Кәримов Таһир Шакир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тагир Шакирович Каримов битенән йүнәлтелде)
Кәримов Таһир Шакир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 5 ғинуар 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Әхмәр, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 21 июнь 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (66 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө композитор
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Кәримов Таһир Шакир улы (5 ғинуар 1912 йыл21 июнь 1978 йыл) — композитор.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Таһир Шакир улы Кәримов 1912 йылдың 5 ғинуарында Ауырғазы районының Әхмәр ауылында тыуған. Ул алты йәшенән тальянда өҙҙөрөп уйнарға өйрәнә. Уның олатаһы батша армияһында полк оркестрында музыкант була, әсәһе матур йырлаған һәм ҡумыҙҙа оҫта уйнаған.

Башланғыс класс уҡыусыһы Таһир, район смотрында беренселекте алып, гармун менән бүләкләнә. Алтынсыны тамамлағанда уға тальян һатып алалар. Ә 1929 йылда сик һаҡсыһы булып хеҙмәт иткән ағаһы янына Ашхабадҡа китә. Бер үк ваҡытта уҡый ҙа, эшләй ҙә, ебәк туҡымалар техникумын тамамлай. Эшкә Үзбәкстандың Ҡаған ҡалаһына ебәрәләр. Буш ваҡытында ҡулына баян ала, үҙаллы нота танырға өйрәнә.

Бер ваҡыт уны Фәйзи Ғәскәров күреп ҡала һәм Өфөгә эшкә саҡыра. Шулай итеп, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең музыка бүлеге етәксеһе вазифаһында хеҙмәт юлы башлана. Фәйзи Ғәскәров менән Таһир Кәримов икәүләп яңғыҙ, парлы, күмәк бейеүҙәр ҡуя. Ансамбль «Бүләк», «Өс таған», «Ете ҡыҙ», «Дуҫлыҡ», «Бөрйән ҡыҙҙары», «Болғар сюитаһы», «Төҙөүселәр» кеүек нисәмә тиҫтә йыл буйы йөҙөк ҡашындай балҡып торған бейеүҙәрҙе сәхнәгә сығара. Уларға көйҙө Таһир Кәримов яҙғанлығын белеүселәр аҙҙыр хәҙер.

19561972 йылдарҙа Таһир Кәримов Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының музыка бүлеге мөдире булып эшләй. Утыҙҙан ашыу спектаклгә көй яҙа: «Яңғыҙ ҡайын», «Ҡыҙ урлау», «Бажалар», «Ялҡынһыҙ яна йөрәк», «Йөрәк менән шаярмайҙар», «Ул ҡайтты», «Айгөл иле», «Тиле йәшлек», «Һин ҡайҙа?», «Әсәйемдең сал сәстәре», «Боҙҙар аҡтарылғанда», «Серле моң».

Таһир Кәримов ни бары 66 йәшендә вафат була.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кәримов Таһирйән Шакир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.