Сәлих Тайиб
Сәлих Тайиб | |
ғәр. الطيب صالح | |
Зат | ир-ат[1][2][3] |
---|---|
Гражданлыҡ | Судан |
Тыуған көнө | 12 июль 1929[4][5] или 13 июль 1929[6] |
Тыуған урыны | Эд-Дебба[d], Северный штат[d], Судан |
Вафат булған көнө | 19 февраль 2009[7][2][8][…] (79 йәш) |
Вафат булған урыны | Лондон, Бөйөк Британия |
Үлем сәбәбе | бөйөр етешмәүсәнлеге[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | Ғәрәп теле |
Һөнәр төрө | яҙыусы, журналист, дипломат, романист |
Уҡыу йорто |
Лондон университеты Хартумский университет[d] |
Сәлих Тайиб Викимилектә |
Тайиб Сәлих (ғәр. الطيب صالح) 12 июль 1929 йыл, Кармакол, Төньяҡ штаты — 18 февраль 2009 йыл, Лондон) — Судан яҙыусыһы, ғәрәп телендә яҙған. Хартум, һуңынан Лондон университетында уҡыған. Журналист булараҡ матбуғатта, радио (шул иҫәптән — ғәрәп Би-би-си мәхәрририәтендә эшләй). Катарҙа (Доһа) Мәғлүмәт министрлығының генераль директоры була. 10 йыл Фарсы ҡултығының ғәрәп илдәрендә ЮНЕСКО вөкиле була[9].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәлих Тайиб Африка континентындағы иң билдәле яҙыусыларҙың береһе, әммә уның эштәре донъяла аҙ билдәле. Был яҙыусы көнсығыш һәм көнбайыш мәҙәниәте араһында йәшәгән. Ғәрәп әҙәбиәтен яҡлаған, ғәрәп яҙыусыларының ижадын тәржемәләү һәм популярлаштырыу өсөн сығыш яһай. Яҙыусы 1929 йылда Судандың төньяҡ провинцияһында Мерово округы Әд Дебба ҡаласығында тыуған, әммә ғүмеренең күп өлөшөн тыуған иленән ситтә үткәрә. Ул бала саҡтан дини мәктәпкә йөрөй. Мәктәптән һуң Хартум университетында белем ала. Башта ул ауыл хужалығы өлкәһендә эшләргә йыйына. Әммә, уҡытыусы булып бер аҙ эшләгәндән һуң, Лондонға китә, унда университетта Британия телерадиокомпанияһы BBC-ла эшләй. Был тәжрибә уға Судан радиоһы етәксеһе булып эшләргә мөмкинлек бирә, әммә тиҙҙән Катарға эмиграцияға китә.
Суданда ислам режимы ҡарамағында кеше хоҡуҡтары һәм Ҡөрьәнде сәйәси маҡсаттарҙа ҡулланыу өсөн сығыш яһай. Ун йылдан артыҡ ғәрәп телле Al Majalla журналда Ҡөрьән судан сәйәси бүлек алып бара. Илһамды үҙенең бәләкәй тыуған иленән ала. Әҙәби ижад карьераһын 1953 йылда баҫылып сыҡҡан «Финиковая пальма у ручья» хикәйәһенән башлай. 1960 йылда «Пальма Вад Хамида» йыйынтығы баҫылып сыға.
Яҙыусы Лондонда 80-се йәшендә бөйөр ауырыуынан вафат була.
Танылыуы һәм ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәлих прозаһының донъяға билдәле романдарының береһе Сезон паломничества на Север (1966), ул донъяның 20-нән ашыу телдәренә тәржемә ителә һәм 2001 йылда Ғәрәп Әҙәбиәте академияһы тарафынан XX быуатта иң мөһим ғәрәп романы тип атала, ул XX быуаттың йөҙ иң яҡшы Африка китаптары иҫәбенә инә.
Тайиб дүрт роман һәм хикәйәләр йыйынтығы авторы. Сәлих күберәк «сәйәси» яҙыусы кеүек билдәле, үҙ әҫәрҙәрендә көнсығыш менән көнбайыш араһындағы, колонизаторҙар һәм колониялаштырылғандар араһындағы конфликтты тикшерә. Ләкин ошо уҡ яҙыусы уның күп эштәре яҙылған психологизм менән дә билдәле. Автор реалистик теүәллек менән ерҙе тасуирлай, шул уҡ ваҡытта уға хисле тасуирлама бирә. Судан беҙҙең алда уның еҫтәре, тәбиғәт һәм кешеләре менән ваҡ деталдәрҙә күрһәтелә. Һәм, бигерәк тә, сәйәси мотивтар түгел, ә Нил буйында тыныс тормош алып барыусы кешеләрҙең хисле күренештәре күҙгә ташлана. Сәлихтең әҫәрҙәрендә сағыу образдар күп, уның теле шиғриәтле. Әҫәр геройҙары ғәрәп теленең төньяҡ судан диалектында һөйләшә, ләкин бөтә ғәрәп телле халыҡтар өсөн аңлайышлы һүҙҙәр ҙә ҡулланыла.
Драматик монолог формаһында яҙылған үҙенең тәүге «Пальма Вад Хамида» хикәйәләр йыйынтығында (1960), Сәлих Судан ауылы тормошона эске һәм тышҡы йоғонтоларҙы тикшерә. Уның геройҙары ауыл йәмғиәте мөхитендә лә, шулай уҡ айырым алынған ғаиләлә лә ихтыяр көсөн иҙеүгә һәм коррупцияға ҡаршы көрәшә.
«A Handful of Dates» хикәйәһендә йәш кеше үҙенең яратҡан олатаһының ҡанһыҙлығын аңлай башлай. Мәҙәниәт вәкиле кеүек олатаһының фигураһы Судан ауылының бер үе ваҡытта ауырыуын да, матурлығын да дөйөмләштерә, ул ейәнен яуаплылыҡ йөгө менән йонсота, һәм был Сәлих ижадының даими мотивы. Был циклда олатай менән ейәндең мөнәсәбәттәре темаһы ысынында яңылыҡ һәм иҫкелек, йолалар һәм замансалыҡ араһындағы конфликтты һүрәтләү тора.
Яҙыусының иң билдәле, уға донъя даны килтергән әҫәре булып «Сезон паломничества на север» романы тора. Әммә шул уҡ ваҡыт яҙыусының тағы ике мөһим эшен билдәләргә кәрәк: «Свадьба Зейна» повесы һәм «Бендер-шах» романы, береһе икенсеһен тулыландыра һәм тематик трилогияны тәшкил итә.
«Свадьба Зейна» повесы тәүге тапҡыр Бейрутта 1964 йылда «Хивар» журналында сыға, әммә тулыһынса 1966 йылда Суданда «Әл-Хартум» журналында баҫылып сыға. Уны ғәрәп илдәрендә популяр булып китә. Был повеста Сәлих Судандың ауыҙ-тел ижадын көнбайыш мәҙәниәтенең классик ҡанундары менән бәйләргә тырыша. Төп геройы үҙенә күрә Шекспирҙың аҡыллы идиоты. Зейн был образды ихлас диҡҡәтлелек менән тулыландыра. Тап ошо диҡҡәтлелеге арҡаһында уны ауылдың иң матур ҡыҙы һайлай. Повестың башҡа геройҙары Төньяҡ Судандың сағыу мәҙәниәтен сағылдыра. Туй, автор фекеренсә, мөхәббәт, донъя, йәмғиәттә гармония һәм түҙемлелек символын кәүҙәләндерә. Әммә был гармония артабанғы әҫәрҙәрендә боҙола бара.
Тематик трилогияһының киләһе романы шул уҡ «Хивар» журналында Бейрутта баҫылып сыға. Был яҙыусының иң билдәле романы. 2001 йылда Ғәрәп Әҙәбиәте академияһы уны 20 быуатта иң яҡшы ғәрәп романдарының береһе тип атай. Башта автор уны триллер һымаҡ уйлай (үлтереү тарихы тураһында), әммә аҙаҡ романдың ниәте үҙгәрә. Бында автор фекерен Европа һәм ғәрәп-африка мәҙәниәтенең көрәшенә туплай. Шулай ҙа бының менән хәҙерге йәмғиәттә кеше урынының экзистенциаль урынын күҙәтергә мөмкин. Төп герой Сәид Мостафа ысын монстр, ул мөхәббәт белмәй һәм шуның менән үҙен яратҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙы юҡҡа сығара. Роман нәшер ителеп бер нисә йыл үткәс, баҫманы ЦРУ финанслаған тигән имеш-мимештәр барлыҡҡа килә. Мысырҙа һәм Суданда енси темаларға бәхәстәр һәм исламды тикшереү арҡаһында романды тыялар. Романда автор иғтибарын көнсығыш һәм көнбайыш, ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ, христиан һәм мосолман, эрос һәм танатос, традициялар һәм хәҙерге заман, ҡала һәм ауыл араһындағы конфликттарға йүнәлтә.
«Бендер-шах» — был дилогия «Дуаль-Бейт» һәм «Марьюд» тип аталған ике өлөштән тора (1971; 1977). «Бендер-шах» әҫәрендә яңылыҡ һәм иҫкелек араһындағы көрәш күрһәтелә. Яҙыусы, мәҙәниәт йәмғиәт характерына тап килергә тейеш тип ышана, ә романда яңы мәҙәниәт булдырыу өсөн Судан халҡы түләгән хаҡ күрһәтелгән. Романдың композицияһы тарихтар үрелешенән тора, ҡайһы берҙәрендә хәҙерге һәм үткәнге, реаль ысынбарлыҡ һәм миф бергә ҡушыла. Романдың бындай төҙөлөшө тормоштоң үҙенең тотороҡһоҙлоғон күрһәтә.
Тайиб Сәлих ижадында яҙыусының юғары оҫталығын һәм эпик персонаждарын билдәләү мөһим. Шулай уҡ судан ауылы, мәңгелек Нил, киң сүллектәр һәм тымыҡ романтик төндәр һүрәтләнә. Суданда бер нисә Сәлих Тайиб исемендәге әҙәби премия булдырылған.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сезон паломничества на Север/ Mawsim al-Hijra ila al-Shamal (1966)
- Свадьба Зейна/ Urs' al-Zayn (1969, повесть, 1976 йылда экранлаштыра, [1])
- Бендер-шах/ Bandarschâh (1978, роман)
Рус телендәге баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Свадьба Зейна. Сезон паломничества на Север. Бендер-шах. М.: Радуга, 1982
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Hassan W.S. Tayeb Salih: ideology and the craft of fiction. Syracuse: Syracuse UP, 2003.
- Ат Тайиб Салих. Свадьба Зейна. Сезон паломничества на Север. Бендер шах. — М: Радуга. — 1982
- www.aljadid.com/…/season-tayeb-salih-crossing…
- wordswithoutborders.org/…/tayeb-salih-192920…
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- На сайте Арабский книжный мир (инг.)
- Некролог в газете Гардиан (инг.)
- Некролог на сайте Би-би-си (инг.)
- ↑ Record #68971699 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Dictionary of African Biography (ингл.) / E. K. Akyeampong, Henry Louis Gates, Jr. — NYC: OUP, 2012.
- ↑ al-Ṭayyib Ṣāliḥ // AlKindi (онлайн-каталог Доминиканского института востоковедения)
- ↑ Tayeb Saleh // Babelio (фр.) — 2007.
- ↑ https://cs.isabart.org/person/142741
- ↑ http://news.bbc.co.uk/1/hi/world/africa/7896724.stm
- ↑ al-Tayyib Salih // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ AYYILDIZ, E. (2018). Et-Tayyib Sâlih’in “Mevsimu’l-Hicre İle’ş-Şemâl” Adlı Romanının Tahlili. Ankara Üniversitesi Dil ve Tarih-Coğrafya Fakültesi Dergisi, 58(1), 662-689. doi:http://dx.doi.org/10.33171/dtcfjournal.2018.58.1.31