Талипов Нәжип Талип улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Талипов Нәжип Талип улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1912
Тыуған урыны Мәүлит, Мәүлит ауыл советы, Мишкә районы
Вафат булған көнө 23 февраль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Вафат булған урыны Луганск өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы хәбәрһеҙ юғалған[d]

Талипов Нәжип Талип улы (1912 — 23 февраль 1943) — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец[1][2].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Талипов Нәжип Талип улы 1912 йылда Башҡорт АССР-ның Мишкә районы Мәүлит ауылында тыуған. Өйләнгән, тормош иптәше Зөбәржәт Мөхәмәтзыя ҡыҙы[3]

Хәрби юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҙыл Армия сафына Мишкә районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Данлыҡлы 112-се һанлы башҡорт кавалерия дивизияһына эләгә. Ул 60-сы ҡылыссылар гвардия кавалерия полкында хеҙмәт итә. 1943 йылдың февралендә Украинаның Луганск өлкәһе Юлино Ворошиловград станцияһы (хәҙерге Днепропетровск өлкәһе) янында рейдта ҡатнаша. Был рейд та күп кенә ҡыҙылармеецтар хәбәрһеҙ юғала. Улар араһында Талипов Нәжип Талип улы ла була[4]. Башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштороусы, уның командиры Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы ла ошо ҡаты бәрелештә һәләк була. 1943 йылдың 23 февраленән хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегенә индерелә[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]