләгән вазифаһы профессор[d]
Уҡыу йорто Магнитогорск дәүләт техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Әүҙемлек урыны Магнитогорск дәүләт техник университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден «За заслуги перед Отечеством» II степени Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы

Селиванов Игорь Андреевич (16 ноябрь 1938 йыл13 ноябрь 2012 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, техник фәндәр докторы, профессор. Металлургия производствоһында автоматлаштырылған системалар өлкәһе белгесе.

1938 йылдың 16 ноябрендә Кемерово өлкәһенең Анжеро-Судженск ҡалаһында тыуа.

1961 йылда «Прокат производствоһын автоматлаштырыу» һөнәре буйынса Магнитогорск тау-металлургия институтын (МТМИ, хәҙер Магнитогорск дәүләт техник университеты) тамалай. 1968 йылда Мәскәү энергетика институтында — кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1988 йылда ошо уҡ юғары уҡыу йортонда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1989 йылда уға профессор дәрәжәһе бирелә.

МТМИ тамамлағандан һуң, 1961 йылдан алып, шул уҡ юғары уҡыу йортонда ассистент була, һуңынан «Теоретик һәм дөйөм электротехника» (1971 йыл) секцияһын етәкләй; 19762012 йылдарҙа «Дөйөм һәм махсус электромеханика» кафедраһы мөдире (1987 йылда кафедра «Электротехника һәм сәнәғәт электроникаһы» итеп үҙгәртелә, хәҙер — «Электроника һәм микроэлектроника кафедраһы»). 1988 йылдан Игорь Андреевич — энергетика факультеты деканы, 1990 йылдан — уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор, 19952005 йылдарҙа беренсе проректор була. Ғүмеренең һуңғы йылдарында Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһе кәңәшсеһе.

Ғалимдың һәм ул етәкләгән ижади төркөмдөң тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре Магнитогорск металлургия комбинаты (ММК) һәм илдең башҡа иң эре металлургия предприятиеларына индерелә. 1988 йылда ул МТМИ яңы һөнәр белгестәре — «Сәнәғәт электроникаһы» инженерҙарын әҙерләп сығара. 1996 йылда Селиванов ММК АСУ үҙәге менән МДТУ араһында телекоммуникация сараларын модернизациялау өлкәһендә хеҙмәттәшлек программаһын етәкләй. 2003 йылда уның етәкселегендә «Электротехник комплекстар һәм системалар» ғилми һөнәре буйынса кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлау советы асыла. Уның етәкселегендә 20-нән ашыу кандидатлыҡ һәм 3 докторлыҡ диссертацияһы яҡлана.

Шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә — төбәк-ара «Ватан фәнен тергеҙеү өсөн» йәмәғәт хәрәкәтенең Магнитогорск бүлексәһен (МагОтд ДЗВОН), Магнитогорскийҙа Мәғлүмәт йәмғиәтен үҫтереү өсөн хеҙмәттәшлекте (ПРИОРА-Магнит) ойоштороуҙа һәм уларҙың эшендә ҡатнаша[1].

2012 йылдың 13 ноябрендә Магнитогорск ҡалаһында вафат була[2][3]. Ҡаланың һул яҡ ярындағы зыяратта ҡатыны эргәһендә ерләнә[4].

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

260-тан ашыу фәнни эш, шулай уҡ 35 уйлап табыу таныҡлығы һәм Германияла, Бельгияла, Японияла бирелгән 5 патент авторы[5][6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы.
  • «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» исеме.

Игорь Андреевич Селиванов йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған[7].