Маяковский Владимир Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Маяковский Владимир Владимирович
рус. Владимир Маяковский
Рәсем
Заты ир-ат[1]
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Влади́мир Влади́мирович Маяко́вский
Тыуған көнө 19 июль 1893({{padleft:1893|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[2][3][…]
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Кавказский край[d], Кутаиси губернаһы[d], Кутаисский уезд[d], Багдати[d]
Вафат булған көнө 14 апрель 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[5][6][…] (36 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Мәскәү өлкәһе, Мәскәү ҡалаһы[5]
Үлем төрө Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу
Үлем сәбәбе пуля (снаряд ярсығы) яраһы[d]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Сожитель Лиля Юрьевна Брик[d]
Балалары Томпсон, Патрисия[d]
Туған тел рус теле
Яҙма әҫәрҙәр теле рус теле
Место содержания под стражей Бутырка төрмәһе[d]
Һөнәр төрө художник-плакатист, шағир, актёр, драматург, яҙыусы, мәҙәниәт хеҙмәткәре, рәссам, журналист, театр актёры, кино актёры, режиссёр, театр режиссёры, художник-гравёр
Сәнғәт йүнәлеше Русский футуризм[d] һәм футуризм[d]
Уҡыу йорто С. Г. Строганов исемендәге Мәскәү дәүләт художество-сәнәғәт академияһы[d]
Мәскәү һынлы сәнғәт, архитектура һәм төҙөү сәнғәте училищеһы[d]
Школа № 91 (Москва)[d]
Эш урыны Санкт-Петербург[8]
Әүҙемлек осороноң башланыуы Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 199: Функция для отображения свойства не найдена.
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1930
Сәйәси фирҡә ағзаһы Рәсәй социал-демократик эшселәр фирҡәһе[d]
Ҡултамға
Рабочая рука левша[d]
Ҡатнашыусы Documenta 8[d][9]
Жанр шиғыр[d], поэма[d], Агитпроп[d] һәм театр пьесаһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин комсомолы премияһы
Рәсми сайт v-v-mayakovsky.ru​ (рус.)
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Vladimir Mayakovsky
Статус авторского права как автора срок действия авторских прав истёк[d]
Собрание работ Чикагский институт искусств[d], Тейт[d] һәм Хәҙерге сәнғәт музейы (Нью-Йорк)[10]
Commons-logo.svg Маяковский Владимир Владимирович Викимилектә
Маяковский тыуған йорт

Владимир Владимирович Маяковский (7 [19] июля 1893, Багдати, Кутаиси губернаһы[11] — 14 апрель 1930, Мәскәү) — рус совет шағиры. Футурист. XX быуаттың күренекле шағирҙарының береһе[12][13].

Шиғриәт тыш, үҙен сағыу драматург, киносценарист, кинорежиссёр, киноактер, рәссам, «ЛЕФ» («Левый фронт»), «Новый ЛЕФ» журналдарының мөхәррире итеп таныта.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Владимир Маяковский Рәсәй империяһының Кутаиси губернаһының Багдати ауылында (совет осоронда ҡасаба Маяковский тип атала) Эриван губернаһында өсөнсө разрядлы урмансы булып эшләүсе (1889 йылдан — Багдат урмансылығында) Владимир Константинович Маяковский ғаиләһендә (1857—1906) тыуа. Әсәһе, Александра Алексеевна Павленко (18671954), Кубань казактары тоҡомонан, Кубанда, Тернов станицаһында тыуған. 1924 йылғы «Владикавказда — Тифлис» поэмаһында Маяковский үҙен «грузин» тип атай. 1927 йылда ул: «Мин 1894 йылда[14] Кавказда тыуғам. Атайым — казак, әсәйем — украин. Беренсе телем — грузин теле. Шулай, өс мәҙәниәт араһындамын», — ти (Праганың «Presse Prager» гәзитенә интервьюһынан)[15]. Атаһы яғынан өләсәһе, Данилевская Ефросинья Осиповна — тарихи романдар авторы Г. П. Данилевскийҙың ике туған һеңлеһе, Запорожье казактарынан. Буласаҡ шағирҙың ике апаһы: Людмила (1884 йыл1972 йыл) һәм Ольга (1890 йыл1949 йыл), ике ағаһы: Константин (өс йәшендә скарлатинанан вафат була) һәм Александр (сабый сағында үлә) була.

1902 йылда Маяковский Кутаисиҙа гимназияға уҡырға инә. Ата-әсәһе кеүек үк ул грузин телендә иркен һөйләшә. Революция демонстрацияһында ҡатнаша, агитация брошюралары уҡый. 1906 йылдың февралендә, ҡағыҙҙарҙы теккәндә бармағына энә сәнсеп, ҡаны ағыуланып атаһы вафат була. Шул ваҡыттан алып Маяковский заколка һәм булавкаларҙы күрә алмай, бактериофобия унда ғүмерлеккә ҡала.

Шул уҡ йылдың июлендә Маяковский әсәһе һәм апаһы менән бергә Мәскәүгә күсенә, унда 5-се классик гимназияның (хәҙер — Мәскәүҙең Поварҙар урамындағы 91-се мәктәбе) 4-се класына уҡырға бара, унда Б. Л. Пастернактың ағаһы Шура менән бер класта уҡый. Ғаилә фәҡирлектә йәшәй. 1908 йылдың мартында уҡыу өсөн түләмәгәнлектән 5-се синыфтан сығарыла.

Беренсе «ярымшмғырын» 3-сө гимназияла рөхсәтһеҙ сығарылған «Порыв» журналында баҫтыра. Үҙенең һүҙҙәре буйынса, «бик революцион килеп сыға һәм шул уҡ дәрәжәлә йәмһеҙ ҙә».

Мәскәүҙә Маяковский революцион көйләнештәге студенттар менән таныша һәм марксистик әҙәбиәт менән мауыға башлай, 1908 йылда РСДРП сафына инә. Сауҙа-сәнәғәт подрайонында пропагандист була, 1908—1909 йылдарҙа өс тапҡыр ҡулға алына (йәшерен типография эше, анархист-экспроприаторҙар менән бәйләнештә шикләнеү, Новинск төрмәһенән сәйәси каторжан ҡатын-ҡыҙна ярҙам итеүҙә шикләнеү буйынса). Беренсе эш буйынса, бәлиғ булмағанлыҡтан, судтан һуң ата-әсәһенең ҡулына тапшырыла; икенсе һәм өсөнсө эштәр буйынса өсөн дәлилдәр етешмәгәнлектән азат ителә.

Төрмәлә Маяковский «ғауға ҡуптара», шуға күрә уны йыш ҡына бер урындан икенсеһенә күсереп йөрөтәләр: Басманный[16], Мещанский[17][18], Мясниницкий[19] һәм, ниһайәт, Бутырка төрмәһе. Унда ул, «Мин үҙем» автобиографияһында яҙыуынса, 11 ай яңғыҙ камерала ултыра үткәрә (ғәмәлдә — яҡынса 6 ай: 1909 йылдың 2 июленән 1910 йылдың 9 ғинуарына тиклем).

Маяковский 1910 йылда

Төрмәлә 1909 йылда Маяковский тағы шиғырҙар яҙа башлай, әммә яҙғандарынан ҡәнәғәт булмай. Ххәтирәләрендә былай тип теркәй:

Вышло ходульно и ревплаксиво. Что-то вроде:

    «В золото, в пурпур леса одевались,
    Солнце играло на главах церквей.
    Ждал я: но в месяцах дни потерялись,
    Сотни томительных дней».

Исписал таким целую тетрадку. Спасибо надзирателям — при выходе отобрали. А то б ещё напечатал!

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Museum of Modern Art online collection
  2. Person Profile // Internet Movie Database — 1990.
  3. RKDartists
  4. Kunstindeks Danmark
  5. 5,0 5,1 Гончаров Б. П. Маяковский Владимир Владимирович // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1974. — Т. 15 : Ломбард — Мезитол. — С. 542–543.
  6. Vladimir Vladimirovich Majakovski
  7. Encyclopædia Britannica
  8. Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #118640801 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  9. https://www.documenta.de/en/retrospective/documenta_8
  10. http://www.moma.org/collection/works/9119
  11. Ныне — в Имеретии, Грузия.
  12. [История русской литературы XX века (20-90-е годы). Основные имена]
  13. 19 июля 120 лет со дня рождения Владимира Маяковского. Новости. Первый канал  (рус.). 28 ноябрь 2019 тикшерелгән.
  14. ФЭБ: Арутчева и др. Примечания: Маяковский. ПСС: В 13 т. Т. 13. — 1961 (текст). feb-web.ru. 28 ноябрь 2019 тикшерелгән.
  15. ФЭБ: Маяковский. Из беседы с сотрудником газеты «Прагер пресс». — 1961. feb-web.ru. 28 ноябрь 2019 тикшерелгән.
  16. Басманная полицейская часть. Тәүге сығанаҡтан архивланған 7 ғинуар 2012. 8 октябрь 2009 тикшерелгән.
  17. Мещанская полицейская часть 1825-1875гг.. 28 ноябрь 2019 тикшерелгән.
  18. МЕЩАНСКАЯ СЛОБОДА. 28 ноябрь 2019 тикшерелгән.
  19. Мясницкая полицейская часть. Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 апрель 2013. 8 апрель 2012 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]