Эстәлеккә күсергә

Сүкеп эшләнгән фигуралар паркы (Донецк)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сүкеп эшләнгән фигуралар паркы
Нигеҙләү датаһы 2001
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Донецк
Рәсми сайт pkf.donbass-name.ru
Тасуирлау биттәре donetsk.wiki/places/park…
lib-krm.org/…
Карта
 Сүкеп эшләнгән фигуралар паркы (Донецк) Викимилектә

«Сүкеп эшләнгән фигуралар паркы 2005». 7-се халыҡ-ара тимерселек оҫталығы фестивале

Сүкеп эшләнгән фигуралар паркы — Донецк ҡалаһында металдан сүкеп яһалған скульптура композициялары паркы. Проекттың авторы һәм етәксеһе — Украинаның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Виктор Бурдук. Парк 2001 йылдың авгусында асыла. Шулай уҡ йыл һайын үткәрелгән фестиваль халыҡ-ара тимерселек оҫталығы атамаһын ала. Традиция буйынса, фестиваль ваҡытында башҡарылған эштәр паркка бүләк булып тороп ҡала. Паркта нәфис металдан эшләнгән 220 композиция бар.

Донецкиҙың Ворошилов районында, ҡала башҡарма комитеты эргәһендәге скверҙа урынлашҡан. Эргәһендә — ағастан юнып яһалған әкиәт геройҙары яланы.

2001 йылда паркта беренсе туғыҙ фигура ҡуйыла. 2002 йылда уларға 19 фигура өҫтәлә. 2002 йылда «Украин беседкаһы» һәм «Дүрт аждаһа» беседкаһы урынлаштырыла. 2004 йылда «Ғашиҡтар беседкаһы» ҡуйыла. 2005 йылда паркта «Йондоҙнамә билдәләре» аллеяһы барлыҡҡа килә. 7-се халыҡ-ара тимерселек оҫталығы фестивале сиктәрендә Украинаның Тимерселек күпалышы буйынса беренсе чемпионаты ойошторола. 2006 йылда паркта әкиәт персонаждары аллеяһы барлыҡҡа килә. «Оҫталар гөлләмәһе» ҡуйыла. Әлеге ваҡытҡа 8-се халыҡ-ара тимерселек оҫталығы фестивале үткән. 2007 йылда 10 арканан торған «Аркалар аллеяһы»[1] асыла. Бынан тыш, парк «ғашиҡтар өсөн» 16 эскәмйә менән тулылана.

2008 йылда парк тағы ла шундай 6 урын менән тулылана. Сүкеп эшләнгән фигуралар паркы Европала уникаль тип таныла, ә Донецкиҙы төрлө илдәрҙең оҫталарын берләштереүсе ойошманың генераль йыйылышында "Европа тимерселәре ҡалалары ҡулсаһы"ның тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп ҡабул итәләр. Ошо ваҡиға хөрмәтенә Ҡулсалар аллеяһы (11 эш) асыла. 2009 йылда «Яратҡан ҡалама аллея»һы асыла"[2]. 2010 йылда үткән XII фестивалдә "Евро-2012"гә бағышланған «Оҫталар аллеяһы» асыла. Ивано-франковск тимерселәре эшләгән «Карусель» экспонаты ҡуйылған. 19 сентябрҙә эшләнеп Музкаль паркта «Дуҫлыҡ күпере» композицияһының беренсе өлөшө ҡуйылған. Ноябрҙә Эйфель башняһының күсермәһе урынлаштырыла һәм ул "Архитектура күсермәләре аллеяһы"на нигеҙ һала. Экспонаттарҙың дөйөм һаны — 144.

2011 йылда проекттың башҡарма директоры бурыстарын автор Донбасс тимерселәре гильдияһы сәркәтибе Евгений Лавриненкоға йөкмәтә. «Сүкеп эшләнгән фигуралар паркы» тауар маркаһы теркәлеүгә ҡабул ителгән. Тимерселек оҫталығының ун өсөнсө фестивалендә «Хөрәфәттәр аллеяһы» булдырыла, уға Мистик шар, Мәскәй әбей, Һыу инәһе, Тимерсе-килмешәк, медитация өсөн эскәмйәле Пирамида, серле билдәләре булған һәм башында ҡарға ултырған бағана, «Раштыуа төнө алдынан» әҫәрендәге шайтан, Ҡара йылан, Тәре, һаҡлаусы даға, Изге Шубин. Шулай уҡ "Архитектура күсермәһе аллеяһы"на Биг-Бен һәм Василий Блаженный соборы[3] күсермәләре лә өҫтәлгән. Дөйөм экспонаттар һаны — 161.

2012 йылдың февралендә "Яратҡан ҡалам аллеяһы"нда Донбасс тимерселәр гильдияһының ҡалаға коллектив бүләге — «Яңы йыл шыршыһы» композицияһы ҡуйыла. Дөйөм экспонаттар һаны — 162. 11 июндә «Сүкеп эшләнгән фигуралар паркы» сауҙа маркаһы теркәлә. 12 августа Ульяновскиҙа «Дуҫлыҡ күпере» композицияһының икенсе өлөшө урынлаштырыла һәм Украина һәм Рәсәй халыҡтары дуҫлығын символлаштырып 2010 йылда башланған проект тамамлана. Ҡала көнөнә "Яратҡан ҡалама аллея"ны тағы бер бүләк — роза гөлләмәһе тулыландыра. Ә фестиваль ваҡытында ҡалаға ВБР-банк тарафынан бүләк ителгән банкир ҡош күрһәтелә. Фигураның постаментына «Брось пятачок и желанья шепни. Клювик потри, чтоб сбылись они» тип яҙылған. Ҡош-копилкаға тәүге тәңкәләрҙе Донецк ҡалаһы башлығы Александр Лукьянченко менән проект авторы Виктор Бурдук һала. Шулай уҡ, фестивалгә төрлө оҫталар 46 сәскә эшләй, улар «Европа гөлләмәһен» — паркының үҙәк клумбаһында композиция барлыҡҡа килтерә. Фигураларҙың дөйөм һаны — 210. XIV Сүкеп эшләнгән фигуралар халыҡ-ара фестивалендә «Украинаның рекордтар китап» вәкиле парк ҡуйған үҙенсәлекле рекордты раҫлаған диплом тапшыра. Унда фестиваль башланғанға тиклем теркәлгән 163 эш билдәләнә. Яҙғы реставрация эштәре ваҡытында "Европа гөлләмәһе"нә тағы ла 10 эш өҫтәлә. Фигураларҙың дөйөм һаны — 220.

2013 йылда "Оҫталар аллеяһы"на тағы ла бер бүләк өҫтәлә -«Тимерсе» коллектив эше ҡуйыла. Төрлө оҫталар ебәргән йәки килтергән миниатюраларҙан тыш, фестивалгә Донецкиға бүләк итеп, "Архитектура күсермәһе аллеяһы"на «Тирмән», «Пагода» һәм «Пизан башняһы» эштәре килтерелә. Шулай уҡ фестивалдә проект авторы Донецк өлкәһе Добропольский районы Шиловка ауылында ҡуйылған композицияларҙыңПарктың филиалы — Мәктәп аллеяһы тип һаналыуын белдерә. Унда «Глобус», «Сүкелгән китап» һәм «Бер» тип аталған коллектив эштәр тора. Фигураларҙың дөйөм һаны — 228.

2014 йылда хәрби хәрәкәттәр һөҙөмтәһендә, ә Донбасс туранан-тура утҡа тотолоуға дусар булғас, фестивалде үткәреү мәсьәләһе ауыр хәл ителә. Шуға ҡарамаҫтан, ул бер генә көн булһа ла ойошторола. Сараның темаһы «Тыныслыҡ күгәрсене» була. Ярым блокадалағы ҡалаға үҙ эштәрен Австрия, Германия, Голландия, Израиль, Норвегия, күп кенә Рәсәй ҡалалары: Белгород, Калининград, Мәскәү, Пермь, Санкт-Петербург, Ульяновск һәм башҡа ҡалалар оҫталары ебәрә. Фестиваль хәрби хәрәкәттәр башланғандан алып, ҡалалағы беренсе ҙур сара була. Хәл-тороштоң ҡатмарлығын иҫәпкә алып, Донбасс тимерселәр гильдияһы махсус бүләк — «Сүкелгән тыныслыҡ күгәрсене» миҙалы булдыра. Уның эскизын Виктор Бурдук менән Евгений Лавриненко эшләй. Фестивалдә ҡатнашҡан һәм сараны ойошторған 13 кеше ошо наградаға лайыҡ була.

Донецк ҡалаһының 140 йыллығына бағышланған аллея

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2009 йылда Донецк 140 йыллығын билдәләне[4]. Был ваҡиға айҡанлы паркта яңы фигуралар аллеяһы асыла һәм уларҙың береһе «Шахтер» футбол клубы яулаған УЕФА кубогының күсермәһе була[5]. Билдәһеҙ вандалдар боҙғандан һуң, октябрҙә кубок тергеҙелергә ебәрелә[6]. Ноябрҙә ҡабат элекке урынына ҡуйыла[7].

«Ҡушылған йөрәктәр» аллеяһы композицияһында төп элемент булып замок тора, ул Украинала ғәмәлдәге иң ҙур замоктарҙың береһе.

Шулай уҡ, мэрия алдында биш метрлыҡ сүкелгән өс көмөш роза ҡуйылған. Уларҙың бейеклеге — 5 метр 40 сантиметр Тирәләрендә ҙур булмаған ике рәт ҡойма һәм ҙур булмаған 32 уйым бар. Унда донъяның төрлө илдәренән килгән тимерселәр 30х30 сантиметр дәүмәлендәге миниатюраларын урынлаштырған[8].

  1. «Аллея арок». Архивировано 26 ноябрь 2012 года. 2012 йыл 22 август архивланған.
  2. Парк кованых фигур «Любимому городу». Архивировано 26 ноябрь 2012 года. 2013 йыл 6 сентябрь архивланған.
  3. Шубин и компания. Архивировано 26 ноябрь 2012 года.
  4. Донецку — 140! Архивировано 27 ноябрь 2012 года. 2012 йыл 18 апрель архивланған.
  5. Наш Кубок УЕФА. Архивировано 27 ноябрь 2012 года. 2012 йыл 18 апрель архивланған.
  6. Кубок УЕФА исчез. Архивировано 27 ноябрь 2012 года. 2012 йыл 17 апрель архивланған.
  7. Кубок УЕФА возвращается в Парк кованых фигур. Говорит Донецк. Архивировано 27 ноябрь 2012 года. 2012 йыл 18 апрель архивланған.
  8. Три розы на Артема. Архивировано 27 ноябрь 2012 года. 2012 йыл 16 апрель архивланған.
  • А. К. Скибенко. 6 донецких экскурсий. — Донецк: Норд Компьютер, 2009. — С. 39—40. — 145 с.
  • Гильдия кузнецов готовит «изюминку» : в Донецком парке кованых фигур появится уникальная аллея // Город. — Донецк, 2009. — 10.07 — 16.07 (№ 25). — С. 2.
  • Украсить город сможет каждый : к 140-летию Донецка парк кованых фигур пополнится новыми композициями // Жизнь. — Донецк, 2009. — 10 июля (№ 99). — С. 3.