Инфраҡыҙыл нурланыш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Инфраҡыҙыл нурланыш
Рәсем
Тематик рәүештә ҡарай Электромагнит нурланыш
Файҙаланыусы infrared perception[d]
Commons-logo.svg Инфраҡыҙыл нурланыш Викимилектә
Изображение собаки, полученное в инфракрасном излучении

Инфраҡыҙыл нурланыш — электромагнит нурланыш, спектрҙың күҙгә күренеүсе ҡыҙыл осо (тулҡын оҙонлоғо[1] λ = 0,74 мкм (Микрометр) һәм йышлығы 430 ТГц) һәм микротулҡынлы нурланыш төрө (λ ~ 1—2 мм, частота 300 ГГц).

Инфраҡыҙылыл нурланыштың диапазоны өс өлкәгә бүленә:

  • ҡыҫҡа тулҡынлы өлкә: λ = 0,74—2,5 мкм;
  • урта тулҡынлы өлкә: λ = 2,5—50 мкм;
  • оҙон тулҡынлы өлкә: λ = 50—2000 мкм;

Инфраҡыҙыл нурланыш шулай уҡ «йылылыҡ нурланышы» булараҡ билдәле, сөнки йылынған әйберҙәрҙең инфраҡыҙыл нурланышы кешегә йылылыҡ булараҡ тәҫьир итә. Есемдән таралған нурҙарҙың тулҡын оҙонлоғо йылыныу температураһына бәйле: температура юғарыраҡ булған һайын тулҡын оҙонлоғо шул тиклем ҡыҫҡараҡ һәм нурланыштың интенсивлығы юғарыраҡ.

Есемдең ебәргән тулҡындары оҙонлоғо йылытыу температураһынан тора : температура юғарыраҡ була барған һайын, тулҡын оҙонлоғо ҡыҫҡараҡ һәм нурланыш көслөрәк була. Абсолют ҡара есемдең нурланыш спектры сағыштырмаса түбән температурала булғанда (бер нисә мең Кельвин) башлыса ошо диапазонда урынлаша. Инфраҡыҙыл нурланышты ҡуҙғытылған атомдар йәки иондар ебәрә .

Матдәләрҙең оптик сифаттары инфраҡыҙыл нурланышта күренеүсе нурланыш аҫтында булғандан айырыла . Мәҫәлән, бер нисә сантиметр ҡалынлыҡтағы һыу ҡатламы λ = 1 мкм булған инфраҡыҙыл нурланышты үткәрмәй . Инфраҡыҙыл нурланыш ҡыҙҙырма электр лампаһының, газ разрядлы лампаларҙың нурланышының күп өлөшөн , Ҡояш нурланышының 50 % тәшкил итә ; инфраҡыҙыл нурланышты ҡайһы бер лазерҙар бүлеп сығара. Уны регистрациялау өсөн йылытҡыс һәм фотоэлектрик алғыстар, шулай уҡ фотоматериалдарҙы ҡулланалар[2].

Ҡулланылыш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алыҫтан идара итеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Инфраҡыҙыл диодтар һәм фотодиодтар алыҫтан идара итеү өсөн пульттәрҙә, автоматика һәм һаҡлау системаларында, ҡайһы бер кеҫә телефондарында һ.б. ҡулланыла. Улар күҙгә күренмәү сәбәпле кешенең иғтибарын йәлеп итмәй.

Буяу киптереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Инфраҡыҙыл нурланышты сәнәғәттә лакланған йәки буялған әйбер өҫтөн киптерү өсөн ҡулланылырға мөмкин. Был ысулдың ғәҙәттәге конвекцион ысул менән сағыштырғанда өҫтөнлөктәре бар. Улар киптерү тиҙерәк башҡарылыуҙа һәм ғәҙәттәге ысулдағыға ҡарағанда энергияның кәмерәк сарыф ителеүендә сағыла.

Ашамлыҡтарҙы стерилләштереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Инфраҡыҙыл нурланыш ярҙамында ашамлыҡтарҙы инфекцияларҙан таҙартыу маҡсаты менән стерилләштерәләр.

Асыу тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Инфраҡыҙыл нурланыш 1800 йылда Уильям Гершель исемле астроном тарафынан асыла. Ҡояшты өйрәнгән ваҡытта ул күҙәтеү алып барыу өсөн ҡулланған әсбаптың йылынуын кәметеү өсөн сара эҙләй башлай. Күҙгә күренеүсе спектрҙың төрлө өлөштәренән килгән йылылыҡты термометр ярҙамында үлсәп, ул "йылылыҡ максимумы"ның спектрҙа ҡыҙыл төҫ артындағы күҙгә күренмәгән өлкәлә ятыуын аса.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Вакуумдағы тулҡын оҙонлоғо
  2. Инфракрасное излучение // Большая энциклопедия Кирилла и Мефодия