Эстәлеккә күсергә

Собханҡолов Хәбрәй Әхсән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Собханҡолов Хәбрәй Әхсән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1903
Тыуған урыны Өйҙөрәк, Сафар ауыл Советы, Шишмә районы
Вафат булған көнө 12 ғинуар 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Вафат булған урыны Загорины[d], Прудковский сельсовет[d], Мозырь районы, Полесье өлкәһе[d], Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө Ездовой
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Собханҡолов Хәбрәй Әхсән улы (рус. Субханкулов (Супхангулов) Хадрей (Хабрей) Ахсанович 1903 йыл — 12 ғинуар 1944 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.

Собханҡолов Хәбрәй Әхсән улы 1903 йылда элекке Башҡортостандың Өфө өйәҙе Шишмә районында Өйҙөрәк ауылында тыуа. 1943 йылдың 11 ғинуарында Шишмә районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкында ҡылыссы, ездовой булып хеҙмәт итә[1].

1944 йылдың 12 ғинуарында Белоруссия ерҙәрендә барған ҡаты һуғышта батырҙарса һәләк була. Белоруссияның Полесье өлкәһе (хәҙер Гомель өлкәһе), Мозырь районының Загорины ауылында туғандар ҡәберлегендә ерләнә. Юғалтыуҙар исемлегендә Собханҡолов Хәбрәй Әхсән улының Шишмә районында йәшәгән ҡатыны Собханҡолова Мәскүҙә Гариф ҡыҙы күрһәтелгән[2].

1944 йылдың 6 ғинуарынан 15 ғинуарға тиклем осорҙа күрһәткән хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була. Бүләкләү ҡағыҙында ҡыҙылармеец Собханҡолов Хәбрәй Әхсән улы тураһында былай тип яҙылған:

« Собханҡолов Хәбрәй Әхсән улы һөжүм итеү һуғыштарында үҙен ҡыйыу һәм тәжрибәле ездовой итеп күрһәтә. Дошмандың көслө уты аҫтында юлһыҙлыҡ шарттарында ул ут һыҙығына миналар ташый, минометтарҙы хәрби кәрәк-яраҡтар менән өҙлөкһөҙ һәм үҙ ваҡытында тәьмин итә.[3] »
  • ЦАМО Картотека: Картотека награждений Расположение документа: шкаф 18н, ящик 2
  • ЦАМО Фонд ист. информации: 58 Опись ист. информации: 18002 Дело ист. информации: 440