Эстәлеккә күсергә

Таймыр

74° с. ш. 100° в. д.HGЯO{{#coordinates:}}: нельзя иметь более одной первичной метки на странице
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Таймыр ярымутрауы битенән йүнәлтелде)
Таймыр
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Красноярск крайы[1]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Карский диңгеҙе
Иң юғары нөктә Бырранга[d]
Майҙан 400 000 км²
Подробная карта
Карта
 Таймыр Викимилектә

Таймыр (Таймыр ярымутрауы) — Рәсәйҙәге ярымутрау. Евразия континентында ҡоро ер ҡитғаһының иң төньяҡ өлөшө. Карск диңгеҙендәге Йәнәсәй ҡултығы менән Лаптевтар диңгеҙендәге Хатанга ҡултығы араһында урынлашҡан. Рәсәйҙәге иң ҙур ярымутрау (400 000 км2). Өҫкө ҡатламдарының характеры буйынса өс өлөшкә бүленгән: Төньяҡ-Себер уйһыулығы, көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа һуҙылған Бырранг (1125 метрға тиклем бейеклектә) тауҙары һәм Карск диңгеҙ яры буйындағы тигеҙлек. Ярымутрауҙың көньяҡ сиге булып Путоран платоһының[2] төньяҡ сумалағы (уступ) һанала. Таймырҙың төньяғында диңгеҙ эсенә мороно менән тәрән инеп киткән Челюскин ярымутрауы урынлашҡан. .

Таймырҙағы эре йылғалар: Пясина, Үрге һәм Түбәнге Таймыр, Хатанга.

Иң ҙур күлдәре: Таймыр, Портнягино, Кунгасалах, Лабаз, Кокор.

Иң ҙур ҡултыҡтар: Миддендорф, Пясин, Симс, Таймыр ҡултығы, Клавенес Тереза, Фаддей, Прончищева Мария бухта.

Административ яҡтан Красноярск крайы составына инә.Унда айырым Таймыр Долгано-Ненец өлкәһен төҙөй. Иң ҙур тораҡ— Ҡарауыл ауылы

Атаманың килеп сығышы буйынса бер нисә фараз бар. Иң киң таралған фараз: Боронғо тунгус атамаһы «тамур» («ҡиммәтле, ҡәҙерле, бай») алынған тигәне. Эвенктар тәүҙә балыҡҡа бай Таймыр йылғаһын шулай тип атаған. XIX быуатта географ һәм сәйәхәтсе Миддендорф Александр Федорович (1815—1894) аша был исем бөтә ярымутрауына таралған[3][4].

Башҡа варианттар ҙа бар, мәҫ. саха «муор туой» — «тоҙло күл» (күсмә мәғәнәлә "бай, мул «, сөнки болан тереклеге өсөн тоҙ кәрәк. Шулай уҡ, саха һүҙе „Тымыр“ҙан — ҡан тамыры тигән һүҙҙән алынған тигән фараз да йәшәй.

„Тай мярей“ — „пеләш“, „ялтас“ тигән ненец һүҙенән алыныуы ла мөмкин. Бәлки, тундраның өҫкө йөҙө менән сағыштырып шулай аталғандыр.

Нганасан телендә „таа мирэ“ — „болан һуҡмаҡтары“ тигән.

Таймыр ярымутрауы субарктик һәм арктика зонаһында урынлашҡан. Был урындағы климаттың ныҡ ҡырыҫлығын күрһәтә.Таймыр өсөн оҙайлы һалҡын ҡыш (-62 температураһына тиклем °C) һәм ҡыҫҡа ғына һалҡын йәй хас. Йыш ҡына аҙналарға һуҙылған бурандар була. Һәр ваҡыт тиерлек көслө ел иҫә.

Таймыр ярымутрауында глейлы тупраҡ, тундра һәм арктик тупраҡ өҫтөнлөк итә. Таймыр мәңгелек туңлыҡ зонаһына ҡарай. Таймырҙағы иң түбән температура Гремяк . Имангде тигән урындарҙа теркәлә — 62 °C.

Ярымутрауҙың иң төньяҡ нөктәһендә — Челюскин морононында — уртаса йыллыҡ һауа температураһы −14,5 °C, уртаса ғинуар температураһы −28,2 °C, июльдә +1,4 °C, абсолют минимум температура −48,8 °C.

Шуға ярашлы, Дудинкала уртаса температура : −9,4 °C; −26,8 °C; +13,8 °C, абсолют минимум температура −56,1 градус.

Хатангала: −12,4 °C; −31,5 °C; +12,5 °C, температураһының абсолют минимумы −59 °C.

Яуым-төшөмдең иң күбе йәйгә тура килә. Йәйгеһен төньяҡ ел өҫтөнлөк итә ,ә ҡышҡыһын — көньяҡ елдәре.

Күп кенә атлантик циклондар Таймырҙа тамамлана, шуға был төбәкте йыш ҡына циклондар зыяраты тип атайҙар.

Ярымутрауҙа ҡалалар юҡ. Иң яҡын ҡала — Талнах (Норильск районы) — көньяҡтараҡ урынлашҡан. Бөтә халыҡ, ә уларҙың дөйөм һаны биш меңдән ашмай, башлыса ауыл һәм ҡала тибындағы ҡасабаларҙа йәшәй.

Ярымутрауҙа урынлашҡан тораҡ пункттары : Диксон, Ҡарауыл, Воронцово, Усть-Авам, Байкаловск, Мунгуй һәм Усть-Порт. Ярымутрауҙа ташландыҡ биләмәләр күп. Улар башлыса Йәнәсәй ҡултығының көнбайыш яр буйында урынлашҡан. Шулай уҡ поляр станциялар һәм бер нисә метеорология (Стерлегов, Челюскин) станция ташландыҡ хәлдә.

Таймырҙың төньяҡ өлөшөндә бөтөнләй тиерлек лишайниктар юҡ. Мүкле тундра ла бик әҙ урын алған. Ҡыуаҡлыҡтарҙан бында вороника, ҡыҙыл көртмәле, багульник, ағуна (куропаточья трава) үләне үҫә.

Таймырҙың тундра уйһыуҙары мүк менән ҡапланған. Ә йәйҙәрен бында сәскәле үҫемлектәр, ә ҡайһы урындарында поляр тал ҡыуаҡлыҡтары осрай.

Төньяғында үлән ҡатламы бик ярлы, әммә көньяҡта үлән мул була. Бында ҡырҡбыуын, бажат, төлкөғойроҡ, поляр мәк осрай.

Таймырҙа иң ҡиммәтле һаналған жарки тигән(башҡа райондарҙа уларҙы ут тип тә йөрөтәләр) сәскәләр үҫә. Шулай уҡ, Таймыр ярымутрауы көньяҡ өлөшөндә тундра ҡыуаҡлыҡтарынан ерник үҫкән таллыҡтар бар.

Урманлы тундра ҡәҙимге тундранан көньяҡтараҡ урынлашҡан. Бында ағастар ер шарының башҡа ерҙәренә ҡарағанда төньяҡҡа нығыраҡ инеп киткән. һәм төньяҡ кинлектең 73°-на етә яҙа (Хатанга йылғаһы районы). Хатанга йылғаһы бассейнында төньяҡ кинлектең 68° -ан төньяҡтараҡ йылға үҙәндәрендә ҡарағас, Шыршы һәм ҡайындан торған урмандар үҫә. Ҡалынлығы метрҙан ашыу ағастар 20 метр бейеклеккә тиклем етә.

Урманлы тундра шарттарына яҡшы ҡулайлашҡан даур ҡарағасы алмаштырыу Пясина йылғаһы үренән көнсығышҡа ҡарай себер ҡарағасын алмаштыра. Һирәк ағаслыҡ барлыҡҡа килтереп һәм яңғыҙ ағас рәүешендә төньяҡ киңлектең 72°55’07» -на тиклем, түшәлмә (стланиковый) хәлендә 73°04’32"-ҡа тиклем себергә үтеп инә.

Урманлы тундрала ағастар ныҡ төшөнкө хәлдә. («криволесье»). Күп ағастарҙың башы ҡороған хәлдә. Күптәре ергә ятып үҫә (стланец).

Диңгеҙ кимәленән 300—350 метр юғарыраҡ тау тундраһы хакимлыҡ итә. Урман тундраһының ҙур майҙаны лишайниктар менән ҡапланған. Шул иҫәптән болан мүге менән. Ә болан мүге ҡыуаҡлыҡтар менән бер рәттән төньяҡ боланының төп аҙығы булып тора.

Хайуандар донъяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Аҡ айыу
Төньяҡ боланы

Таймырҙың хайуандар донъяһын төрлө йәнлектәр: аҫ, йөйкә (росомаха), һуҫар, аҡ төлкө, диңгеҙ яр буйҙарында — аҡ айыу һәм башҡалар, ҡоштарҙан: ҡаҙ, өйрәк, гагара, баклан, аҡ ағуна, поляр өкө, ыласын һ. б.) һәм балыҡ (алабалыҡ, бикре, бәрҙе, таймень һәм башҡалар тәшкил итә. Бында төп халыҡтың малсылыҡ нигеҙе булып торған төньяҡ боланы һәм ҡар һарығы (чубук, или снежный баран) тереклек итә. XX быуаттың 70 йылдар уртаһында бында һарыҡ-үгеҙҙәрҙе (овцебык) реакклиматизациялау буйынса эксперимент башлана. Был хайуандар Азияның төньяғында бер нисә мең йылдар элек юҡҡа сыҡҡан булған. 2012 йылда ҡайһы бер баһалар буйынса, бында 8 мең самаһы һарыҡ-үгеҙ иҫәпләнә[5].

Таймыр ярҙарын йыуыусы диңгеҙҙәрҙә тюленьңдәр (нерпа, диңгеҙ ҡуяны), морж һәм белуха тереклек итә.

.1948 йылда Щренк йылғаһынан алыҫ түгел (Түбәнге Таймыр ҡушылдығы) йәше 11500 йыл тирәһе булған мамонт һөлдәһе табыла. Табылдыҡҡа «Таймыр мамонты» тигән атама бирәләр.

Реки Таймыра, названные Константином Петровым

Таймырҙа ҡырыҫ климатына бәйле, оҙаҡ ваҡыт кеше йәшәмәй. Әммә аҙаҡҡы палеолит (45 тыс. лет назад) осоронда каргин боҙлоҡтары араһында (морской изотопной стадии (инг.)баш. (инг.)баш. МИС 3) ярыутрауҙа кешеләр йәшәгән. Был турала сопкаргин мамонтының һөлдәһендәге яра дәлилләй. Мамонттың сикә һөйәгендә тәүтормош һунарсыларының ауыр һөңгөһөнән йәрәхәт ҡалған.[6][7].

Хета йылғаһы бассейнына кешеләр беҙҙең эраға тиклем V—IV мең йыллыҡта Саханан (Яҡутстандан) киләләр. Улар төньяҡ боланын аулаусы мезолит һунарсылары була (Тагенар VI)[8].

Бында беҙҙең эраға тиклем III меңйыллыҡта байкит керамикаһы мәҙәниәте булған. Был мәҙәниәт Көнбайыш Себерҙән килеп сыҡҡан. Ундағы Подкаменная Тунгуска (Йәнәсәй йылғаһы ҡушылдығы) һәм Чулым (Обь бассейны) йылғалары буйын төйәк иткән халыҡ менән бәйле[9]

Беҙҙең эраға тиклем II мең йыллыҡта Таймырға көнсығыштан юкагирҙарға туғандаш ымыяхтах мәҙәниәте ҡәбиләләре үтеп инә.

Боронғо Усть-Половинка Норильсктан 100 км төньяҡтараҡ Половинка.йылғаһының тамағында урынлашҡан. Унда металлургия булғаны билдәле. Баҡыр Усть-Половинканан 50 километр көнбайыштараҡ туранан-тура ер өҫтөнән сығарылған. Ул Хараел платоһының (Еловая таш) төньяҡ битләүендә (Нориль мульда) табылған.

Усть-Половинканан алыҫ түгел күп ҡатламдарҙан торған уникаль IV-А Пясина ауылы археологтарҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә. Ҡаҙыныу барышында пясин һәм ымыяхтах мәҙәниәте ҡалдыҡтары табылған. иң тәүге тимер әйберҙәр табылған. XVIII быуатҡа ҡараған, Арктика өсөн иң иртә тимер әйберҙәр һәм иң камил аҡ ҡурғашлы бронза табылған.

Радиоуглерод иҫәпләүҙәр буйынса Таймырҙағы пясин металлургия мәҙәниәте беҙҙең эраға тиклем IX—IV быуаттар арауығына тура килә.

Тарихи дәүерҙә йәшәй ярымутрауҙың көньяҡ-көнсығышында юкагирҙарҙың иң көнбайыш ҡәбиләләрән булған — тавги (самодийҙар тарафынан ассимилицияланған һәм нганасандар составына ингән) йәшәгән.

Дюна III көнбайыш таймыр торағы материалдары нигеҙендә (IX—XII быуат) Л. П. Хлобыстин вожпай мәҙәниәтен айырып күрһәтә.

Нганасадарҙың Таймырҙа самодий этносы булып ба ойошоуы XVII быуаттың икенсе яртыһы— XVIII быуаттың башына тура килә. Улар составына сығышы буйынса төрлө ҡәбилә төркөмдәре инә (самоядь пясид, курак, тидирис, тавги һәм башҡалар). Нганасандар болан егеп Таймыр ярымутрауы төпкөлөнән күсеп йәйләр булған. Ә ҡышын себер тайгаһының төньяҡ сигенә чумаларын ҡуйғандар.

Был 19401941 йылдарҙа «Норд» совет гидрографик судноһы экспедицияһы Фаддей утрауҙарҙарында һәм Таймыр ярымутрауы көнсығыш яр буйындағы Симс диңгеҙ ҡултығында урыҫ ергиҙәрҙәренең ҡышлағын, кеше ҡалдыҡтарын һәм XVII быуатҡа ҡараған әйберҙәр таба. Улар араһында, башҡа пищаль һәм баҡыр ҡаҙандар, батша Михаил Федорович заманынан тәңкәләр табыла. Улар араһында, шулай уҡ, славян хәрефтәр /менән яҙылған бысаҡ була. Археолог А. П. Окладников етәкселегендәге тикшеренеүҙәр 1618 йылда урыҫ диңгеҙселәре Таймыр ярымутрауы урап төньяҡ диңгеҙ юлы аша Лаптев диңгеҙенә[10][11] килеп сыҡҡандар тип һығымта яһарға мөмкинлек бирә.

Был 1956 йылда географик асыштары менән билдәле тарихсы һәм поляр тикшеренеүсе М. И. Белов хәбәрһеҙ юғалған экспедиция етәксеһе тип мангазей кешеһе Иван Толстоуховты.һанай.

Билдәле голланд географы Витсен Николаас 1692 йылда Амстердамда сыҡҡан «Төньяҡ һәм Көнсығыш Тартарий» тигән китабында (Европала Себер тураһындағы беренсе хеҙмәт) убыл наместнигыА. П. Головин мәғлүмәттәренә һылтанып, түбәндәгеләрҙе хәбәр итә: 1680-сы йылдарҙа Турухансктан Йәнәсәй түбәненән «диңгеҙгә 60 кеше сыға». Унан Лена йылғаһына сыға һәм « Боҙ» моронон урап үтә. Уларҙың береһе лә кире әйләнеп ҡайта алмай. Витсенға билдәле булыуынса, был сәйәхәттең етәксеһе « күренекле рус дворяндары улы Иван, Толстое Ухо була».

Тәреләге яҙыу Иван Толстоухов уны 1687 йылда ҡуйғанлығын күрһәтә.

Ҡултыҡтың төньяҡ өлөшөндә ҡышлаҡ төҙөй һәм унда тағы бер ҡыш үткәрә. Был ҡышлаҡты 1740 йылдың йәйендә Фёдор Минин табып, уны үҙе төҙөгән картала билдәләй. Петербург ҡалаһына Адмиралтейство -коллегияға ебәрә.

Урыҫ экспедицияһы әйберҙәре араһында «Акакий Муромец» исеме яҙылған бысаҡ табылыуы, Муромцевтарҙың береһелер тип фаразларға нигеҙ бирә. Сөнки 1680 йылдарҙа Йәнәсәй өйәҙе исемлегенән Муромцевтар серле рәүештә итеп юҡҡа сыҡҡан. Ә был ваҡытта Иван Толстоухов Таймырҙың төньяғына юл алған була. М. И. Белов раҫлауынса, Акакий Муромец Толстоухов менәнбергә барған һәм бергә һәләк булған[12][13].

1736 йылда Бөйөк Төньяк экспедициялары ваҡытында Василий Прончищев тарафынан ярымутрауҙың Хатанга ҡултығынан Фаддей ҡултығына тиклемкөнсығыш яр буйы тикшерелә. 17391741 йылдарҙа тәүге географик тикшеренеүҙәр һәм тасуирлама Харитон Лаптев тарафынан эшләнгән. Ул башлап ярымутрауҙың тәүге аныҡ картаһын төҙөй. 1741 йылда Семён Челюскин ярымутрауҙың көнсығыш яр буйҙарын тикшереүҙәрҙе дауам итә. 1742 йылда Таймырҙың иң төньяҡ нөктәһе аса. Аҙаҡ был морон уның исемен ала — Челюскин мороно тип атала.

Шулай уҡ, Таймыр ярымутрауын тәрән ғилми өйрәнеү һәм һүрәтләүгә рәсәй тикшенеүсеһе Миддендорф үҙ өлөшөн индерә. Таймырҙа Н.Н. Урванец топографик һәм геологик тикшеренеүҙәр үткәрә.

XX быуаттың утыҙынсы йылдарында ярымутрауҙың төньяҡ өлөшөн тикшереүгә Иван Папаниндың арҡаҙашы (фекерҙәше), сыуаш геодезисы поляр тикшереүсе Константин Петров үҙ өлөшөн индерә. Таймырҙа ул бер нисә йылғаны һәм ярымутрауҙарҙы асып, уларҙы картаға индерә. Уларға үҙ телендә уның атамалар бирә[14][15].

Экспедиция на Таймыре на 2 судах воздушной подушке Хивус-10 в апреле 2013 года
  1. 1,0 1,1 GEOnet Names Server — 2018.
  2. «Таймыр» // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978. — Большая советская энциклопедия
  3. Названия важнейших физико-географических объектов на земной поверхности, освоенной людьми. Архивировано 16 июнь 2009 года. 2009 йыл 16 июнь архивланған.
  4. Анна с Лесной реки. Архивировано 31 май 2012 года.
  5. Численность арктических овцебыков в РФ за 40 лет выросла в тысячу раз
  6. Early human presence in the Arctic: Evidence from 45,000-year-old mammoth remains, 2016
  7. Археологи: люди жили в Арктике уже 45 тыс. лет назад
  8. Тагенар VI
  9. Леонид Хлобыстин, Бронзовый век Таймыра. vokrugsveta.ru 1986 г.
  10. Обручев С. В. Таинственные истории 2016 йыл 7 май архивланған..
  11. Л. М. Свердлов Знаменитый мореход или поручик Киже в Арктике?
  12. Белов М. И.: «По следам полярных экспедиций».
  13. Поморские мореходы.
  14. Терентьев А. И. Гл. 8. Зодчие Чебоксар // Чебоксары и Чебоксарцы. Записки краеведа. — Чебоксары: Чувашское книжное издательство, 2001.
  15. Терентьев А. И. Гл. 2. Шупашкар — Чебоксары. Ч. 2. // Чебоксары и Чебоксарцы. Записки краеведа. — Чебоксары: Чувашское книжное издательство, 2001.
  • Белов М. И. По следам полярных экспедиций. — Л.: Гидрометеоиздат, 1977. — 144 с.: ил.
  • Бычков А. А. «Исконно русская земля Сибирь». — М.: Олимп: АСТ: Астрель, 2006. — 318 с. — ISBN 5-271-14047-4
  • Дьяконов М. А. Путешествия в полярные страны. — Л.: Изд-во Всесоюзного Арктического ин-та, 1933. — 208 с. — (Полярная библиотека).
  • Дьяконов М. А. История экспедиций в полярные страны. — Архангельск: Архангельское обл. изд-во, 1938. — 487 с.
  • Никитин Н. И. Сибирская эпопея XVII века: Начало освоения Сибири русскими людьми. — М.: Наука, 1987. — 173 с.
  • Никитин Н. И. Освоение русскими Сибири в XVII веке. — М.: Просвещение, 1990. — 144 с. — ISBN 5-09-002832-X
  • Обручев С. В. Таинственные истории. — М. Мысль, 1973. — 108 с.
  • Пасецкий В. М.. Арктические путешествия россиян. — М.: Мысль, 1974. — 230 с.: ил.
  • Пасецкий В. М. Русские открытия в Арктике. — Часть 1. — СПб.: Адмиралтейство, 2000. — 606 с.: ил. — (Золотое наследие России).
  • Урванцев Н. Н. Таймыр — край мой северный. — М.: Мысль, 1978. — 239 с.