Эстәлеккә күсергә

Сәйәхов Саррах Сәйәх улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәйәхов Саррах Сәйәх улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1904
Тыуған урыны Башҡортостан Республикаhы, РСФСР
Балтай, Ҡарамалы-Ғөбәй ауыл советы, Туймазы районы
Вафат булған көнө 5 август 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Вафат булған урыны Курск өлкәһе, РСФСР, СССР
Тербун ауылы[d], Липецк өлкәһе
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Сәйәхов Саррах Сәйәх улы (рус. Саяхов Саррах Саяхович) — (1904 йыл —?), 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. Сәйәхов Саррах Сәйәх улының 1942 йылдың 5 авгусында һуғышта хәбәрһеҙ юғалыуы һәм һәләк булыуы тураһында мәғлүмәттәр ҡаршылыҡлы.

Сәйәхов Саррах Сәйәх улы 1904 йылда хәҙерге Башҡортостандың Туймазы районы Балтай ауылында тыуа. 1941 йылдың 10 декабрендә Туймазы районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкында кавалерист булып хеҙмәт итә[1].

Ҡыҙыларемеец Сәйәхов Саррах Сәйәх улының 1942 йылдың 5 авгусында Курск өлкәһендә барған һуғышта хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хәбәр ителә[2]. Икенсе мәғлүмәт буйынса уның Курск өлкәһенең (хәҙер Липецк өлкәһе) Тербуны районы Тербуны ауылында һуғышта һәләк булып туғандар ҡәберлегендә ерләнеүе тураһында әйтелә[3]. Юғалтыуҙар исемлегендә Сәйәхов Саррах Сәйәх улының Туймазы районы Балтай ауылында йәшәүсе ҡатыны Сәйәхова Ғәйникамал күрһәтелгән.

  • Источник информации: Память. Башкортостан. Книга 17