Солтанов Артур Хәбибрахман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Солтанов Артур Хәбибрахман улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 23 февраль 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Лаҡлы ауылы, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 22 март 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыны Малаяҙ, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө ветеринар
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Солтанов Артур Хәбибрахман улы (23.02.1948 — 22.03.2010) — ветеринария белгесе, хужалыҡ һәм совет эшмәкәре, Салауат районы Хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Салауат районы ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1982), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2003)[1][2].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Артур Хәбибрахман улы Солтанов 1948 йылдың 23 февралендә Башҡорт АССР-ы Салауат районы Лаҡлы ауылында күп балалы Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы Солтанов Хәбибрахман менән Нура ғаиләһендә тыуған. Аталары иртә вафат була, дүрт бала әсә тәрбиәһендә ҡала.

1971 йылда Өфөлә Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетын тамамлай[3].

Тормош һәм хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уҡыу йортонан һуң Салауат районы Ҡалмаҡҡол ауылы ветеринар участкаһына эшкә килә.

19731975 йылдарҙа үҙәге Салауат районы Әлкә ауылында урынлашҡан Салауат колхозының баш зоотехнигы.

1975 йылдың аҙағынан 1978 йылға саҡлы «Һарғамыш» совхозының баш ветврачы.

1978 йылдың октябренә йәш коммунист Солтанов Артур Хәбибрахман улын XXI партсъезд исемендәге колхоз рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Был эшендә 1986 йылға тиклем ҡала.

Артабан Район агро-сәнәғәт берекмәһенә (РАПО) эшкә күсерелә һәм тыуған ауылы Лаҡлыға Шәрифулла Хамматов исемендәге колхоз рәйесе итеп тәғәйенләнә.

19901994 йылдарҙа Салауат төҙөлөш материалдары директоры урындаҫары.

19941997 йылдарҙа Силәбе өлкәһе сик контроль ветеринар пунктының ветеринар врачы.

1997 йылда ауылдаштары Артур Хәбибрахман улы Солтановты ҡабат Хамматов исемендәге колхоз рәйесе итеп һайлап ҡуя.

2001 йылда Салауат районы Хакимиәтенә эшкә алына. 20012004 йылдарҙа Салауат районы Хакимиәтенең беренсе урынбаҫары — Салауат район ауыл хужалығы идаралығы начальнигы.

2004 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы, Салауат районының баш дәүләт ветеринар инспекторы — район ветстанцияһы начальнигы.

Артур Хәбибрахман улы ауыл хужалығы производствоһын яҡшы ойоштороусы, квалификациялы абруйлы белгес булды.

XXI партсъезд исемендәге колзозда Солтанов етәкселегендә Эре мөгөҙлө малдар һимертеү комплексы (КРС), Хамматов исемендәге колхозда мини-элеватор төҙөлдө. Ашлыҡ токтары, фермалар, скотомогильниктар, ветеринар участка биналары даими рәүештә йүнәтелде һәм төҙөкләндерелде.

Малаяҙ ауылындағы район ветеринар станцияһы бинаһы нигеҙҙән яңыртып ҡоролдо һәм ихатаһы тәртипкә килтерелде, автотранспорт яңыртылды.

Солтанов Артур Хәбибрахман улы хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1982 йылғы Указы менән «Почёт Билдәһе» ордены менән билдәләнә. 2003 йылда Артур Хәбибрахман улына «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән почётлы исем бирелә. Солтанов Артур Хәбибрахман улы шулай уҡ күп һанлы Почёт грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән[4].

Артур Хәбибрахман улы Солтанов 2010 йылдың 22 мартында вафат булды. Малаяҙ ауылында ерләнгән[5].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Артур Хәбибрахман улы тормош иптәше Жәннә Йомаҙил ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Альбина Санкт-Петербург ҡплаһында йәшәй, стоматолог. Улдары Игорь менән Рөстәм ғаиләләре менән Мәскәү ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ваҡытлы матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «На земле Салавата», № 18 от 22.02.2003. «Вся его жизнь посвящается селу», Н. Валеев.
  • «Республика Башкортостан», № 56 от 24.03.2010 г. Султанов Артур Хабибрахманович

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • С. Сабирьянова. «Земля славатская, земля батыра»

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Заслуженный работник сельского хозяйства РБ Султанов Артур Хабибрахманович, 21 октября 2021 г.
  2. С. Сабирьянова. «Земля славатская, земля батыра»
  3. «На земле Салавата», № 18 от 22.02.2003. «Вся его жизнь посвящается селу», Н. Валеев.
  4. «Республика Башкортостан», № 56 от 24.03.2010 г. Султанов Артур Хабибрахманович
  5. Султанов Артур Хабибрахманович 14 октября 2018
  6. Заслуженный работник сельского хозяйства РБ Султанов Артур Хабибрахманович, 21 октября 2021 г.