Сөнәғәт

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Сөнәғәт (Сөнәғәтулла) — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сөнәғәт (Сөнәғәтулла) — «оҫталыҡ», «һөнәрлелек», «һөнәрмән» тигән мәғәнәле мосолман ир-ат исеме[1].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сөнәғәт Карам Әхмәтов (14 сентябрь 1905 йыл — 28 ноябрь 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ВКП(б) ағзаһы, политрук.

Сөнәғәт Ғата улы Ноғоманов (1921 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, рядовой. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-сы (башҡа сығанаҡта 275-се кавалерия полкындағы химик взводы) взводы яугиры.

Фамилияларҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сөнәғәтуллин Йәүҙәт Оморҙаҡ улы (Исеменең башҡа варианттары — Жәүҙәт; атаһының исеменең башҡа варианттары — Ғүмерҙаҡ улы (12 июнь 1924 йыл — 29 сентябрь 2007 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының штаб начальнигы элемтәсеһе, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1944).

Сөнәғәтуллина Зилә Даян ҡыҙы (30 июль 1949 йыл) — СССР һәм Рәсәй опера йырсыһы (лирик-колоратур сопрано), педагог, профессор, Н. Г. Йыһанов исемендәге Ҡазан дәүләт консерваторияһының вокал сәнғәте кафедраһы мөдире.

Сөнәғәтуллин Закир Ғибәҙулла улы (рус. Сунагатуллин Закир Гибадуллич 1909 йыл — 6 июль 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ