Сутягин Александр Васильевич
Сутягин Александр Васильевич | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 12 (25) август 1915 |
Тыуған урыны | Рәсәй империяһы, Ырымбур губернаһы, Верхнеурал өйәҙе, Магнитная[d] |
Вафат булған көнө | 10 ғинуар 1991 (75 йәш) |
Вафат булған урыны | СССР, РСФСР, Санкт-Петербург |
Ерләнгән урыны | Сергиевское кладбище (Уфа)[d] |
Һөнәр төрө | йырсы |
Уҡыу йорто | П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы[d] |
Йырсы тауышы | баритон[d] |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Сутягин Александр Васильевич (12 (25) август 1915 йыл — 10 ғинуар 1991 йыл) — совет йырсыһы, баритон. РСФСР-ҙың халыҡ артисы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сутягин Александр Васильевич 12 (25) август 1915 йыл Верхнеуральск өйәҙе (Ырымбур губернаһы) Магнитная станицаһында (хәҙер ул урында Магнитогорск ҡалаһы урынлашҡан) тыуа. Ата-әсәһенең алты балаһының иң бәләкәйе була. Атаһы Белорет металлургия заводы ҡасабаһынан була һәм уның ғаиләһе 1917 йылда Магнитная станицаһынан Белорет заводы ҡасабаһына күсеп килә. Ете йыллыҡ мәктәпте һәм техникум тамамлағандан һуң А. В. Сутягин Белорет металлургия заводының мартен цехына эшкә килә. Клуб янындағы үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә әүҙем ҡатнаша, боронғо романстар башҡара.[1] . 1936 йылда Башҡорт музыка училищеһын (Чернов-Шер класында уҡып) тамамлай.
1943 йылда Мәскәү консерваторияһын ( В. Владимировтың йыр класында уҡып)тамамлай.
1941 йылдан алып Башҡорт опера һәм балет театрында солист булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында БАССР Халыҡ комиссарҙары советы эргәһендәге республика радиофикация комитеты дикторы була.
1957-1975 йылдарҙа Кесе дәүләт академия опера театрында (хәҙерге Михайлов театры) сығыш яһай.
Йырсы булараҡ концертта йырҙар, романстар, дуэттар һәм сит ил операларынан ариялар, хәҙерге заман Ватан һәм урыҫ композиторҙары әҫәрҙәрен башҡара. СССР-ҙың халыҡ артисы Б. Я Лемешев менән бергә сығыш яһай.
1991 йылдың 10 ғинуарында Ленинградта вафат була, кәүҙәһе Өфөгә ҡайтарылып, Өфө Сергиев зыяратында ерләнгән.
Награда һәм премиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1946).
- Башҡорт АССР-ы халыҡ артисы (1949).
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (22.07.1954).
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (7.06.1955).
Театрҙағы эштәре.[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1955 — «Салауат Юлаев» , З. Исмәғилев — Пугачев
- 1957 — «Летучий голландец», Р. Вагнер — Голланд
- 1958 — «Эсмеральда», Даргомыжский — Клод Фролло
- «Азат», Р. А. Мортазин — Максим
- «Евгений Онегин», П И. Чайковский — Онегин
- «Пиковая дама», П И. Чайковский — Елецкий
- «Батша кәләше», А. Римский-Корсаков — Грязной
- «Риголетто», Дж. Верди — Риголетто
- «Виринея», Слонимский — Павел
- «Катерина Измайлова» — Борис Тимофеев
- «Аида», Дж. Верди — Амонасро
- «Травиата», Дж. Верди — Жермон
- «Кармен», Ж. Бизе — Эскамильо
- «Севильский цирюльник» , Дж. Россини — Фига
- Башҡа партиялары: Алеко, Кенәз Игорь, Яго, Скарпиа.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Музыкальная энциклопедия. Т.5. М., 1981.
Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Кудашев Р. «Я лиру посвятил народу своему». Ватандаш. Проверено 14 февраля 2017.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кудашев Р. «Я лиру посвятил народу своему». Ватандаш. Проверено 14 февраля 2017.
- Александр Васильевич Сутягин. Энциклопедия Башкирии. Проверено 14 февраля 2017.
- Александр Васильевич Сутягин. Башкирская Энциклопедия. Проверено 14 февраля 2017.
- Александр Васильевич Сутягин. Музыкальная энциклопедия. Проверено 14 февраля 2017.
- 25 августа тыуғандар
- 1915 йылда тыуғандар
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- 10 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1991 йылда вафат булғандар
- Санкт-Петербургта вафат булғандар
- Өфөлә ерләнгәндәр
- Мәскәү консерваторияһын тамамлаусылар
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артистары
- РСФСР-ҙың халыҡ артистары
- Баритондар
- Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаусылар
- Алфавит буйынса музыканттар
- XX быуат йырсылары
- Башҡорт опера һәм балет театры йырсылары
- СССР йырсылары
- Алфавит буйынса йырсылар
- Алфавит буйынса шәхестәр