Эстәлеккә күсергә

Сәс биҙәүестәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәс биҙәүестәре
Рәсем

Сәс биҙәүестәре (рус. Накосные украшения) — ҡатын‑ҡыҙҙың байрам, йола һәм көндәлек кейеменә ҡарап тағылған күп төрлө традицион биҙәүестәр комплексы.

Төрҙәре: елкәлек, елкәмес, арҡалыҡ, ҡаралыҡ, сәсмәү, сәсҡап, сәсбау, сәсҡап, сулпы, сәсмәүер, үрмес, сәсүрмес, ҡаралыҡ, сәсүргес, көйәнтәле сулпы, суҡлы сәс үргес, сәстәңкә.


Йола буйынса ҡыҙҙар сәстәрен ике толомдан үргән, ләкин бергә тоташтырырға тырышҡан. Сәсбау булып йөн ептән йәки ат ҡылынан үрелгән таҫма хеҙмәт иткән, ул толом төбө аша үткән.[1]

Сәс биҙәүестәре тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт ҡатын‑ҡыҙҙары байрам, йола һәм көндәлек кейеменә ҡарап сәс биҙүестәрен һайлаған. Сәс биҙәүестәре күп төрлө булған һәм төбәк үҙенсәлеге менән айырылған, һәр яҡта үҙенсә аталған: елкәлек, елкәмес, арҡалыҡ, сәсмәү, сәсбау, сәсҡап, сулпы, сәсмәүер, үрмес, сәсүрмес, ҡаралыҡ, сәсүргес ҡаралыҡтар, елкәлектәр, сәсмәүҙәр һ.б. Сәс биҙәүестәре һаҡлағыс, бетеү,талисман итеп файҙаланылған, күҙ тейеүҙән һаҡлаған. Улар ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, татар һәм Урал‑Волга буйының башҡа халыҡтарында киң таралған була.

Сәсбауҙың киң таралған төрҙәренә йөн ептән йәки ат ҡылынан үрелгән, таҫма йә бауҙан яһалған, төрлө суҡтар менән биҙәлгән ҡаралыҡтар ингән. Ҡаралыҡҡа зыңлап торған сылтыраҡ сулпы, бер йәки икешәр ҡат тәңкә йәки һумлыҡ, бетеү ҡушып тегелгән. Елкә биҙәүестәре итеп эске яғынан ҡаралыҡ үткәрер өсөн тишеге булған ҙур айыл (өлфөйә, өрфөйә — төҫлө металдан йәки ҡалайҙан семәр­ләп эшләнгән тәңкә кеүек ҡатын-ҡыҙ биҙәүесе) ҡулланылған. Бындай сәсмәүгә ҡортбаш йәки өлпөй (ҡаҙҙың һуйып, эҫе һыуға тыҡмаҫ борон алып киптерелгән ҡойроҡ осондағы мамығы) тағыу бар. Улар яман күҙҙән, насар һүҙҙән һаҡлай. Сәйлән (бисер) менән биҙәргә була.[2]

Башҡортостандың көньяҡ һәм көнсығыш райондарында күн йәки туҡыманан яһалған ярым түңәрәк, өсмөйөш йәки тура мөйөш формаһындағы, мәрйен, сәйлән, тәңкә менән биҙәлгән елкәлектәр таралған була, уларҙың ҡайһы берҙәренең биҙәге кеше йөҙөн хәтерләткән. Уларҙы муйынсаҡтан эшләнгән сәсмәү, осона тәңкәләр баҫылған биҙәкле тар таҫмаларҙан эшләнгән сәсүргес (сәс үрмесе) менән таҡҡандар.[3]

Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышында, Дим йылғаһы бассейнынында, төньяҡта ҡайһы бер урындарҙа ике-өс рәт тәңкә менән тегелгән, өҫкө яғына ярым аҫыл таштар беркетелгән айыл, аҫҡы яғына сулпыларларҙан торған сәсҡап «футляр, сәс өсөн чехол» (арҡалыҡ) таралыу алған, толомдо беркетеү өсөн элмәк эшләнгән.[4] Ҡайһы бер төрки-монгол халыҡтарында сәс толомдарын тышҡа Һалыу традицияға әйләнгән. Башҡорттарҙа сәсҡап шәлъяулыҡ менән өҫтән ҡапланып, әкренләп арҡа биҙәүесенә әйләнә,түш биҙәүесе — һаҡал менән бергә йөрөтөлә башлай. Һуңыраҡ ярым аҫыл таштар менән биҙәлгән көмбәҙ рәүешендәге елкә биҙәүестәре тарала башлай.

Сәсбау йәки сәсмәү — бәләкәс балалар, йәш ҡыҙҙар өсөн биҙәүес. Кескәй ҡыҙҙарҙың сәсе сикәләп кенә үрелә лә ҡолаҡ тапҡырынан сәсбау тағып дауам ителә. Үремдәрҙең һаны бер нисә булыуы, тиҫтәгә етеүе мөмкин — был сәстең ҡалынлығынан, оҙонлоғонан һәм әсәйҙең теләгенән тора. Сәсбау бауҙан, ептән йә таҫманан эшләнә. Борон уны йөндән иләнгән ептән ишкәндәр. Ҡыҫҡа ғына сәсле бәпестәр өсөн 20 сантиметр самаһы еп етһә, сәс оҙонлоғо билдән түбән төшкәндәргә 1,5 метр китеүе бар. Бауҙың ике яҡ осона суҡ тағабыҙ. Бының өсөн ябай епте, мәҫәлән, китапҡа ҡат-ҡат итеп урайбыҙ. Шунан тигеҙ генә ара ҡалдырып, дүрт урындан сәсбауға тип әҙерләнгән бауҙы беркетәбеҙ. Ике бауҙың уртаһынан епте ҡырҡабыҙ. Бер генә бөртөк ҡортбаш йәки бер нисә һуғылған (еңел) тәңкә ҡуйырға мөмкин. Суҡ урынына ҡыҙыл төҫтәге бәләкәс кенә өсмөйөш ҡуйырға була. Бындай сәсмәүгә ҡортбаш йәки өлпөй (ҡаҙҙың һуйып, эҫе һыуға тыҡмаҫ борон алып киптерелгән ҡойроҡ осондағы мамығы) тағыу бар. Улар яман күҙҙән, насар һүҙҙән һаҡлай. Сәйлән (бисер) менән биҙәргә була.[5]

XIX аҙағы — XX быуат башында башҡорт ауылдарында шымартылған үҫемлек орнаменты төшөрөлгән ике-өс дүңгәләктәр менән беркетелгән сулпылар таралған була. Көмөш сулпылар башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ғына түгел, мәҙәни йәһәттән яҡын булған ҡазан татарҙары, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ ҡатын-ҡыҙҙарының да сәс биҙәүсе булып тора. Башҡорттарҙа улар бөтә ерҙә лә, шул уҡ ваҡытта Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә лә осрай.[6]

Көйәнтәле сулпы — көмөш тәңкәләрҙән, семәрләп эшләнгән ерлектән, көмөш ҡулсаларҙан, фирүзә, аҡыҡ һәм башҡа затлы таштарҙан торған, сәс толомона ҡушып үрелгән биҙәнеү әйбере.

Өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар сәс толомдарына металл сулпылы таҫма үргән. Сәстәрен ҡаплаған шәлъяулыҡ аҫтынан таҫма аҙағына беркетелгән ауыр сулпылар йәки тәңкәләр күренеп тора. Көньяҡ Башҡортостанда, Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә сәс үргестәр ҡабул ителгән: таҫмаға ҙур тәңкә йәки сулпы менән биҙәп, 5-7-9-11 тәңкә теккәндәр, сулпылар парлы булған.[7]