Сәлим III
Сәлим III | |||
ғосм. سليم ثالث — Selîm-i sâlis, төр. Üçüncü Selim | |||
| |||
---|---|---|---|
1789—1807 | |||
Алдан килеүсе: | Абдул-Хәмид I | ||
Дауамсы: | Мостафа IV | ||
Дине: | Ислам, Сөнниселәр | ||
Тыуған: | 24 декабрь 1761 Константинополь, Ғосман империяһы | ||
Үлгән: | 28 июнь 1808 (46 йәш) Константинополь, Ғосман империяһы | ||
Ерләнгән: | Mustafa III Mausoleum[d] | ||
Династия: | Ғосмандар[d] | ||
Атаһы: | Мостафа III | ||
Әсәһе: | Миһришах Солтан | ||
Супруг: | Safizar Kadın[d], unnamed senior consort of Selim III[d], Zibifer Kadın[d], Tabısafa Kadın[d], Refet Kadın[d], Nuruşems Kadın[d] һәм Hüsnümah Kadın[d] | ||
Автограф: | |||
Тугра: | |||
Сәли́м III (ғосм. سليم ثالث — Selîm-i sâlis, төр. Üçüncü Selim; 24 декабрь 1761 — 28 июнь 1808) — Ғосман империяһының 28-се солтаны (1789 йылдың 7 апреле — 1807 йылдың 29 майы, Мостафа III солтандың улы. Илен, Европа өлгөһөнә таянып, яңыртырға тырышҡан, либераль реформалар үткәргән, янычар корпусының иркенлектәрен һәм өҫтөнлөктәрен сикләгән. Донъяуи сәнғәт һәм шиғриәт менән мауыҡҡан. Янычарҙар тарафынан ҡолатылған.
Балалыҡ һәм йәшлек йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәлим III Мостафа III солтан һәм уның ҡатыны Миһришаһ солтандың улы була. Уның әсәһе сығышы менән Грузиянан була. Ул вәлидә-солтан дәрәжәһендә, дәүләт мәктәптәрен үҙгәртеп ҡороуҙа ҡатнашҡан. Атаһы Мостафа III киң белемгә эйә һәм илде үҙгәртеп ҡороу кәрәклегенә ышанған. Мостафа III яҡшы әҙерлекле һалдаттарҙан торған ҡеүәтле профессионал армия булдырырға тырышҡан. Был рәсәй баҫып алыуынан ҡурҡыу менән бәйле була. Солтан яңы хәрби уставтар төҙөгән, диңгеҙ һәм артиллерия академиялары асҡан. Рус-төрөк һуғышы барышында ул сирләй һәм йөрәк өйәнәгенән 1774 йылда вафат була.
Мостафа солтан ғүмере буйы мистицизм йоғонтоһонда йәшәгән: күрәҙәселәр уға улы Сәлим донъя хөкөмдары була тигән., һәм солтан вариҫы тыуыу уңайынан ете көнгә һуҙылған байрам ойошторған. Сәлим һарайҙа бик яҡшы белем алған. Мостафа III солтан улын вариҫы тип иғлан иткән, әммә Мостафа үлгәндән һуң, тәхеткә Сәлимдең бабаһы Абдулхәмид I ултырған. Солтан Абдулхәмид ағаһының улы, уның белем алыуы тураһында хәстәрлек күргән.
1789 йылда үҙенең бабаһы Абдул-Хәмид I-нең вариҫы булып ҡалғас, Ғосман дәүләтен европаса үҙгәртеп ҡорорға ниәт иткән. Халыҡ-ара хәлдәрҙең ҡырҡыулығы һәм эске иҡтисади бөлгөнлөк уның юлында еңеп сыҡҡыһыҙ ҡаршылыҡтар ҡуйған. Уға үҙенән алда идара иткәндәр Рус-төрөк һуғышын (1787—1792) мираҫ итеп ҡалдырған, һәм 1791 йылда был һуғышты, Ғосман империяһына отошло булмаған Яссы килешеүенә риза булып, тамамлап ҡуйған.
Хакимлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Реформалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1798 йылда генерал Наполеон I Бонапарт Мысырға һөжүм итә, һәм Төркиә Мысыр походына йәки Франция менән һуғышҡа йәлеп ителгән.
Тик 1802 йылда, Франция менән тыныслыҡ килешеүе төҙөгәс кенә, ул үҙенең көсөн илде яңыртыу эшенә бағышлай алған. Сәлим III идаралыҡ аппараты өлкәһендә файҙалы үҙгәрештәрҙе (бигерәк тә бюджет ведомствоһында) тормошҡа ашырған, ленный биләмәләрҙең хәрби идаралыҡтарын юҡҡа сығарған, шулай уҡ үҙенең ҡул аҫтындағыларҙы (подданныйҙарының) аң-белемле итеп күрергә ынтылған (әйтеп китер кәрәк, Сәлим III идара иткән йылдарҙа төрөк теленә байтаҡ еворпа авторҙарының, бигерәк тә, француз авторҙарының, хәрби эш, математика һәм башҡа белем йүнәлештәрендәге хеҙмәттәрен тәржемә иткәндәр, ә инде 1792 йылда яңынан төрөк типографияһы эшләп киткән).
Сәлим III солтанға, солтандарҙы ҡолатҡан йә булмаһа, башбаштаҡланып, тәхеткә ҡуйған, ҡул аҫтарында тотҡан, әммә һуғыш яланында файҙаһыҙ янычарҙарҙың йоғонтоһонан азат булырға кәрәк булған. Сәлим француз генералы Себастианиҙы саҡыртып алған һәм уның ярҙамында Низам-и Жәдид (ғосман. Nizam-ı Cedid — «яңы тәртип»), йәғни, европаса ойошторолған ғәскәр булдырған.
Был тағы башҡа реформаларға ла (уларҙың бөтөн комплексын шулай уҡ Низам-и Жәдид тип йөрөткәндәр) килтерергә тейеш булған, әммә йәмғиәт быларға әҙер булмай сыҡҡан һәм, Сәлимдең ыңғай үҙгәрештәргә ынтылышы янычарҙарҙың йәнен көйҙөргәнен күрә тороп, солтанды яҡлап сыҡмаған. Бынан тыш, Ғосман империяһы крәҫтиәндәре һәм ҡала кешеләренең, үҙгәртеп ҡороуҙарын финанс яғынан артабан тәьмин итеү өсөн уйланылған һалым менән риза булмауҙары (миҫал өсөн, ҡайһы бер ауыл хужалығы тауарҙарына һалым) арҡаһында, хакимдың хәле тағы ла ҡатмарлашҡан.
Сәлим, үҙенең хөкүмәтен көсәйтеү маҡсатында, эске реформалар үткәргән. Ул бөтә етәксе учреждениеларҙан тәҡдим биреүҙәрен һораған. Үҙгәртеүҙәренә нигеҙ сифатында, ул штрафтар һәм солтандың хәрби йөкләмәләрен үтәмәй башлаған ленниктарының мөлкәтен конфискациялауҙан тупланған Ҡаҙнаны яңыртып ҡорған; заманса мәктәптәр асҡан һәм артабан белем алыр өсөн йәш төрөктәрҙе Европаға ебәргән. Реформаларҙан элек Ғосман империяһында мәҡариф дәүләт тарафынан яйға һалынмаған була, һәм хәрби-диңгеҙ һәм хәрби техника академияларын, медицина колледждарын булдырыу илселәр һәм идарасылар өсөн дә шуға оҡшаш учреждениелар асыуға этәргес бирә.
Сәлим тәүге тапҡыр башланғыс, урта мәктәптәр һәм университеттарҙан торған дәүләт мәғарифының тамамланған системаһы планын төҙөй, һәм улар менән идара итеүсе Мәғариф министрлығы булдырыла. 1789 йылда тормошҡа ашырыла башлаған тағы ла амбициялыраҡ план түләүһеҙ һәм мәжбүри башланғыс белем биреүгә юл асҡан. Ике схема ла, аҡса юҡлыҡтан, яй тамырланған, шулай ҙа, кескәй булһа ла, 36 меңдән артыҡ традицион башланғыс мәктәп асыла. Мосолман булмағандар ҙа, империяла миссионер төркөмдәр ниеҙ һалған мәктәптәрҙә уҡый алған.
Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәлим III башҡа илдәр менән илселек мөнәсәбәттәренең мөһимлеген аңлаған һәм Европаның бөтә бөйөк державалары һарайҙарында даими илселектәр булыуын талап итһә лә, мосолмандарға ҡарата дини хөрәфәттәр урын алғанлыҡтан, быны тормошҡа ашырыуы анһат булмаған[1]. Солтан Бөйөк Британияла, Францияла, Пруссияла һәм Австрияла илселектәргә нигеҙ һалған.
Рус-төрөк һуғышы (1787—1792)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бынан алдағы, 1768—1774 йылдарҙағы, рус-төрөк һуғышы Төркиә императрица Екатерина II-нән Польшаның эске эштәренә ҡыҫылыуҙан тыйылыуын һораған өсөн башланған. Һөҙөмтәлә, рус ғәскәрҙәре төрөктәрҙе тәьҫирле тар-мар итә — Аҙауҙы, Ҡырымды һәм Бессарабияны яулай, под командованием фельдмаршал Пётр Александрович Румянцев-Задунайский етәкселегендә Молдавияны баҫып ала, шулай уҡ төрөктәрҙе Болгарияла ҡыра. Төрөктәр тыныслыҡ эҙләргә мәжбүр була, һәм Көчөк-Ҡайнаржа тыныслыҡ килешеүе төҙөлә. Был килешеү буйынса Ҡырым ханлығы төрөк солтанынан бойондороҡһоҙ була, һәм 1783 йылда Екатерина бөтә Ҡырым ярымутрауын Рәсәйгә ҡушыу мөмкинлеген ала.
1787 йылда яңы һуғыш тоҡана, Рәсәйҙе яңынан Австрия хуплай. Генерал Александр Васильевич Суворов командалығында рус ғәскәрҙәре бер нисә еңеүгә өлгәшә, һәм Рәсәйгә Днестр һәм Дунай йылғаларының түбәнге ағымын контролдә тотоу мөмкинлеген бирә. Сәлим III солтан, үҙ дәүләтенең абруйын тергеҙер өсөн, Рәсәй менән тыныслыҡ килешеүе төҙөр алдынан, исмаһам, бер тапҡыр булһа ла, еңергә теләгән, әммә төрөк армияһының хәле өмөтләнерлек булмаған. Шуның өсөн Рәсәйҙең артабанғы уңыштары төрөктәрҙе 1792 йылдың 9 ғинуарында Яссы тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйырға мәжбүр итә.
Һуғыш ахыры Төркиә өсөн һәләкәткә тиң була: был килешеү буйынса Төркиә Ҡара диңгеҙҙең бөтә көнбайыш украин яр буйын Рәсәйгә бирә. Төркиә 1806 йылда Молдавия һәм Валахияның бөтә рус яҡлы наместниктарын ҡолатҡандан һуң, 1806—1812 йылдарҙа бәләкәй масштаблы Рус-төрөк һуғышы башлана. Был ваҡытта, Франция менән мөнәсәбәттәрҙә асыҡлыҡ булмаған саҡта, Рәсәй Төркиәгә ҡаршы ҙур ғәскәр туплау Рәсәй өсөн кәрәкмәгән. Ләкин 1811 йылда, Франция менән һуғыш тоҡаныу алдында торған Рәсәй көньяҡ сигендәге көсөргәнешлекте тиҙ хәл итеү сарпһын күргән. Фельдмаршал Михаил Илларионович Кутузовтың 1811—1812 йылдарҙағы еңеүле кампанияһы 1812 йылдың 18 майында төрөктәрҙе Бухарест тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйырға мәжбүр итә. Был юлы Төркиә Рәсәйгә Бессарабияны бирә. Рәсәй шулай уҡ төрөк хакимлығына ҡаршы баш күтәргән сербтарҙы автономия перспективаһы менән тәьмин итә для. Был Портаның Балҡандағы хәлен ҡатмарлаштырған.
Австрия-төрөк һуғышы (1787—1791)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй империяһы менән һуғыш барғанда, Сәлим III Рәсәй союздашы булған Австрия менән дә һуғышырға мәжбүр булған. Хәрби хәрәкәттәр башлыса Дунай кенәзлектәрендә һәм Хорватияла бара һәм етди һөҙөмтәләргә алып килмәй — был һуғыш театры Порта өсөн икенсел генә булып ҡала.
Франк-төрки мөнәсәбәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Францияла монархия ҡолатылыуына ҡарамаҫтан, ғосман хөкүмәте, дәүләт-ара хеҙмәттәшлеген дауам итергә теләгәнлеген еткереп, Константинополдәге француз вәкилдәрен тынысландырған.
Ғосман империяһы менән Рәсәй араһындағы һуғышты туҡтатҡан 1792 йылғы Яссы тыныслыҡ килешеүенән һуң, Сәлим, француздарға уларҙың көрәшенә шәхсән теләктәшлек йөрөтһә лә, Француз революцияһы һөҙөмтәһендә тоҡанған европа конфликттарынан ситтә торорға өмөтләнгән. Сәлимдең нейтралитетҡа ынтылышы уның хәрби реформа пландарын тормошҡа ашырыу өсөн күпмелер ваҡыт отоу теләге менән аңлатыла.
Әммә 1798 йылдың 1 июлендә француз ғәскәрҙәре Мысырға яу аса, һәм Сәлим Францияға ҡаршы һуғыш иғлан итә. Француздарҙың Мысырҙы баҫып алыуы Наполеон көткәнгә ҡапма-ҡаршы килеүсе һөҙөмтәләр биргән. Бөйөк Британия колониаль власына ябырылыр урынға Мысырға һөжүм итеү Портаны шомландыра һәм инглиздәр менән, шулай уҡ элекке дошманы — Рәсәй менән союз төҙөүгә этәрә. Шулай ҙа, 1802 йылға Амьен тыныслығы Франция һәм Икенсе коалиция араһында һуғышты туҡтата. Тыныслыҡ Наполеонға, ныне первому консулу Францияның беренсе консулына, бер аҙ тын алырға һәм шул арауыҡта Ғосман империяһы менән мөнәсәбәттәрҙе тергеҙергә мөмкинлек бирә.
1802—1807 йылдар Наполеондың төрөктәр яҡлы сәйәсәт алып барған осоро. Ғосман империяһы менән дуҫлыҡты һәм союздаш булыуҙы ул үҙенең төп дошманы, Бөйөк Британияға, ҡарата файҙалы ҡорал, шулай уҡ Рәсәйгә ҡаршы тороу сараһы итеп ҡараған. Налаживанию Франк-төрөк мөнәсәбәттәренең яйға һалыныуына ике фактор булышлыҡ иткән[2]: беренсенән, дәүләттәр араһындағы оҙайлы илселек һәм иҡтисади мөнәсәбәттәр тарихы (XVI быуаттан башлап), француздар тәүгеләрҙән булып төрөктәр менән сауҙа килешеүе төҙөгән, ә француз эшҡыуарҙары ғосман иҡтисадына байтаҡ аҡса индергән инвестировали; икенсенән, солтан Сәлим III ғүмеренең күп өлөшөндә француздарға бер ни тиклем тартылған. Солтан көнбайыш европа театры, музыкаһы, сәнғәте һәм шиғриәте, европа хәрби сәнғәте менән мауыҡҡан. Солтан булмаҫ элек үк, ул Людовик XVI королгә, нисек итеп ғосман ҡораллы көстәрен европа кимәленә күтәрергә кәәш биреүен һорап, йәшерен хат яҙған булған.
Француздар менән элекке мөнәсәбәттәр булыуы мөмкин булмаһа ла, солтан элекке үпкәләрен онотмаған, һәм Төркиә Наполеон яҡлы булып, Бөйөк Британияны континенталь ҡамауға ҡушыла. 27 декабрҙә Рәсәйгә, 1807 йылдың мартында — Бөйөк Британияға һуғыш иғлан итә.
Шиғриәт һәм сәнғәт менән ҡыҙыҡһыныуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәлим III бик әүәҫ музыка яратыусы булған, һәм уның был сифаты тәхет вариҫы булған дәүерендә лә күҙгә ташланып торған. Сәлим III ике музыка ҡоралында (танбурҙа һәм найҙа, оҙонса флейтала) ғына уйнап ҡалмаған, музыка ижад иткән: айырым алғанда, ун дүрт мугам стилендәге композицияны, шуның өсәүһе хәҙерге ваҡытта ла уйнала, ул ижад иткән.
Бынан тыш, Сәлим III империяның композиторҙарын, улар араһында Деде Эфендиҙен һәм Амбарцум Лимонджянды, ҡурсалаған.
Янычарҙар болаһы, ҡолатылыуы һәм үлтерелеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портаның балҡан биләмәләрендә — Сербияла һәм Валахияла башланған солтан власының көсһөҙлөгөн күрһәткән сираттағы сыуалыштар, Сәлимде ҡолатыуға этәргес була. Рәсәй менән һуғыштарҙа тар-мар ителеүҙәр, шулай уҡ солтандың европалыларға (подданныйҙар һәм һарай яны ҡатламдар ҡарашында) артыҡ мөкиббәнлеге фонында, Сәлимдең абруйы тулыһынса түбән тәгәрәй, һәм реформаларға ҡаршы шәйхулислам фәтүәһе менән рухландырылған янычарҙар уға ҡаршы баш күтәрә. Янычарҙар Истабулды баҫып ала, тәхеткә Мостафа IV-не, Абдулхәмид I-нең улын (1807) ултырталар. Сәлимде һарай эсендә ҡарауыл аҫтында тоталар.
Рущук наместнигы, реформалар яҡлы Алемдар Мостафа-паша Байраҡтар 40.000 кешенән торған ғәскәр йыя һәм Сәлим III солтанды ҡабат тәхеткә ултыртыу маҡсаты менән, Константинополгә йүнәлә, ләкин ул бик һуңлап килә: ҡолатылған солтан алашарҙар ҡарауылсылары начальнигы тарафынан бысаҡ менән сәнсеп үлтерелгән була[3]. Ошоно белгәс, Мостафа-паша тәхеткә Мостафаның энеһе Мәхмүт II-не ултыртмаҡсы була.
Икенсе фараз буйынса, Сәлим үҙенең һәрәмендә тотолған. 1808 йылдың 28 июлендә, кесаҙнаға ҡаршы төндә, ул үҙенең яратҡан ҡатыны, Рефет Хатун, йәки ике кәнизәге менән була. Алемдар Мостафа-паша үҙенең армияһы менән ҡалаға яҡынлашҡанда, Мостафа IV Сәлимде һәм Мәхмүт шәйхзаданы үлтерегә бойора. Сәлим III солтанды хеҙмәтсе Фәттах Грузии, казначейство хеҙмәтсеһе Әбе Сәлим һәм Нәзир-ағa исемле ҡара тәнле алашар үлтерәләр. Үлтереүселәр хәнйәрҙәрен тотоп килә башлағас, бер кәнизәге Сәлим менән улар араһына баҫа һәм үлтерелә. Рефет Ҡадын-әфәнде аңын юғалтып йығыла, солтан көрмәкләшкәндә үлтерелә, легенда буйынса, уның һуңғы һүҙҙәре «Allahu Akbar» («Аллаһ бөйөк») була. Кәүҙәһен тиҙ генә юрғанға урағандар. Үлтереүселәр Мәхмүт шәйхзаданы эҙләп табып үлтерегә юлланалар, ләкин ул ҡасып ҡотола алған.
Өсөнсө фараз буйынса, Сәлим хакимлыҡ итеүсе солтан бойороғо буйынса быуып үлтерелгән. Ул Лалели мәсетендә атаһының ҡәбере эргәһенә ерләнгән.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәлим III-нең һигеҙ кәнизәге: Әфитаб Ҡадын-әфәнде[4] (1813 й. вафат булған), Хөснишах Ҡадын-әфәнде[5] (1814 й. вафат булған), Нуришәмс Ҡадын-әфәнде[6] (1826 й. вафат булған), Нәфизәр Ҡадын-әфәнде[7] (1792 й. вафат булған), Рефет Ҡадын-әфәнде[8] (1780—1870), Зибифәр Ҡадын-әфәнде[9] (1817 й. вафат булған), Табисафа Ҡадын-әфәнди[10] (1854 й. вафат булған) һәм Пакизә Ҡадын-әфәнде[11] тураһында билдәле.
Кинолағы образы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Адмирал Ушаков» (1953) — актёр Вадим Васильев
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ The Ottoman Empire and the reforms of Selim III
- ↑ Franco-Turkish Relationship during First Empire
- ↑ Goodwin, Jason: «Lords of the Horizons», Chapter 24: The Auspicious Event, 1998
- ↑ Süreyya, 1 Cild, 1996, s. 3
- ↑ Süreyya, 1 Cild, 1996, s. 18
- ↑ Süreyya, 1 Cild, 1996, s. 32
- ↑ Süreyya, 1 Cild, 1996, s. 31
- ↑ Süreyya, 1 Cild, 1996, s. 36
- ↑ Süreyya, 1 Cild, 1996, s. 46
- ↑ Süreyya, 1 Cild, 1996, s. 43
- ↑ Alderson, 1956, p. 174
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Alderson, Anthony Dolphin. The Structure of the Ottoman Dynasty. — Ҡалып:Oxf.: Clarendon Press, 1956.
- Süreyya Mehmed Bey. Sicill-i Osmani / ed. Nuri Akbayar. — Istanbul: Tarih Vakfi Yurt Yayınlar, 1996. — P. 19. — ISBN 975-333-049-5, 975-333-038-3.
- Basaran, Betul, Selim III, Social Control and Policing in Istanbul at the End of the Eighteenth Century: Between Crisis and Order, Leiden: Brill, 2014
- Malecka, Anna. «The mystery of the Nur al-Ayn diamond», in: Gems and Jewellery, August/September 2014, pp. 20-22.
- Palmer, Alan. The Decline and Fall of the Ottoman Empire (1992) ch 3
- Shaw, Stanford J. «The origins of Ottoman military reform: the Nizam-i Cedid army of Sultan Selim III.» Journal of Modern History (1965): 291—306. in JSTOR
- Shaw, Stanford Jay. Between old and new: the Ottoman Empire under Sultan Selim III, 1789—1807 (Harvard University Press, 1971)
- Tuncay Zorlu, Sultan Selim III and the Modernisation of the Ottoman Navy (London, I.B. Tauris, 2011).
Алдан килеүсе: Абдул-Хамид I |
Османский султан 1789—1807 |
Һуңынан килеүсе: Мустафа IV |
- 24 декабрҙә тыуғандар
- 1761 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Истанбулда тыуғандар
- 28 июндә вафат булғандар
- 1808 йылда вафат булғандар
- Төркиәлә ерләнгәндәр
- Страницы, размер изображений на которых содержит лишний px
- Ғосман империяһы солтандары
- XVIII быуат хакимдары
- XIX быуат хакимдары
- Ҡолатылған монархтар
- Үлтерелгән монархтар
- Быуып үлтерелгәндәр
- 1808 йылда язаланғандар