Сәхәүетдинов Нәсибулла
Сәхәүетдинов Нәсибулла | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1902 |
Тыуған урыны | Арыҫлан, Ҡыйғы районы |
Вафат булған көнө | 20 ғинуар 1944 |
Вафат булған урыны |
Полесье өлкәһе[d], Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР Передрейка, Осовецкий сельсовет[d], Петриковский район[d], Полесье өлкәһе[d], Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | яугир |
Хәрби звание | Сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Сәхәүетдинов Нәсибулла (рус. Сахаутдинов Насибулла 1902 йыл — 20 ғинуар 1944 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, гвардия сержанты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәхәүетдинов Нәсибулла 1902 йылда хәҙерге Башҡортостандың Ҡыйғы районы Арыҫлан ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Ҡыйғы районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкында кавалерист булып хеҙмәт итә[1]. 1944 йылдың 20 ғинуарында Белоруссия ерҙәрендә барған ҡаты һуғышта батырҙарса һәләк була. Белоруссияның Полесье өлкәһе (хәҙер Гомель өлкәһе) Мозырь районының Передрейка ауылында туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Юғалтыуҙар исемлегендә гвардия сержанты Сәхәүетдинов Нәсибулланың Ҡыйғы районы Арыҫлан ауылында йәшәгән ҡатыны Сәхәүетдинова Кәримә күрһәтелгән[2]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаймуратовцы. САХАУТДИНОВ Насибулла (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2021)
- Память народа. Сахаутдинов Насибулла Донесение о безвозвратных потерях (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2021)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ЦАМО Фонд ист. информации: 58 Опись ист. информации: 18002 Дело ист. информации: 352