Сергеев Дмитрий Степанович
Сергеев Дмитрий Степанович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 30 октябрь 1922 |
Тыуған урыны | Аннин, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 13 март 2003 (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Өфө Көньяҡ зыяраты[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Сергеев Дмитрий Степанович (30 октябрь 1922 йыл — 13 март 2003 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, гвардия уҡсылар дивизияһы артиллерия полкының орудие командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дмитрий Степанович Сергеев 1922 йылдың 30 октябрендә Башҡорт АССР‑ының Өфө кантоны Анненский ҡасабаһында[1] крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ.
1943 йылдан ВКП (б)/КПСС ағзаһы. 8 синыфты һәм Йоматау зоотехникумының ике курсын тамамлаған. Иҫке Надеждинский ауыл клубы мөдире булып эшләгән.
1941 йылда Башҡорт АССР-ы Благовещен район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Ульяновск хәрби авиацияһы пилоттар мәктәбендә уҡыған.
Бөйөк Ватан һуғышы фронтында 1942 йылдың октябренән. 157-се гвардия артиллерия полкының орудие командиры (74-се гвардия уҡсылар дивизияһы, 8-се гвардия армия, 1-се Белоруссия фронты) гвардия сержанты Д. С. Сергеев Познань ҡалаһы (Польша) өсөн алышта батырлыҡ күрһәтә.
1945 йылдан лейтенант Д. С. Сергеев — запаста. Тыуған иле Башҡортостанға ҡайта.
1948 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының 3 курсын, 1964 йылда — Өфө авиация техникумын тамамлай.
Өфө районының Подымалов 7-йыллыҡ мәктәбендә директор, парития ойошмаһы секретары һәм Өфө районының «Шемәк» совхозы директоры урынбаҫары, инженер-технолог, Өфө ҡалаһында 210-сы заводта һатыу бүлеге начальнигы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Бәйләнеш аппаратураһы заводында (хәҙер «Прогресс» производство берекмәһе) хеҙмәт буйынса өлкән иҡтисадсы булып эшләй.
2003 йылдың 13 мартында вафат була. Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратында ерләнгән[2].
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1945 йылдың 2 февраленә ҡарай төндә гвардия өлкән сержанты, орудие командиры Д. С. Сергеев Познань ҡалаһында дошман үҙенә нығытылған терәк пункты итеп әйләндергән бина ҡаршыһына орудиеһын аҫтыртын ҡуя һәм таң менән ут аса, шулай итеп уҡсылар подразделениеһына бинаны баҫып алыуҙы тәьмин итә.
1945 йылдың 20 февралендә Сергеев расчеты менән беренсе булып ҡала ҡәлғәһенә баҫып инә һәм дошмандың ут нөктәләрен баҫтыра.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 31 майындағы указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән өсөн гвардия сержанты Сергеев Дмитрий Степановичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 6852) тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Д. С. Сергеевтың бүләкләү ҡағыҙынан:
Орудиеһы тоҫҡаусыһы булып эш итеп, Сталинград ҡалаһынан Днестр йылғаһына тиклем үҙенең хәрби иҫәбендә 3 яндырылған танк, «фердинанд» тибындағы 3 үҙйөрөшлө орудие, 5 бронетранспортер, 11 автомашина, 2 артиллерия батареяһы, 3 миномёт батареяһы, 14 пулемёт, 300-гә тиклем гитлерсыны юҡ итә. Днестр йылғаһынан Познань ҡалаһына тиклем орудие командиры булып хеҙмәт итә, пехотаның хәрби тәртибенең тура тоҫҡап атыуында урынлашып, 3 бронетранспортер, 2 артиллерия батареяһын, 1 зенит батареяһын, 13 пулемётты һәм 100-гә тиклем дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә, 4 танкты ҡыйрата.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы (1945)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы, (31.05.1945)[3][4];
- Ленин ордены (31.05.1945);
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены орден (11.03.1985)[5];
- 3-сө дәрәжә Дан ордены (02.08.1944)[6];
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (04.12.1943)[7];
- «Сталинградты обороналау өсөн» миҙалы (1942);
- башҡа миҙалдар.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Познань ҡалаһында (Польша) «Цитадель» ҡәлғәһе стенаһына Д. С. Сергеев батырлығына арналған мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Аннин ауылы
- ↑ Сергеев Дмитрий Степанович . «Герои страны» сайты.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 43, л. 224, 225).
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 170, л. 59).
- ↑ Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 1138, л. 2, 86, 87).
- ↑ Приказ о награждении «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 4582, л. 3).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Несокрушимые. — Уфа, 1985. / стр. 174—204.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979, кн. 4. / стр. 31—34.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сергеев Дмитрий Степанович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 12 октябрь 2019)
- 30 октябрҙә тыуғандар
- 1922 йылда тыуғандар
- 13 мартта вафат булғандар
- 2003 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Өфөлә ерләнгәндәр
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- III дәрәжә Дан ордены кавалерҙары
- Бөйөк Ватан һуғышы артиллеристары
- Дан ордены кавалерҙары
- «Сталинград оборонаһы өсөн» миҙал менән бүләкләнгәндәр
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Благовещен районында тыуғандар
- Башҡортостан шәхестәре