Эстәлеккә күсергә

Мөхөтдин Тажи

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тажитдинов Мѳхѳтдин Язар улы битенән йүнәлтелде)
Мөхөтдин Язар улы Тажитдинов
Псевдонимдары:

Мөхөтдин Тажи

Тыуған көнө:

3 апрель 1906({{padleft:1906|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})

Тыуған урыны:

Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы) Кәртәле ауылы

Вафат булған көнө:

11 август 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (85 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Мөхөтдин Тажи (төп исеме — Мөхөтдин Язар улы Тажитдинов; 3 апрель (16 апрель) 1906 йыл11 август 1991 йыл) — журналист, шағир. 1936 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Мөхөтдин Язар улы Тажитдинов 1906 йылдың 3 апрелендә (яңыса 16 апрелдә) Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе[1] Кәртәле ауылында урмансы ғаиләһендә тыуған. Ун йәшенән ҡаҙаҡ далаларында көтөү көтә, байҙарҙа батраклыҡта йөрөй. 19201924 йылдарҙа Сермән ауылындағы балалар йортонда тәрбиәләнә. Шунан һуң Өфөләге башҡорт педагогия техникумында уҡый. «Башҡортостан йәштәре», «Башҡортостан» гәзиттәрендә эшләй.

1936 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. 19371954 йылдарҙа Башҡортостан тарих, тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтында, БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Сәнғәт эштәре идаралығында, республика радиокомитетында, «Әҙәби Башҡортостан» журналында эшләй.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөхөтдин Тажи әҙәбиәткә егерменсе йылдар аҙағында килә. Уның тәүге шиғыр һәм очерктарына азат хеҙмәт кешеһен кәүҙәләндереү, уға дан йырлау характерлы. Шағирҙың 1934 йылда яҙылған «Тәлгәш ҡайын» поэмаһында башҡорт халҡының социаль аңы уяныуы, байҙарға ҡаршы стихиялы көрәшкә күтәрелеүе сағыла. Әҫәр халыҡ ижадын оҫта файҙаланыуы менән дә үҙенсәлекле. Ватан һуғышы йылдарында яҙылған әҫәрҙәре араһынан «Урал егете» поэмаһы (1941) айырыуса иғтибарға лайыҡлы. Бында шағир Александр Матросов ҡаһарманлығына оҡшаш күренештәрҙең совет йәмғиәте өсөн тәбиғи икәнен күрһәтте. Һуңғы йылдарҙа әҙип «Сәғиҙәнең яҙмышы» исемле повесть яҙа, тәржемә менән дә шөғөлләнә.

  • «Беҙҙең ил»
  • «Асыу һәм үс»
  • «Һулыш»
  • «Плакучая берёза»
  • «Һайланма шиғырҙар һәм поэмалар»
  • «Уйланыуҙар»
  • «Һайланма әҫәрҙәр»
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2021)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2021)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2021)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр.  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2021)