Юкагирҙар
Үҙ атамаһы |
деткиль, одул, ваду, алаи |
---|---|
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
Барлығы: ▲ 1600 тиклем кеше
| |
Тел | |
Дин |
православие, шаманлыҡ, анимизм |
Юкаги́рҙар (үҙ атамаһы деткиль, одул, ваду, алаи) — көнсығыш себер халҡы. Төньяҡ-көнсығыш Себерҙең бик боронғо төп халҡы (абориген) булып тора.
«Юкагир» атамаһының килеп сығышы билдәһеҙ. Бәлки, был исем халыҡҡа урыҫтар тарафынан бирелгәндер. Эвенктар (тунгустар) аша бирелеүе лә бик мөмкин. XX быуаттан был атама рәсми төҫ ала.
Электән килгән кәсептәре — балыҡсылыҡ (йылым ярҙамында), болансылыҡ, ҡырағай боландарға һунар, екке эттәр көтөү.
Һаны һәм таралып урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2002 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу буйынса юкагирҙар 1509 кеше булған.
Халыҡтың төп өлөшө Колыма йылғаһы бассейнында, Саха Республикаһына тура килгән (1097 кеше).
Чукот автономиялы округында — 185 кеше, Магадан өлкәһендә 79 кеше йәшәгән[2].
Новосибирск өлкәһендә 2013 йылдағы иҫәп буйынса бер кеше булған.[3]
Саха Республикаһында юкагирҙарҙың төп тупланышы «Олёринский Суктул» Түбәнге Колыма улусына тура килә.
Юкагирҙарҙың тораҡтарҙағы һаны (2002 йыл)[4]
- Андрюшкино ауылы 197
- Якутск ҡалаһы 189
- Нелемное ауылы 181
Рәсәйҙә юкагирҙҙарҙың йылдар буйынса иҫәбе:
Тел
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юкагирҙар ырыуҙарға бүленеп йәшәгән. Ырыуҙар араһында иң эреләре ходынецтар, анаулдар, чуванецтар. Һуңғылары бөтөнләй ассимиляцияланған һәм урыҫ теленә күскән.
Юкагир теле төньяҡ юкагир (тундра) һәм көньяҡ юкагир (колыма) теленә бүленә. Улар Урал-юкагир ғәиләһенә йәки йомоҡ юкагир ғәиләһенә ҡарай. 2002 йылғы иҫәп буйынса Сахалағы 1097 юкагирҙың 310-һе генә үҙ телен белә (28 %). Саха телендә 630 кеше һөйләшә (57 %). Урыҫ телен белеүселәр — 1046 кеше (95 %)[5].
Йомоҡ (палеосебер) телендә һәм эргә-тирәләге ҡәбиләләрҙән айырымланыу сәбәпле, генетик яҡтан да йомоҡ (изолят) халыҡ булып торалар.
Антропологик ҡылыҡһырламаһы буйынса эргәләге генә күршеләре тунгусовтарҙан айырылалар. Антропологтар фекеренсә, поляр яны Себерендәге автохтон халыҡтың боронғо ҡатламы булып торалар.[6].
Б. э. тиклем VII быуатта юкагирҙар Йәнәсәй йылғаһынан көнсығыштараҡ һәм Саянда йәшәгән. Урал телен йөрөтөүсе (финдар, самодийецтар) менән бер бөтөндө тәшкил иткәндәр. А. П. Окладников неолит осорона тура килгән Якутияның мәҙәниәте юкагирҙарҙың ата-бабаларыныҡы булған тип бара. Шул уҡ фекерҙе күренекле совет тикшеренеүселәре М. Г. Левин, И. С. Гурвич, Ю. Б. Симченко яҡлап сығыш яһайҙар[7]
XVII быуатта юкагир ырыуҙары (алайҙар, анаулдар, когимэ, лавренейтар, олюбенецтар, омоктар, онондалар, ходынецтар, хоромойҙар, чуванецтар, шоромба, янга, яндинецтар) урыҫ баҫып алғанға тиклем Лена йылғаһынан Анадырь йылғаһы тамағына тиклем араны биләгәндәр.
Юкагир ҡәбиләләре берҙәм этно-мәҙәни берлекте тәшкил итһәләр ҙә, бер-береһенән ныҡ айырылып торған ике диалектта һөйләшкәндәр — төньяҡ (тундра) һәм көньяҡ (тайга) телдәрендә.
XVII-XIX быуаттарҙа юкагирҙарҙың һаны эпидемиялар, үҙ-ара ниғаздар һөҙөмтәһендә ныҡ ҡыҫҡара. Уларҙың бер өлөшө сахалар, эвендар, урыҫтар, коряктар һәм чукчалар тарафынан йотола. Тик Колыма бассейынында, ареалдың үҙәгендәге әҙ генә өлөшө һаҡланып ҡала алған.
1897 йылда 754, 1970 йылда 600 тирәһе юкагир булған. Аҙаҡ һаны яйлап арта башлаған.
Юкагирҙар оҙаҡ ҡына матрилокаль никахты (ҡатын яғында йәшәү) һаҡлап килгәндәр.
XIX быуатта урыҫтар христиан динен урынлаштырһалар ҙа, юкагирҙар ырыу шамандарын һаҡлап ҡалғандар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Национальный состав населения Российской Федерации согласно переписи населения 2010 года 2021 йыл 23 декабрь архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Всероссийская перепись населения 2002 года . Дата обращения: 24 декабрь 2009. Архивировано 21 август 2011 года. 2008 йыл 2 февраль архивланған.
- ↑ В Новосибирской области нашелся один юкагир
- ↑ http://std.gmcrosstata.ru/webapi/opendatabase?id=vpn2002_pert 2019 йыл 12 июль архивланған. База микроданных Всероссийской переписи населения 2002 года
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 г. Владение языками народов субъектов РФ(недоступная ссылка)
- ↑ Володько Н. В. АНАЛИЗ ИЗМЕНЧИВОСТИ МИТОХОНДРИАЛЬНЫХ ДНК ЮКАГИРОВ — КОРЕННЫХ ЖИТЕЛЕЙ ПОЛЯРНОЙ СИБИРИ 2014 йыл 16 ғинуар архивланған., Новосибирск, 2008 — дисс. на соискание уч. степени к.б.н. по спец 03.00.15 — генетика, С.30
- ↑ Памятники
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юкагирҙар Викимилектә |
- Гурвич И. С. Этническая история северо-востока Сибири. М., 1966 год.
- Латкин Н. В. Юкагиры // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Народы России: живописный альбом, Санкт-Петербург, типография Товарищества «Общественная Польза», 3 декабря 1877, ст. 517
- Юкагиры // Сибирь. Атлас Азиатской России. — М.: Топ-книга, Феория, Дизайн. Информация. Картография, 2007. — 664 с. — ISBN 5-287-00413-3.
- Юкагиры (историко-этнографический очерк). Отв. ред. А. П. Окладников. М.: Наука, 1975.
- Юкагиры // Народы России. Атлас культур и религий. — М.: Дизайн. Информация. Картография, 2010. — 320 с. — ISBN 978-5-287-00718-8.
- Туголуков В. А. Кто вы, юкагиры? М.: Наука, 1979. — 152с.
- Документы по истории колымских юкагиров в середине 1660-х гг.