Соколова Нина Васильевна
Соколова Нина Васильевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 10 (23) декабрь 1912 |
Тыуған урыны | Череповец, Новгород губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 17 декабрь 2001 (89 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Серафимовка зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Уҡыу йорто | Санкт-Петербург дәүләт һыу коммуникациялары университеты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Соколова Нина Васильевна (10 декабрь 1912 йыл, Череповец, Рәсәй империяһы — 17 декабрь 2001 йыл, Санкт-Петербург, Рәсәй)[1] — СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ флоты инженер-полковнигы, СССР-ҙа беренсе водолаз ҡатын-ҡыҙ. Ладога аша торба үткәреү идеяһы авторы, үҙе үк уны төҙөүҙә ҡатнашҡан (1942)[2]. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ, «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ни́на Васи́льевна Соколо́ва (ҡыҙ фамилияһы Пи́менова) 1912 йылда Череповецта күп балалы ғаиләлә тыуған.
1931—1936 йылдарҙа Ленинград дәүләт һыу коммуникациялары университетында уҡыған һәм инженер-гидротехник һөнәренә эйә булған[3][4][5].
Уҡып сыҡҡас, Айырым тәғәйенләнешле һыу аҫты эштәрендә (Экспедиции подводных работ особого назначения — (ЭПРОН)) хеҙмәт юлын башлай һәм 3-сө ранг хәрби инженер дәрәжәһенә эйә була. [4][5][6][7].
1939 йылда Ленинградта курс үтеп, водолаз һөнәре ала. 10 метр тәрәнлекккә төшә алыр өсөн, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, М. И. Калининдыңмахсус рөхсәте кәрәк була[5][3][7].
1939 йылда Соколова Баренц диңгеҙендә Полярный причалын төҙөүгә етәкселек итә[4].
Бөйөк Ватан һуғышы башынан алып Ладогала авария-ҡотҡарыу хеҙмәтен тәьмин итеү менән шөғөлләнә [3][5].
1941 йылда һыу аҫтынан хәрби техниканы сығарыу, күл төбөнән телефон кабеле үткәреү эштәрендә ҡатнаша. Йәшәү юлы төҙөүгә лә өлөш индерә[8].
1942 йылдың яҙында ҡамалған Ленинградта яғыулыҡ бөтә башлағас, һыу аҫтынан торба үткәреү идеяһын тәҡдим итә һәм уны бойомға ашырыуҙа ҡатнашып, 43 көн эсендә быны үтәп тә сығалар (5 май — 16 июнь, 1942). Шуның өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[9][10][4][5][6][7].
Һыу аҫтынан Ленинградҡа кабель үткәреүҙә лә ҡатнаша.1942 йылда яралана, госпиталдән һуң эшенә кире ҡайта[5].
Ладогала эшләгән осронда һыу аҫтында 644 сәғәт үткәрә — 27 тәүлек самаһы[3][6].
1946 йылда инженер-полковник званиеһы ала. Высшем военно-морском училище имени М. В. Фрунзе исемендәге Юғары хәрби-диңгеҙ училищеһында уҡыта. 1958 йылда отставкаға сыға[3][5].
2001 йылда Санкт-Петербургта вафат була[3][4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ҡалып:Find a Grave.
- ↑ Санкт-Петербург. Петроград. Ленинград, 1992, с. 312
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Савина, 2016
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Бычков, 2012
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 Бычков, 2013
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Федосеев В. Тысячи спасённых жизней и подъём взорванного моста через Неву. История первой женщины-водолаза в стране . topspb.tv. Телеканал «Санкт-Петербург» (26 ноябрь 2018). Дата обращения: 12 февраль 2020.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Глебова А. «Советская русалка»: как водолаз Нина Соколова проложила «Дорогу жизни» по дну Ладоги . mir24.tv. Телеканал «Мир 24» (26 ғинуар 2020). Дата обращения: 12 февраль 2020.
- ↑ Шитов А. Жизнь счастливого человека. Увековечена память женщины, спасавшей блокадный Ленинград . tass.ru. ТАСС (ғинуар 2019). Дата обращения: 12 февраль 2020.
- ↑ Карпов, 1969
- ↑ Калашников Г. В. Ладожский трубопровод . encspb.ru. Санкт-Петербург: энциклопедия. — Комитет по культуре Санкт-Петербурга ; Институт Петра Великого. Дата обращения: 12 февраль 2020.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Карпов В. К. Подводные мастера // Ладога родная : Воспоминания ветеранов Ладожской флотилии. — Л. : Лениздат, 1969.
- Калашников Г. В. Ладожский трубопровод . encspb.ru. Санкт-Петербург: энциклопедия. — Комитет по культуре Санкт-Петербурга ; Институт Петра Великого. Дата обращения: 12 февраль 2020.
- Бычков С. Первая и единственная: Подводная война Нины Соколовой // Московский комсомолец : газета. — М., 2012. — № 25 935 (11 мая).
- Бычков С. Предана забвению // Московский комсомолец. — М., 2013. — № 25 935 (9 мая).
- Савина Е. Артерия её жизни: 27 суток под водой провела первая в стране женщина-водолаз // Российская газета. — М., 2016. — № 158 (7026) (20 июля).
- 23 декабрҙә тыуғандар
- 1912 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 17 декабрҙә вафат булғандар
- 2001 йылда вафат булғандар
- Санкт-Петербургта вафат булғандар
- Рәсәйҙә ерләнгәндәр
- Һыу коммуникацияларының Санкт-Петербург университетын тамамлаусылар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Хәрби инженерҙар
- Шәхестәр:Ленинград блокадаһы
- Һөнәрендә тәүге ҡатын-ҡыҙ