Сириус
Сириус | |
Каталог коды | LHS 219k[1], NSV 17173[1], RAFGL 1007[1], TD1 8027[1], UBV 6709[1], WDS J06451-1643A,BC[1], ADS 5423 A[1], CCDM J06451-1643A[1], CEL 1368[1], FK5 257[1], GCRV 4392[1], GJ 244 A[1], HD 48915A[1], IDS 06408-1635 A[1], JP11 1425[1], LFT 486[1], LPM 243[1], LTT 2638[1], N30 1470[1], NLTT 16953[1], PLX 1577[1], PMC 90-93 186[1], PPM 217626[1], ROT 1088[1], UBV M 12413[1], uvby98 100048915 A[1], Zkh 91[1], BD-16 1591A[1], TYC 5949-2777-1[1], SBC7 288[1], PM 06430-1639A[1], HGAM 556[1], Ci 20 396[1], CSI-16 1591 1[1], SBC9 416[1] һәм WEB 6525[1] |
---|---|
Телгә алынған хеҙмәттәр | Star Trek: The Next Generation - Birth of the Federation[d] |
Йондоҙлоҡ | Ҙур эт[2] |
Расстояние от Земли | 8,6 ± 0,04 световой год |
Скорость вращения звезды | 16,7 ± 0,4 km/s[3] |
Параллакс | 379,21 ± 1,58 миллисекунда дуги[4][5] |
Склонение собственного движения | −1223,07 ± 1,24 миллиарксекунд в год[4] |
Прямое восхождение собственного движения | −546,01 ± 1,33 миллиарксекунд в год[4][5] |
Радиальная скорость | −5,5 ± 0,4 km/s[6] |
Спектраль синыф | A1Vm/DA2 һәм A1V+DA[7] |
Видимая звёздная величина | −1,46[8] |
Светимость | 25,4 солнечная светимость |
Абсолютная звёздная величина | 11,8 |
Металличность | 0,5[9] |
Радиус | 1,711 солнечный радиус |
Эпоха | J2000.0[d][4] |
Прямое восхождение | 101,287155333 °[4] |
Склонение | −16,716115861 °[4] |
Эффективная температура | 9797 K[10] |
Поверхностная гравитация | 16 000 сантиметр на секунду в квадрате[11][12] |
Сириус Викимилектә |
Сириус (лат. Sirius. Sirius), шулай уҡ α Оло Эт (лат. α Canis Majoris. α Canis Majoris) — Оло Эт йондоҙлоғоноң йондоҙо. Төп эҙмә-эҙлелектәге йондоҙ, A1 спектраль класына ҡарай. Төнгө күк йөҙөндәге иң сағыу йондоҙ; уның яҡтылығы Ҡояш яҡтылығынан 25 тапҡырға көслөрәк, шул уҡ ваҡытта йондоҙҙар донъяһында рекордлы урынды биләп тормай. Ерҙең теләһә ниндәй төбәгенән уны күҙәтеп була, тик төньяҡ өлкәләрҙән генә ул күренмәй. Сириустың сағыу яҡтылығы уның Ергә сағыштырмаса яҡын урынлашыуы менән аңлатыла. Ҡояш системаһынан 8,6 нурланыш йылы алыҫлығында урынлашҡан һәм Ергә иң яҡын йондоҙҙарҙың береһе булып тора.
1844 йылда Фридрих Бессель Сириус икеләтә йондоҙ булып тора тип фаразлай. 1862 йылда Альван Кларк та шундай фекергә килә, Сириус B тип аталған йондоҙ-компаньонды таба; ошо мәлдән алып тәүҙә күренгән йондоҙҙо ҡайһы берҙә Сириус А тип атайҙар. Ике йондоҙ яҡынса 20 а. е.арауығында (яҡынса 50 йылға тиң) уртаҡ үҙәк-масса тирәләй әйләнә. Маут-Вильсон обсерваторияһында эшләгән астрономдар 1915 йылда Сириус В-ның аҡ кәрлә йондоҙ булыуын асыҡлай (ул беренсе булып табылған аҡ кәрлә йондоҙ). Бынан күренеүенсә, Сириус B элек Сириус А-нан байтаҡҡа ауырыраҡ булғандыр, әммә ул эволюция процесында төп эҙмә-эҙлелекте ташлап китә (Алголь парадоксы).
Сириус системаһының йәше, хәҙерге тикшеренеүҙәр буйынса, яҡынса 230 млн йыл тәшкил итә (баһалар 200 миллион йылдан 300 млн йылға тиклем). Башта Сириус системаһы В спектр класының ике аҡ-зәңгәр йондоҙонан тора: Сириус A массаһы 2 М, Сириус B-ныҡы — 5 М. Яҡынса 120 млн йыл элек ҙур Сириус В яна һәм ҡыҙыл гигантҡа әйләнә, һуңынан тышҡы көмбәҙен ташлай һәм аҡ кәрлә хәленә күсә, әле лә ул шул хәлендә.[13] Әлеге ваҡытта Сириус B-ның массаһы 1,02 М һәм иң ауыр билдәле аҡ кәрләләрҙең береһе булып тора (типик аҡ кәрләләренең массаһы 0,5 М).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
| |||
Боронғо Мысыр иероглифы — Сириустың символы |
Боронғо мәҙәниәттәрҙең күбеһе Сириус йондоҙона айырым әһәмиәт бирә. Иртә батшалыҡ осоронда Нил йылғаһы үҙәнендә йәшәүселәр уға Сопдет алиһәһе (грек телендә Σῶθις, Сотис), Исиданың күктәге кәүҙәләнеше булараҡ табынғана. Сириус күк кәмәһендә баҫып торған һәм баш осонда биш мөйөшлө йондоҙ балҡыған Исиди булараҡ һүртләнә, ул уң яғында торған Осирисҡа ҡарап тора (Осирис, үҙ сиратында, Орион билбауы йондоҙҙары кеүек ҡабул ителә). Сириус менән алиһә Хатхор ҙа бәйле була, Хатхор һыйыр кеүек һүрәтләнә, ә уның ике мөгөҙө араһында Сириус балҡый. Күк көмбәҙенән 70 көнгә юғалып торғандан һуң Сириустың ҡайтанан гелиакик балҡып килеп сығыуын күҙәтеп, Мысыр ҡанбабалары Нил йылғаһының ташып, ярҙарынан сығыу мәлен аныҡ фаразлай. Боронғо Мысырҙа Сириустың ике тапҡыр күк көмбәҙенә гелиакик рәүештә балҡып килеп сығыуы календарь йыл тип иҫәпләнә.
Шумер-аккад астрономияһында йондоҙҙо Уҡ тип атайҙар һәм Нинурта[14] аллаһы менән бәйләйҙәр. Тиглатпаласар I монументында (беҙҙең эраға тиклем XI быуат) былай тиелә: «баҡыр кеүек уттай ҡыҙыл төҫтәге Уҡ йондоҙоноң күк көмбәҙенә килеп сыҡҡан көндәре һыуыҡ була, һыуыҡтар, боҙ көндәре күҙәтелә», Уҡ йондоҙоноң күк йөҙөндә пәйҙә булыуы, йәғни Сириустың акроник күтәрелеүе һүрәтләнә, ул урта һәм Яңы Ассирия осоронда ҡыш уртаһына тура килә.[15]
Сириустың хәҙерге атамаһы грек телендәге латин транскрипцияһындағы Sirius тип яҙылғандан килеп сыҡҡан. Антик осорҙан алып Сириус һәм Процион эт йондоҙҙары тип аталған.[16]
Грек мифологияһына ярашлы, Орион йәки Икария эте Сириус йондоҙо була. "Илиада"ла (XXII 30) Гомер уны «Орион эте» тип атай. Гректар шулай уҡ Сириусты йәйге эҫелек менән бәйләй: йондоҙ атамаһы «эҫе көн» тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан. Беҙҙең эраға тиклем III быуаттағы грек шағиры Арата һүҙҙәренсә, «күҙҙәрҙе ҡамаштырған сағыу ялтырауыҡ менән балҡыған өсөн» йондоҙ шулай аталған[17].
Йондоҙҙоң шулай уҡ латинса Canicula атамаһы ла була, был «бәләкәй этте» аңлата; Боронғо Римдә йәйге эҫелек осоро Сириустың иртә менән күк йөҙөндә пәйҙә булыуы менән тап килә, уны dies caniculares тип йөрөтәләр — «эт көндәре», «каникул» һүҙенең килеп сығышы ла шул атама менән бәйле[18]. XVI быуатта латин теленән тәржемәһе Сириустың урыҫ телендәге[19] тәүге атамаһы (йәки тәүге атамаларының береһе) булып тора.
Әлеге ваҡытта Сириус зәңгәрһыу-аҡ төҫтә, әммә боронғо яҙмалар уны ҡыҙыл йондоҙ тип һүрәтләй. Боронғо Рим философы Сенеканың түбәндәге яҙмаһы беҙҙең көндәргә килеп еткән: «Күк йөҙөндә төрлө төҫтәр бар: сағыу ҡыҫыл Эт, унан бер аҙ ғына баҙығыраҡ Марс, Юпитер бөтөнләй төҫтән мәхрүм, тик саф яҡтылыҡ ҡына сығара, ә сағыу ҡыҙыл төҫтәге Сириус — Эт тип аталған йондоҙлоҡтоң ауыҙында урын алған»[20][21]. Ҡайһы бер башҡа халыҡтарҙың риүәйәттәрендә лә ҡыҙыл Сириус телгә алына. Вольтерҙың «Микромегас» (XVIII быуат) тигән китабында Сириуста йәшәүсе ҡояшты ҡыҙылға яҡыныраҡ (һарғылт Ҡояштан айырмалы рәүештә) тип һүрәтләй. Шуның менән бәйле, Сириус B тышҡы ҡабығын ташлағандан һуң тарихи осорҙа аҡ кәрләгә әйләнә, тигән фекерҙәр әйтелә.[22]
Ҡытай астрономияһында йондоҙҙо Лан (Бүре) йәки Тяньлан (Күк бүреһе) тип йөрөткәндәр. Сыма Цянь һүҙҙәре буйынса, Тай-бо [Венера] планетаһы аҡ төҫтә булғанда, ул Лан [Сириус] йондоҙо менән сағыштырыла, ә ҡыҙғылт төҫтә булғанында Синь [Антарес] йондоҙ нә тиңләштерелә.[23] Был йондоҙ [Сириус] нурҙары шәлкемдәре төҫөн үҙгәртһә, [Ерҙә] бик күп урлаусылар һәм юлбаҫарҙар хасил була.[24] Шул уҡ ваҡытта Сыма Цяндың йондоҙҙарҙың даими рәүештә төҫөн үҙгәртеүенә байтаҡ күрһәтмәләре бар, был уның һүҙҙәренә һаҡсыл ҡарарға мәжбүр итә.
Ике йондоҙҙоң береһендә барған эволюция процестары Сириустың төҫөн үҙгәртеү ихтималлығы астрономдар тарафынан кире ҡағыла, сөнки бындай үҙгәрештәр өсөн бер нисә мең йыллыҡ — бик бәләкәй ваҡыт арауығы, һәм системала бер ниндәй томанлыҡ та күҙәтелмәй, әгәр бындай радикаль үҙгәрештәр булһа, ул мотлаҡ барлыҡҡа килергә тейеш ине. Шулай уҡ, бәлки, йондоҙ күтәрелгәндә йәки офоҡ артына ингәндә барлыҡҡа килгән көслө балҡыуы күҙәтеүселәргә ҡыҙыл төҫ тәьҫораты ҡалдырғандыр[25].
Сириус — үҙенең хәрәкәте булған тәүге өс йондоҙҙоң береһе. 1718 йылда Эдмунд Галлей, Птолемейҙың антик йондоҙло күк каталогын һәм XVIII быуат күҙәтеүҙәрен сағыштырып, Сириус, Альдебаран һәм Арктур кеүек күк есемдәренең хәрәкәт итеүҙәрен күреп ҡала. Был өс йондоҙҙоң хәрәкәттәре әллә ни ҙур түгел, ләкин Альфа, Центавраның көньяҡҡа бер аҙ ауышыуы арҡаһында, Европала күренмәй, ә Барнарда йондоҙо XVIII быуатта үҙенең һирәк күренгән ялтырауы арҡаһында асылмаған була.
Сириус B-ны асыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1844 йылда билдәле немец астрономы һәм математигы, Кенигсберг обсерваторияһы директоры Фридрих Бессель Сириус хәрәкәтенең траекторияһы әленән-әле тура һыҙыҡтан тайпылыуын асыҡлай. Күк көмбәҙенә ҡарата проекцияла ул сәйер тулҡын формаһындағы кәкре һыҙыҡ булып тора (Сириустың хәрәкәте әллә ни ҙур түгел һәм йылына 1,3 мөйөшлө секунд тәшкил итә, шуға күрә тура һыҙыҡ траекториянан тайпылыу осорон сағыштырыу мөмкинлеген бирә).
Был тулҡынды Бессель Сириус менән бергә дөйөм үҙәк тирәләй әйләнгән (50 йыл) «йәшерен масса» йоғонтоһо менән аңлата. Был хәбәр ышанмайыраҡ ҡабул ителә. Бессель фекеренсә, «йәшерен юлдаштың» массаһы яҡынса Ҡояш массаһына тигеҙ булырға тейеш.[26]
18 йыл үткәс, 1862 йылдың ғинуарында, Бессель фаразы асыҡтан-асыҡ раҫлана. 18 дюймлы (46-сантиметрлы) рефракторҙы һынап ҡарағанда, Америка астрономы Альван Грэм Кларк Сириус эргәһендә бәләкәй йондоҙ булыуын аса, һуңынан ул Бессель иҫәпләүҙәренә ярашлы есемдең орбиталь хәрәкәтен таба. Мәғәнәһе буйынса был асыш Нептунды[18] асыуҙан ҡалышмай.
Сириус B 8,4 м арауығында ялтырап күренә, Сириус A-нан (11 мөйөш секунды) алыҫыраҡ булғанда уны хатта ҙур булмаған телескоп аша ла күрергә мөмкин. Сириус A эргәһендә булған мәлендә уны күҙәтеү бик ҡыйын. Ул — беренсе асыҡ аҡ кәрлә йондоҙ (унан алдараҡ 40 Эридан B йондоҙо асыла, әммә 40 Эридан В[27]-ның аҡ кәрлә булыуы һуңыраҡ билдәле була). Сириус В — табылған аҡ кәрләләрҙең иң ҙурҙарының береһе.[18]
Сириустың урыны һәм күҙәтеү шарттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сириус — күк йөҙөнөң Көньяҡ ярымшары йондоҙо. Шул уҡ ваҡытта Сириустың ауышлығы ҙур түгел, шуға күрә уны төньяҡ киңлектең 73° градусына тиклем күҙәтергә мөмкин. Хатта Рәсәйҙең Мурманск, Верхоянск һәм Норильск кеүек төньяҡ ҡалаларында ла күҙәтергә була. Сириус офоҡ һыҙатынан ярайһы уҡ бейек (ышаныслы күреү өсөн) Петрозаводск киңлегенә тиклем күтәрелә.
Рәсәйҙең урта киңлектәрендә Сириус күк йөҙөнөң көньяҡ өлөшөндә күҙәтелә. Көҙ көнө ул таңда күренә, ҡыш көндәрендә төнө буйы һәм яҙ көндәрендә Ҡояш байығандан һуң күпмелер ваҡыт күренә. Йәйгеһен Сириус Ҡояш нурҙары артына йәшеренә, Рәсәй территорияһында Көньяҡ ярымшарҙың урта киңлегенән генә күренә башлай, унда Ҡояш Сириустан һуң күтәрелә һәм, Сириусҡа ҡарағанда офоҡ һыҙатынан түбәнгә алдараҡ инә. Әммә Сириус ярайһы уҡ сағыу объект булғанлыҡтан, уны үтә күренмәле атмосферала хатта көндөҙ ҙә күҙәтергә мөмкин, тик уның күктә ҡайҙалығын ғына белергә кәрәк. Шулай уҡ ул көндөҙгө күк йөҙөнөң фотоһүрәттәрендә, бигерәк тә тауҙарҙа яҡшы күренә.
Сириус — Ер күгендә сағыулығы буйынса алтынсы объект.Ҡояш, Ай, шулай уҡ Венера, Юпитер һәм Марс планеталары ғына унан сағыуыраҡ. (ҡара: Иң сағыу йондоҙҙар исемлеге).
Күҙәтеү өсөн төп ориентир — Орион билбауы. Уның аша үткәрелгән тура һыҙыҡтың бер яғы төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай, унда Альдебаран йондоҙо, ә икенсе яғы көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай, бында Сириус урынлашҡан. Хатта донъя тарафтарын белмәйенсә лә, Сириус менән Альдебаранды бутап булмай, сөнки йондоҙҙар төҫө һәм сағыулығы буйынса бер-береһенән ныҡ айырыла.[18]
Донъя тарафтарын белгәндә Сириусты башҡа йондоҙҙар ярҙамында ла табырға мөмкин: Сириус сағыу Процион йондоҙонан көньяҡ-көнбайышта, Канопустан яҡынса 35° төньяҡта, Альхендан (Игеҙәктәрγ) яҡынса 30° көньяҡта йәки Арнебтан (α Зайц) көнсығышҡа табан 15° алыҫлыҡта урынлашҡан.[18]
Әлеге ваҡытта Сириус Төньяҡ ярымшарҙа яҡшы күренә, әммә яҡынса 11 000 йылдан һуң Сириус Европала бөтөнләй күренмәйәсәк, ә Оло Эт йондоҙлоғо полюс тирәһендә буласаҡ, сөнки донъяның Көньяҡ полюсы Парустар йәки Күгәрсен йондоҙлоғонда буласаҡ. Донъяның төньяҡ полюсы был ваҡытта Вега йондоҙо янында була. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, тиҫтәләрсә мең йыл элек Европала йәшәгән боронғо халыҡтар ҙа Сириус тураһында бер нимә лә белмәгән, әммә ул ваҡытта улар Центавр Толиман менән бергә Бүрене күрә алған, ә Бүренең аяҡ осонда Көньяҡ Тәре[13] йондоҙлоғо урынлашҡан була.
Шул уҡ ваҡытта 26 мең йыл элек (беҙҙең эраға тиклем яҡынса 24 мең йыл) Сириус хәҙерге Бер мөгөҙлө[28] йондоҙлоҡтоң үҙәгендә урынлашҡан була.
Йондоҙҙоң төп характеристикалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сириустың күренгән ялтырауығы — 1,47m һәм Оло Эт йондоҙлоғоноң иң сағыу йондоҙо булып тора, шулай уҡ төнгө күк йөҙөндә лә иң сағыуы. Төньяҡ ярымшарҙа Сириус Ҡышҡы өсмөйөштөң[29] түбәһе кеүек күренә (уның башҡа түбәләре Бетельгейзе һәм Процион сағыу йондоҙҙары). Сириус Ҡояшҡа иң яҡын булған Альфа Центавра йондоҙонан, хатта үтә ҙур гигант Канопус һәм Ригель йондоҙҙарынан да сағыуыраҡ балҡый. Сириустың күк көмбәҙендәге аныҡ урынын белгән осраҡта ябай күҙ менән уны табырға була, бының өсөн күк көмбәҙе болотһоҙ, ә Ҡояш офоҡҡа яҡын урынлашҡан булырға тейеш[30]. Процион системаһы Сириусҡа иң яҡын урынлашҡан йондоҙ, ул унан ни бары 5,24 яҡтылыҡ йылы (1,61 парсека) алыҫлығында ғына урынлашҡан[31].
A һәм B Сириус йондоҙҙары Ҡояшҡа яҡын торған йондоҙҙарҙың береһе, Ҡояштан 8,6 (2,6 пк) яҡтылыҡ йылы алыҫлығында ғына урынлашҡандар. Сириус Ергә ҡарата етенсе урынды биләй, Ерҙән күренгән тиҫтәгә яҡын иң сағыу йондоҙҙар араһында Сириус беренсе урында тора. Әгәр ҙә Сириус Ҡояштан 10 пк алыҫҡлығында урынлашҡан булһа, ул яҡтылығы күренгән йондоҙ булыр ине (Оло Етегән сүмесенең иң сағыу йондоҙо кеүек)
Әлеге ваҡытта Сириус Ҡояш системаһына 7,6 км/с тиҙлеге менән яҡынлаша, шуға күрә ваҡыт үтеү менән йондоҙҙоң күренгән ялтырауы әкренләп арта бара.
Сириус системаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сириус — икеләтә йондоҙ, ул A1 спектраль класына ҡараған Сириус А һәм аҡ кәрлә (Сириусс B) йондоҙҙарынан тора, улар яҡынса 50 йыл дауамында масса үҙәге тирәләй әйләнә. Был йондоҙҙар араһындағы уртаса алыҫлыҡ яҡынса 20 а. е.(астрономик берәмек) тәшкил итә, был арауыҡты Ҡояштан Уранға тиклемге ара менән тиңләргә була. Системаның йәше 225 тип 250 миллион йыл тирәһе тәшкил итә. IRAS йыһан обсерваторияһы Сириус системаһынан инфраҡыҙыл нурланыш ағымының көткәндәгегә ҡарағанда артыуын теркәгән, был мәғлүмәт системала саң булыуын раҫлай ала.
Сириус A-ның массаһы Ҡояштың яҡынса 2 массаһын тәшкил итә. Йондоҙҙоң интерферометрия ысулы менән үлсәнгән мөйөш диаметры яҫы диск моделендә (5,936 ± 0,016) × 10−3 мөйөш секундтарына тигеҙ, ә ситенең ҡарайыуын иҫәпкә алғанда мөйөш диаметры (6,039+0,019)х10-3 мөйөш секундына тигеҙ. Сириус A үҙенең экваторында күсәре тирәләй күреү нурҙарының әйләнеү тиҙлеге сағыштырмаса ҙур түгел (секундҡа 16 километр), шуға күрә ул көмбәҙ формаһын алған тиерлек.[32]
Сириус A төп эҙмә-эҙлелектә тағы яҡынса 660 миллион йыл буласаҡ, шунан һуң ҡыҙыл гигантҡа әйләнә, ә һуңынан, тышҡы ҡабығын ташлап, аҡ кәрләгә әйләнәсәк.
Сириус B — аҡ кәрлә йондоҙ, массаһы Ҡояштың яҡынса 1 массаһына тигеҙ. Типик аҡ кәрлә яҡынса Ҡояш массаһының 0,6—0,7 өлөшөн тәшкил итә, шуға күрә Сириус В иң ҙур аҡ кәрләләрҙең береһе тип һанала. Ҡояш массаһына тигеҙ булыуына ҡарамаҫтан, уның күләме Ҡояштыҡынан миллион тапҡырға кәмерәк, ә үлсәмдәре ер шарының үлсәмдәренә тап килә. Ул аҡ кәрләгә әйләнгәнгә тиклем, йондоҙ үҫешенең алдағы стадияларын: тәүҙә төп эҙмә-эҙлелек стадияһын, һуңынан ҡыҙыл гигант стадияһын үткән. Сириус B үҙенең тышҡы ҡабығын яҡынса 120 миллион йыл элек ташлаған тип фараз ителә. Йондоҙҙоң массаһы төп эҙмә-эҙлелек стадияһында булған осорҙа Ҡояштың 5 массаһы тәшкил итә, ә йондоҙҙоең спектраль класы B4 йәки B5 була. Сириус B спектрында таҙа тиерлек водород күҙәтелә.
Сириус B ҡыҙыл гигант стадияһы аша үткәндә Сириус A-ны металдар менән байытҡан, тип фараз ителә. Сириус А спектрында металл бөртөксәләре табылған, шуға ла Сириус-А атмосфераһында тимер миҡдары Ҡояш менән сағыштырғанда 316 процент тәшкил итә, шулай уҡ спектр гелийҙан ауырыраҡ башҡа элементтарҙың булыуы тураһында ла һөйләй.
Сириус тирәһендәге йондоҙҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сириусҡа иң яҡын йондоҙ — Процион[33], ике йондоҙ араһындағы алыҫлыҡ 5,2 яҡтылыҡ йылы тәшкил итә. Ҡояш шулай уҡ Сириусҡа иң яҡын (алыҫлыҡ тәртибе буйынса алтынсы урын) урынлашҡан есем.
Сириустан 10 яҡтылыҡ йылы сиктәрендә урынлашҡан бөтә йондоҙҙар исемлеге:
Звезда | Спектральный<br id="mwAZk"><br> класс | Расстояние, св. лет |
---|---|---|
Процион | F5 V—IV; DQZ | 5,2 |
Росс 614 | M4,5 Ve; M8 V | 5,5 |
Звезда Лейтена | M3,5 Ve | 5,8 |
Звезда Каптейна | M1 V | 7,5 |
Эпсилон Эридана | K2 V | 7,8 |
Солнце | G2 V | 8,6 |
LHS 1565 | M5,5 V | 8,9 |
Вольф 359 | M5,8 Ve | 9,0 |
DX Рака | M6,5 Ve | 9,2 |
Проксима Центавра | M5,5 Ve | 9,3 |
Альфа Центавра | G2 V; K1 V | 9,5 |
LTT 12352 | M3,5 V | 9,9 |
Сириустың үтә ҙур тупланмаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күпмелер ваҡыт Сириус Оло Етегәндең хәрәкәт итеүсе төркөмө тип аталған йондоҙҙарҙың береһе тип һанала. Был төркөм 220 йондоҙҙан тора, уларҙы йәштәренең бер төрлө булыуы һәм арауыҡтағы оҡшаш хәрәкәт берләштерә. Тәүҙә төркөм тарҡау йондоҙҙар тупланмаһынан ғибәрәт була, әммә әлеге ваҡытта тупланма юҡҡа сыҡҡан — ул тарҡалған һәм бер-береһенә гравитация менән бәйләнмәгән.[34] Мәҫәлән, был тупланмаға Оло Етегәндәге ҙур сүмес астеризмындағы йондоҙҙарының күпселеге ҡарай. Әммә һуңынан ғалимдар, Сириус был тупланманан күпкә йәшерәк һәм уның вәкиле була алмай, тигән һығымтаға килә.[35]
Бер үк ваҡытта ғалимдар фаразлауынса, Сириус[36], β Возничий, Геммой (α Төньяҡ Таж), β Чаши, Курса (β Эридана) һәм β Змеи йондоҙҙары менән бер рәттән, Сириустың гипотетик тупланмаһы вәкиле булыуы ихтимал. Был тупланма — Ҡояштан 500 яҡтылыҡ йылы сиктәрендә урынлашҡан өс ҙур йондоҙҙар тупланмаһының береһе. Башҡа шундай тупланмалар — Гиада һәм Плеяда.[37]
Сириус донъя халыҡтары мифтарында һәм изге яҙмаларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сириус, элек-электән күк йөҙөнөң иң сағыу йондоҙо булараҡ, кешеләрҙең иғтибарын йәлеп иткән, шуға ла кеше эшмәкәрлегенең бөтә өлкәләрендә йыш ҡына телгә алына.
Сопдет — Иртә батшалыҡ дәүеренән алып боронғо Мысырҙың күк һәм Яңы йыл башланыуы алиһәһе. Уның кәүҙәләнеше булып йондоҙ Сириус тора.
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яҡындағы йондоҙҙар исемлеге
- Иң сағыу йондоҙҙар исемлеге
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 1,15 1,16 1,17 1,18 1,19 1,20 1,21 1,22 1,23 1,24 1,25 1,26 1,27 1,28 1,29 1,30 1,31 1,32 1,33 1,34 1,35 SIMBAD Astronomical Database
- ↑ VizieR (ингл.)
- ↑ Díaz C. G., González J. F., Levato H., Grosso M. Accurate stellar rotational velocities using the Fourier transform of the cross correlation maximum (ингл.) // Astron. Astrophys. / T. Forveille — EDP Sciences, 2011. — Vol. 531. — 11 p. — ISSN 0004-6361; 0365-0138; 1432-0746; 1286-4846 — doi:10.1051/0004-6361/201016386 — arXiv:1012.4858
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Leeuwen F. v. Validation of the new Hipparcos reduction (ингл.) // Astron. Astrophys. / T. Forveille — EDP Sciences, 2007. — Vol. 474, Iss. 2. — P. 653–664. — ISSN 0004-6361; 0365-0138; 1432-0746; 1286-4846 — doi:10.1051/0004-6361:20078357 — arXiv:0708.1752
- ↑ 5,0 5,1 Perryman, M. A. C., Lindegren L., Kovalevsky J., Hoeg E., Bastian U., Bernacca P. L., Crézé M., Donati F., Grenon M., Grewing M. et al. The HIPPARCOS Catalogue (ингл.) // Astron. Astrophys. / T. Forveille — EDP Sciences, 1997. — Vol. 323. — P. L49—L52. — ISSN 0004-6361; 0365-0138; 1432-0746; 1286-4846
- ↑ Gontcharov G. A. Pulkovo Compilation of Radial Velocities for 35 495 Hipparcos stars in a common system (ингл.) // Ast. Lett. / R. Sunyaev — Nauka, Springer Science+Business Media, 2006. — Vol. 32, Iss. 11. — P. 759–771. — ISSN 1063-7737; 1562-6873; 0320-0108; 0360-0327 — doi:10.1134/S1063773706110065 — arXiv:1606.08053
- ↑ Skiff B. A. General Catalogue of Stellar Spectral Classifications — 2013. — Т. 1. — Б. 2023.
- ↑ Ducati J. R. Catalogue of Stellar Photometry in Johnson's 11-color system (ингл.) — 2002. — Vol. 2237.
- ↑ Qiu H. M., Zhao G., Chen Y. Q., Li Z. W. The Abundance Patterns of Sirius and Vega (ингл.) // Astrophys. J. / E. Vishniac — IOP Publishing, 2001. — Vol. 548, Iss. 2. — P. 953–965. — ISSN 0004-637X; 1538-4357 — doi:10.1086/319000
- ↑ Boyajian T. S., Braun K. v., Belle G. v., Farrington C., Schaefer G., Jones J., White R., McAlister H. A., Brummelaar T. A. t., Ridgway S. et al. Stellar diameters and temperatures. III. Main-sequence A, F, G, and K stars: additional high-precision measurements and empirical relations (ингл.) // Astrophys. J. / E. Vishniac — IOP Publishing, 2013. — Vol. 771, Iss. 1. — P. 40. — ISSN 0004-637X; 1538-4357 — doi:10.1088/0004-637X/771/1/40 — arXiv:1306.2974
- ↑ Strom S. E., Gingerich O., Strom K. M. "On the composition of Sirius" revisited (ингл.) // The Observatory — self-publishing, 1968. — Vol. 88. — P. 160–162. — ISSN 0029-7704
- ↑ Gray R. O., Corbally C. J., Garrison R. F., McFadden M. T., Robinson P. E. Contributions to the Nearby Stars (NStars) Project: Spectroscopy of Stars Earlier than M0 within 40 Parsecs: The Northern Sample. I (ингл.) // Astron. J. / J. G. III, E. Vishniac — NYC: IOP Publishing, AAS, University of Chicago Press, AIP, 2003. — Vol. 126, Iss. 4. — P. 2048–2059. — ISSN 0004-6256; 1538-3881 — doi:10.1086/378365 — arXiv:astro-ph/0308182
- ↑ 13,0 13,1 Астрономия // Энциклопедия для детей. — М.: Аванта+, 2007.
- ↑ Куртик Г. Е. Звёздное небо древней Месопотамии. — СПб., 2007. — С. 248.
- ↑ Куртик Г. Е. Звёздное небо древней Месопотамии. — СПб., 2007. — С. 245.
- ↑ Henry G. Liddell, Robert Scott. Greek-English Lexicon, Abridged Edition. — Oxford University Press, 1980. — ISBN 0-19-910207-4.
- ↑ Арат. Явления. — СПб., 2000. — С. 78.
- ↑ 18,0 18,1 18,2 18,3 18,4 Зигель Ф. Ю. Сокровища звёздного неба. Путеводитель по созвездиям и Луне / Под ред. Г. С. Куликова. — 5-е изд. — М.: Наука, 1986. — С. 126—128. — 296 с. — 200 000 экз.
- ↑ Словарь русского языка XI—XVII вв. Выпуск 21 / Гл. ред. Г. А. Богатова. — М.: Наука, 1995. — С. 36.
- ↑ Сенека. О природе I 1, 7 // Философские трактаты / Пер. Т. Ю. Бородай. — СПб., 2001. — С. 186.
- ↑ Клавдий Птолемей. Альмагест / Пер. с древнегреч. И. Н. Веселовского. — М.: Наука. Физматлит, 1998. — С. 256. — 672 с. — 1000 экз. — ISBN 5-02-015167-X.(недоступная ссылка) Проверено Октябрь 2019.
- ↑ Красный Сириус . astrogalaxy.ru. Дата обращения: 23 февраль 2021. Архивировано 10 август 2020 года.
- ↑ Сыма Цянь. Глава 27 // Исторические записки. — М., 1986. — Т. 4. — С. 133.
- ↑ Сыма Цянь. Исторические записки. — М., 1986. — Т. 4. — С. 120.
- ↑ Whittet D. C. B. Физическое объяснение аномалии «красного Сириуса» (инг.) = A physical interpretation of the «red Sirius» anomaly // Monthly Notices of the Royal Astronomical Society. — Oxford University Press, 1999. — В. 2. — Т. 310. — С. 355—359. — DOI:10.1046/j.1365-8711.1999.02975.x
- ↑ Шкловский И. С. Звёзды: их рождение, жизнь и смерть. — 1984.
- ↑ E. Schatzman. White Dwarfs. — Amsterdam: North-Holland, 1958. — С. 1.
- ↑ Расчёт в программе «Stellarium» 2005 йыл 13 октябрь архивланған..
- ↑ Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Необходимо задать параметрurl=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . - ↑ Henshaw C. On the Visibility of Sirius in Daylight (инг.) // Journal of the British Astronomical Association (инг.)баш.. — British Astronomical Association (инг.)баш., 1984. — Т. 94. — № 5. — С. 221—222. Архивировано из первоисточника 13 сентябрь 2007.
- ↑ Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Необходимо задать параметрurl=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . - ↑ Kervella P. et al. Диаметр и внутренняя структура Сириуса A, полученные методом интерферометрии (инг.) = The interferometric diameter and internal structure of Sirius A // Astronomy and Astrophysics. — EDP Sciences, 2003. — Т. 408. — С. 681—688. — DOI:10.1051/0004-6361:20030994
- ↑ Список ближайших к Сириусу звёзд 2018 йыл 4 декабрь архивланған..
- ↑ Hartmut Frommert, Christine Kronberg. The Ursa Major Moving Cluster, Collinder 285. 2003-04-26 . SEDS. Дата обращения: 22 ноябрь 2007. Архивировано из оригинала 20 декабрь 2007 года.
- ↑ Jeremy R. King, Adam R. Villarreal, David R. Soderblom, Austin F. Gulliver, Saul J. Adelman Stellar Kinematic Groups. II. A Reexamination of the Membership, Activity, and Age of the Ursa Major Group (инг.) // The Astronomical Journal : journal. — IOP Publishing, 2003. — Т. 15. — № 4. — С. 1980—2017. — DOI:10.1086/368241 Архивировано из первоисточника 3 июль 2014.
- ↑ Olin J. Eggen. Сверхскопление Сириуса в каталоге FK5 (инг.) = The Sirius supercluster in the FK5. — 1992. — В. 4. — Т. 104. — P. 1493—1504. — DOI:10.1086/116334
- ↑ Olano C. A. The Origin of the Local System of Gas and Stars (инг.). — 2001. — Т. 121. — P. 295—308. — DOI:10.1086/318011
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Holberg J. B. Sirius: Brightest Diamond in the Night Sky. — Springer — Praxis, 2007. — 250 p. — ISBN 978-0-387-48941-4.
- Noah Brosch. Sirius Matters. — Spinger, 2008. — 216 p. — ISBN 978-1-4020-8318-1.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Barker, Tho.; Stukeley, W. Remarks on the Mutations of the Stars (инг.) // Philosophical Transactions : journal. — 1760. — Т. 51. — С. 498—504. — DOI:10.1098/rstl.1759.0049
- Страницы, использующие расширение WikiHiero
- Википедия:Cite web (некорректное использование: параметры архивации)
- Википедия:Cite web (некорректное использование: не указан url)
- Википедия:Cite web (некорректное использование: не указан title)
- Флемстид объекттары
- Байер объекттары
- Тәржемәһе тикшерелмәгән биттәр