Эстәлеккә күсергә

Слукин Всеволод Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Слукин Всеволод Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 февраль 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Екатеринбург, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 1 июль 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Екатеринбург, Рәсәй
Һөнәр төрө яҙыусы, ғалим, университет уҡытыусыһы
Эш урыны Урал дәүләт архитектура-художество академияһы
Уҡыу йорто Урал дәүләт тау университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Медаль имени Н. К. Чупина

Слукин Всеволод Михайлович (11 февраль 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}), Екатеринбург1 июль 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (85 йәш), Екатеринбург) — СССР һәм Рәсәй ғалим-геофизигы, яҙыусы. Техник фәндәр кандидаты, Урал дәүләт архитектура һәм сәнғәт университеты профессоры, Рәсәй федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Тарихи-мәҙәни мираҫты өйрәнеүҙә һәм йорттар хәүефһеҙлегендә хәҙерге заман технологияларын ҡулланыу өлкәһендә белгес.

1936 йылдың 11 февралендә тыуған[1].

1959 йылда Свердловск тау институтының геофизика факультетын тамамлай. 1963—1965 йылдарҙа СССР Геология һәм ер аҫты һағы министрлығының 1-се Баш идаралығы Үҙәк Урал партияһында эшләй. 1965—1975 йылдарҙа ғилми төркөм етәксеһе, лабораторияның баш инженеры һәм «УралпромстройНИИПроект» институтында лаборатория мөдире булып эшләй. 1973 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1975 йылда Урал дәүләт архитектура академияһында уҡыта башлай, унда өлкән уҡытыусы, доцент, кафедра мөдире булып эшләй. 1992 йылдан архитектура-төҙөлөш экологияһы кафедраһы профессоры[1][2].

В.M. Слукиндың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһенә тарихи-мәҙәни мираҫты һәм биналарҙың хәүефһеҙлеген өйрәнеүҙә заманса технологиялар ҡулланыу инә. Ҡала төҙөлөшө шарттарында архитектура ҡомартҡылары өсөн һаҡланыусы зоналар концепцияһын эшләй. Уның ысулдары Бөйөк Ростов, Новгород, Екатеринбург, Түбәнге Тагил, Верхотурье объекттарында индерелә. Төҫлө металлургия предприятиеларында Слукин үҙе эшләгән системаны индерә, был система биналар һәм конструкциялар структураһында әйләнеп йөрөгән электр тогы ҡырҙарының электрокоррозион йоғонтоһон сикләй. Всеволод Михайлович — 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән һигеҙ монография авторы[1][2][3]..

«Терра-80» программаһы сиктәрендә, Слукин Всеволод Михайлович Бөйөк Ростовта, Новгородта, Вологдала, Ярославлдә, Можайскта, Тулала, Александровта, Екатеринбургта, Верхотурийҙа, Невьянскта, Үрге Тагилда, Түбәнге Тагилда, Староуткинскта, Үрге Салдала һәм Сысертта архитектура һәм төҙөлөш мираҫын өйрәнеү буйынса экспедициялар менән етәкселек итә[1].

«Урал, старина» әҙәби һәм тыуған яҡты өйрәнеү яҙмаларының баш мөхәррире, шулай уҡ үҙ инициативаһы менән ойошторолған Урал тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте президенты, тарихсылар, культурологтар һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең «Татищевские чтения» тип аталған форумын башлап ебәреүсе һәм ойоштороусы[1].

Екатеринбургта 2021 йылдың 1 июлендә вафат була[3]. Широкореченский зыяратында ерләнгән.

Әҙәби эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәктәптә уҡыған сағында уҡ яҙа башлай. Тәүге тапҡыр «Пионерская правда» гәзитендә баҫыла. 1960—1970 йылдарҙа Евгений Карташев менән берлектә «Знание — сила», «Искатель», «Пионер» журналдарында һәм башҡа баҫмаларҙа фантастик хикәйәләр баҫтыра. Әҙәбиәткә «фантос» терминын — терминология менән артыҡ йөкләнмәгән ҡыҫҡа фантастик хикәйә — индерә. Һуңғараҡ Слукин әҫәрҙәре «Воскресенье» (2004), «Урал, старина» (2004) йыйынтыҡтарында, «Веси» журналында (2009, 2010), шулай уҡ шиғырҙар йыйынтығында баҫылып сыға [2].

Маҡтаулы исмдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Н. К. Чупин исмендәге миҙал (1998)[1][2].
  • В. Н.Татищев һәм Г. В. де Геннин исемендәге премия (2003)[2].
  • Свердловск өлкәһе губернаторы премияһы[4].
Китаптары
  • Вас зовут «Четверть третьего»?: сборник (в соавт. с Е. Карташевым). - Свердловск, 1965.
  • Тайны уральских подземелий. - Свердловск, 1988. — 272 с.
  • Слукин В. М. Архитектурно-исторические подземные сооружения: (типология, функция, генезис). — Свердловск: Издательство Уральского университета, 1991. — 236 с. — 1100 экз. — ISBN 978-5-7408-0193-3.
  • Начертания: сборник стихотворений. - Екатеринбург, 2001.
  • Ҡалып:Демидовские гнёзда
  • Ҡалып:ЕКБ-Э (автор статей).
  • Тайны уральских подземелий: легенды, реальность, поиск. — 2-е изд., перераб. и доп. — Екатеринбург: Сократ, 2005. — 252 с. — ISBN 5-88664-214-5
  • Зорина Л. И., Слукин В. М. Улицы и площади старого Екатеринбурга. — Екатеринбург: «Баско», 2005. — 288 с. — 1000 экз. — ISBN отсутствует.
  • Цвет зрелости: сборник стихотворений. - Екатеринбург. Банк культурной информации, 2007. — 160 с.
  • Екатеринбургский Акрополь. Вознесенская горка. - Екатеринбург, 2009.
  • Ось свободы для принцессы: фантосы. - Екатеринбург, 2010.
  • Слукин В. М. Инженерные методы исследования технического состояния объектов архитектурно-исторического наследия: Учебное пособие. — Екатеринбург: Архитектон, 2014. — 112 с. — ISBN 5-7525-0145-8.
  • Слукин В. М., Смирнов Л. Н. Проектирование световой среды интерьеров жилых и общественных зданий: Учебное-методическое пособие. — 3-е изд., перераб. и доп.. — Екатеринбург: Уральский государственный архитектурно-художественный университет, 2014. — 78 с. — ISBN 978-5-7408-0201-5.
Мәҡәләләре