Сибәғәтов Флүр Шәрифулла улы
Сибәғәтов Флүр Шәрифулла улы | ||
Тыуған көнө | ||
---|---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ының Белорет районы Ямашты ауылы | |
Гражданлығы | ||
Эшмәкәрлеге |
әҙәбиәт белгесе-ғалим | |
Наградалары һәм премиялары |
| |
Сибәғәтов Флүр Шәрифулла улы (1 ноябрь 1973 йыл) — әҙәбиәт белгесе-ғалим. 2000 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлеге мөдире. Филология фәндәре кандидаты (2000), доцент (2003).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Флүр Шәрифулла улы Сибәғәтов 1973 йылдың 1 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы 1980 йылдарҙа бөткән Ямашты ауылында тыуған.
1991 йылда Асы урта мәктәбен тамамлай һәм Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инә. Юғары һөнәри белем алғандан һуң, 1996—1999 йылдарҙа БДУ-ның башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы ҡарамағындағы аспирантурала уҡый, Башҡортостан Республикаһы Президентының стипендиаты була[1]. Аспирантурала уҡыу менән бергә 1996—2000 йылдарҙа Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлегендә ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 2000 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2001 йылдан ассистент, 2002 йылдан өлкән уҡытыусы, 2003 йылдан — доцент.
1999—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының «Йәдкәр» фәнни журналының яуаплы секретары була. 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлеге мөдире булып эшләй.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Филология фәндәре докторы, профессор Роберт Байымов етәкселегендә «Башҡорт әҙәбиәтендә ҡөрьән мотивтарының художестволы сағылышы» тигән темаға яҙылған кандидатлыҡ диссертацияһын 2000 йылда яҡлай.
Ғилми хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт әҙәбиәтендә Ҡөръән мотивтары. – Өфө: Ғилем, 2001. – 148 б.
- ХХ быуат башҡорт әҙәбиәте 2003 – ХХ быуат башҡорт әҙәбиәте тарихы. Юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслек / Р.Н. Баимов, З.Я. Шарипова, Г.Н. Гареева, Ф.Ш. Сибәғәтов, З.А. Әлибаев, Р.Д. Мустафина. – Өфө: Башҡорт дәүләт университеты, 2003. – 576 б.
- Сибәғәтов Ф.Ш. Йылдар тауышы. Башҡорт журналистикаһы тарихы буйынса уҡыу ҡулланмаһы. – Өфө: Башҡорт дәүләт университеты, 2003. – 104 б.
- Ислам: дин, әҙип, әҙәбиәт. Монография. – Өфө: Ғилем, 2004. – 96 б.
- Башҡорт халыҡ ижады 2004 – Башҡорт халыҡ ижады. Т. 7. Яҙма ҡисса һәм дастандар /
Төҙөүселәре: Ә.М. Сөләймәнов, Ғ.Б. Хөсәйенов, М.Х. Нәҙерғолов. Инеш һүҙ яҙыусы: Ә.М. Сөләймәнов. Һүҙ ахыры: Ә.М. Сөләймәнов, Ғ.Б. Хөсәйенов, М.Х. Нәҙерғолов, Ф. Сибәғәтов. Яуаплы редакторы: Ә.М. Сөләймәнов. – Өфө: Китап, 2004. – 624 б.
- Әҙәм үә Иблис 2006 – Әҙәм үә Иблис. М. Ғафуриҙың баҫылмаған әҫәрҙәре / Текстологик эш, баш
һүҙ, анализ: Ф.Ш. Сибәғәтов, туплау: Ф.Ш. Сибәғәтов, Л.Ш. Камаева. – Өфө: Информ реклама, 2006. – 143 б.
- Башкирская литература 2009 – Башкирская литература в связи времен (эволюция и межнациональные отношения) / Р.Н. Баимов, Ф.Ш. Сибагатов, Р.Д. Мустафина, З.А. Алибаев. – Уфа: Башкирский государственный университет, 2009. – 148 с.
- Сибагатов Ф.Ш. Духовная литература башкирского народа. – Уфа: Ғилем, 2015.– 152 с.
- Башҡорт халыҡ ижадын йыйыу буйынса методик ҡулланма. Әҙерләү профиле “Ватан филологияһы” өсөн программа. – Өфө: Башҡорт дәүләт университеты, 2018. – 18 б. [
- Аглиуллина К.И., Сибагатов Ф.Ш., Кудакаев Ф.Ш. Становление и развитие печати и СМИ в Башкортостане. Краткая история. Монография. – Уфа:
Башкирская энциклопедия, 2018. – 96 с.
- Сибагатов Ф.Ш. Мажит Гафури: новый взгляд на творчество поэта. Монография. – Уфа: Китап, 2020. – 280 с.
- Караван-сарай 2022 – Караван-сарай в Оренбурге. Историко-культурный памятник России / Составитель: Р.Н. Рахимов. Коллектив авторов: Аккубеков Р.Ю., Бадранов А.Ш., Попова К.Ю., Рахимов Р.Н., Сабирова З.Р., Салихов А.Г., Сибагатов Ф.Ш., Хакимов С.Х. – Уфа: Китап, 2022. – 192 с.
- Тюркские языки 2022 – Тюркские языки и литературы в исторической перспективе. Коллективная
монография / М., 2022. – 414 с.
- Научное наследие государственных деятелей, стоявших у истоков создания Башкирской республики. Т. II / Г. Х. Абдрафикова, Р. Ю. Аккубеков, Р. Н. Рахимов,
З. Р. Сабирова, А. Г. Салихов, Ф. Ш. Сибагатов. – Уфа: Книга-принт, 2023. – 422 с.
- Научное наследие государственных деятелей, стоявших у истоков создания Республики Башкортостан. Т. III / Отв. ред.: З.Р. Сабирова. Авт.-сост.: Г.Х. Абдрафикова, Р.Ю. Аккубеков, Р.Н. Рахимов, З.Р. Сабирова, И.Р. Саитбатталов, А.Г. Салихов, Ф.Ш. Сибагатов, С.Х. Хакимов. – Уфа: Книга-принт, 2023. – 424 с.
- Сибәғәтов Ф.Ш. Башҡорт әҙәбиәтенең йылъяҙмаһы («Ағиҙел» журналына – 100 йыл). – Өфө: «Башҡортостан» республика нәшриәте, 2023. – 164 б.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2020 йыл өсөн Мәжит Ғафури исемендәге Халыҡ-ара йәмәғәт премияһы (2021)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Персоналии. Сибагатов Флюр Шарифуллинович. ГБНУ «Академия наук Республики Башкортостан». Официциальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 февраль 2024)