Табидзе Тициан Юстинович
{{{Исеме}}} | |
Тициан Юстинович Табидзе (1895 йылдың 21 марты (2 апреле), Рәсәй империяһы Кутаиси губернаһы Чквиши ауылы — 1937 йылдың 16 декабре) — грузин һәм совет шағиры, прозаик, тәржемәсе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл дин әһеле ғаиләһендә тыуған. Шағир Галактион Табидзе (1892—1959) Тициандың ике туған ағаһы.
1905 йылдан ул В. В. Маяковский уҡыған Кутаиси гимназияһында уҡый.
Йәштән шиғыр яҙа башлай, гимназияның 6-сы класынан (1912 йыл) шиғырҙары һәм рус һәм француз шағирҙарының грузин теленә тәржемәләре — тәүҙә кутаиси, ә аҙаҡ тифлис ҡалалары гәзиттәрендә баҫылып сыға.
1917 йылда Мәскәү университетының тарих-филология факультетын тамамлай. Мәскәүҙә рус символистары менән яҡынлаша. «Зәңгәр мөгөҙҙәр» (1915) грузин символист төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе, был төркөмдөң «Баррикадалар» органын мөхәррирләгән.
Тбилисиға килгән һәр шиғри ҡунаҡты, ҡағиҙә булараҡ, тәүгеләрҙән булып Тициан Табидзе һәм Паоло Яшвили ҡаршы алған.
Был йәһәттән Табидзе данлыҡлы шағир Александр Чавчавадзеның традицияларын дауам иткән. Осраҡ ихтыяры буйынса, ул нәҡ Александр Чавчавадзеның йорто торған ерҙә йәшәгән.
1924 йылдың сентябрь айында улар Сергей Есенинды, 1926 йылдың мартында — Владимир Маяковскийҙы ҡаршы алған.
1931 йылда Грузияға Борис Пастернак килгән, был артабан дуҫ булып аралашҡан ике шағирҙың тарихи осрашыуы булған. Пастернактың, Заболоцкийҙың, Әхмәтованың тәржемәләрендә Тициандың ижады рус әҙәбиәтенә лә ингән.
1937 йылдың башында Мәскәүҙә һәм Ленинградта Тициан Табидзеның ижад кисәһе үтә. Шул уҡ йылда ул төрлө (протоколға ярашлы Мдивани Буду, Л. Гасвиани, Г. Мгалоблашвили, Сакварелидзе, В. Дарахвелидзе, Г Элиава, Н. Мицишвили, Д. Церетели, А. Микадзе, Д. Ломадзе һәм Б. Квиташвили[1] [2]) шаһитлығы буйынса, милләтселектә, зыян килтереүҙә, француз разведкаһына эшләүҙә ғәйепләнеп, репрессиялана) — Грузин ССР-ы Эске эштәр комиссариаты эргәһендәге Тройканың 1937 йылдың 15 декабре ҡарары менән 1937 йылдың 16 декабрендә атып үлтерелгән. Үлгәндән һуң, 1954 йылдың 26 июнендә СССР Юғары Суды Хәрби коллегияһының 4н-06912/54 һанлы билдәләмәһе менән, аҡланған.[1]
Ҡатыны — Табидзе Нина Александровна (1900—1964).
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Рион-порт» (поэма, 1928)
- «Тыуған ил» (шиғырҙар)
- «Тбилиси төнө» (шиғыр)
- «Окрокана» (шиғыр)
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]сайты битендә
- Ҡулға алғанға тиклем Тбилисиҙа Грибоедов урамы, 18 йорто адреса буйынса йәшәгән, унда «Был йортта 1921—1937 йылдарҙа билдәле грузин яҙыусыһы Тициан Табидзе йәшәгән» тип яҙылған мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Был йортта шағирҙың музейы ла урынлашҡан[3].
- Тбилиси ҡалаһында Тициан Табидзе һәйкәле ҡуйылған һәм шағир исемен йөрөткән урам бар.
- Шағирҙың тыуған ауылы Чквишиҙа Йорт-музей асылған.
- Юнна Мориц «Тициан Табидзены хәтерләп»[4] шиғырын арнаған.
- Үлемһеҙ барак проекты сайтындағы бит.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡалып:Книга:Ronald Grigor Suny:The making of the Georgian nation (2)
- Barnes, Christopher J. (2004), Boris Pasternak: A Literary Biography, p. 147. Cambridge University Press, ISBN 0521520738
- Г. М. Цурикова Тициан Табидзе: жизнь и поэзия. Серия «Неизвестный XX век» 2015, 480 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Поэзия московского университета 2019 йыл 18 июль архивланған.
- ТАБИДЗЕ ТИЦИАН. С. Есенин в Грузии
- Ҡалып:Из КЛЭ
- ↑ 1,0 1,1 Лист из следственного дела Тициана Табидзе. Архив Комитета государственной безопасности Грузии
- ↑ Табидзе Тициан Юстинович (1893) . ru.openlist.wiki. Дата обращения: 4 февраль 2019.
- ↑ Необходимо задать параметр
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . - ↑ Памяти Тициана Табидзе 2013 йыл 21 февраль архивланған.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- Мәскәү университетының тарих-филология факультетын тамамлаусылар
- СССР шағирҙары
- Грузин шағирҙары
- Грузия шағирҙары
- Тбилисиҙа вафат булғандар
- 1937 йылда вафат булғандар
- 16 декабрҙә вафат булғандар
- 1895 йылда тыуғандар
- 2 апрелдә тыуғандар
- Википедия:Cite web (некорректное использование: не указан url)
- Википедия:Cite web (некорректное использование: не указан title)