Тайминя Дайна
Тайминя Дайна | |
латыш. Daina Taimiņa | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Латвия Америка Ҡушма Штаттары |
Тыуған көнө | 19 август 1954 (70 йәш) |
Тыуған урыны | Рига, Латвия ССР-ы[d], СССР |
Хәләл ефете | David W. Henderson[d] |
Һөнәр төрө | математик, тополог, популяризатор науки, университет уҡытыусыһы, деятель изобразительного искусства |
Эшмәкәрлек төрө | топология, геометрия[1], математика[1], геометрия Лобачевского[d][1], теория автоматов[d][1], история математики[d][1], Халыҡ сәнғәте кәсептәре[1] һәм вязание крючком[d][1] |
Эш урыны | Корнелл университеты[d] |
Уҡыу йорто |
Латвия университеты[d] Беренсе дәүләт гимназияһы[d] |
Ғилми етәксе | Фрейвалдс, Русиньш Мартыньш[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | pi.math.cornell.edu/~dta… |
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
Число Эрдёша | 3 |
Тайминя Дайна Викимилектә |
Дайна Тайминя Яновна (латыш. Daina Taimiņa, ингл. Daina Taimina; 19 август 1954 йыл, Рига) — латыш сығышлы америка математигы. Математика фәндәре докторы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дайна Тайминя Ригала 1954 йылда тыуған. Рига гимназияһын һәм Латвия дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлаған (1977). 1990 йылда Белоруссия Фәндәр академияһының математика институтында «Behavior of Different Types of Automata and Turing Machines on Infinite Words» кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1992 йыл Латвия университетында докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Латвия университетында һәм Ригалағы Уҡытыусыларҙы уҡытыу институтында уҡыта.. 1992 йылдан 1996 йылға тиклем «Zvaigzne» и «Mācību grāmata»ғилми нәшриәттәрендә мөхәррир булып эшләй. 1997 йылдан 2006 йылға тиклем Корнелль университетында ассоциацияланған профессор.
2007 йылдан Дайна Таймина Нью-Йоркта Корнелла Университетында профессор сифатында математиканан уҡыта. 2010 йылда Diagram премияһы лауреаты була, премияны Британия журналы The Bookseller йыл һайын китаптың сәйер атамаһы өсөн бирә. Дайн Тайминяның китабы «Вязальные приключения с гиперболическими плоскостями» («Crocheting Adventures with Hyperbolic Planes») тип атала, һәм премия жюрийы был атаманы «тулыһынса аҡылһыҙлыҡ» тип атай[2][3].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дайна Тайминя Евклидтыҡы булмаған геометрияның гиперболик яҫылыҡтарҙы күҙ алдына килтереү буйынса йөҙ йыллыҡ проблемаһын хәл итә[4][5]. Гиперболик яҫылыҡтар Евклидтыҡы булмаған геометрияға ҡағыла, уны ғәҙәттә күҙ алдына килтереүе ауыр. Дайна Таймина бәйләнгән туҡымаларҙы файҙаланып быны эшләй алған. Студия курсында Невклидтыҡы булмаған геометрияны ҡулланыу өсөн, гиперболик яҫылыҡтың беренсе моделен ул 1997 йылда ырғаҡ менән бәйләгән. Шул ваҡыттан алып ул йөҙҙән ашыу геометрик модель бәйләгән[6].
Баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Китап авторы:
- «Вязальные приключения с гиперболическими плоскостями» («Crocheting Adventures with Hyperbolic Planes») (AK Peters, 2009)
- Experiencing Geometry: Euclidean and Non-Euclidean with History (co-author with David Henderson, 3rd edition, Pearson Prentice Hall, 2005)
- «История математики» (1990 г.)
- «Математика античности», Mathematics in antiquity (Латвия), рига: University Press, 1981
һ.б.
Рус, латыш һәм инглиз телдәрендә барлығы 47 баҫма.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Taimiņa, Daina // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Латвийский математик стала лауреатом международной премии за «полное безумие» на сайте Delfi.lv, 29 марта 2010
- ↑ Математик Дайна Тайминя из Латвии стала лауреатом премии «Diagram» на сайте baltic-course.com, Нина Коляко, БК, Рига, 30.03.2010
- ↑ Arī Latvija piedalās pasaules tamborēšanas projektā Interneta grāmatnīca, Tija Vīksna, .2009.
- ↑ How crochet solved an age-old maths problem 2008 йыл 2 декабрь архивланған. Times, Alex Bellos, 2008
- ↑ Ceļš no matemātikas uz mākslu (недоступная ссылка). Дата обращения: 22 апреля 2010. Архивировано 4 марта 2016 года.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Персональная интернет страница (инг.) на сайте Корнеллского университета