Тверь дәүләт медицина университеты
Тверь дәүләт медицина университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1954 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Калининский медицинский институт һәм Тверская государственная медицинская академия |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Тверь |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы[1] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | tvergma.ru |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Тверского государственного медицинского университета[d] |
Тверь дәүләт медицина университеты Викимилектә |
Тверь дәүләт медицина университеты (ТверьДМУ) — Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Тверь ҡалаһында урынлашҡан юғары белем биреү федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы «Тверь дәүләт медицина университеты».
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920 йылда Петроградта йәмәғәт теш дауалау институты булдырыла. 1927 йылда ул Ленинград ғилми-ғәмәли стоматология институты, ә 1935 йылда — Ленинград стоматология институты итеп үҙгәртелә. 1954 йылда ул Калинин ҡалаһына күсерелә, һәм уның базаһында Тверь дәүләт медицина академияһы барлыҡҡа килә[2]. 2015 йылдың мартында академия университет итеп үҙгәртелә[3] һәм вуз Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының юғары белем биреү федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы «Тверь дәүләт медицина университеты» тип атала башлай.
Ректоры — Чичановская Леся Васильевна. 2011 йыл мәғлүмәттәре буйынса академияла 479 уҡытыусы иҫәпләнә, шул иҫәптән 55 профессор һәм 149 доцент[4].
Белем биреү эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Рәсәй мәғарифы» федераль порталы мәғлүмәттәре буйынса, 2011 йылда университетта көндөҙгө бүлектә 2636 студент һәм ситтән тороп уҡыусы 304 студент иҫәпләнә[4]. Университетта дауалау эше, педиатрия, стоматология, фармация, шәфҡәт туташтары хеҙмәте һөнәрҙәре буйынса әҙерлек тормошҡа ашырыла[5].
Халыҡ-ара эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Университет күп кенә сит ил уҡыу йорттары һәм ғилми ойошмалары, шулай уҡ халыҡ-ара ойошмалар менән бәйләнеш тота. Түбәндәге йүнәлештәр буйынса һиҙелерлек уңышҡа ирешелә:
- эндоскопик хирургия буйынса Рәсәй-Германия фәнни-уҡытыу-ғәмәли үҙәге ойоштороу (госпиталь хирургияһы кафедраһы);
- офтальмологияла заманса инновацион технологиялар буйынса Рәсәй-Германия үҙәген төҙөү (күҙ ауырыуҙары кафедраһы);
- немец коллегалары менән бергә молекуляр генетика лабораторияһы ойоштороу (дөйөм патология кафедраһы);
- балалар кардиологияһы өлкәһендә Рәсәй-Германия фәнни программа (педиатрия факультетында педиатрия кафедраһы);
- ТверьДМУ-ның Саар университеты янындағы вәкиллеген асыу (Германия);
- «Байкон» (АҠШ) медицина үҙәге менән денталь имплантология буйынса бүлек булдырыу буйынса берлектәге проект.
ТверьДМУ сит илдәрҙең Саар Ере Университеты (Германия), Вадодар ҡалаһы Университеты (Һиндостан), Люблин ҡалаһы медицина академияһы (Польша), Рәсәй Халыҡ-ара белем биреү үҙәге (Һиндостан), Рәсәй белем биреү үҙәге (Шри-Ланка), "Байкон"медицина үҙәге (АҠШ) кеүек ойошмалар менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәре урынлаштырған.
Сит илдәр өсөн медицина белгестәре әҙерләү ТверьДМУ-ның халыҡ-ара эшмәкәрлегенең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. 1962 йылдан башлап донъяның 56 иленән студенттар, ординаторҙар, аспиранттар, клиник белгестәр ТверьДМУ-ла белем ала. Әлеге ваҡытта бөтә студенттарҙың ¼ өлөшөн сит ил граждандары тәшкил итә. 2001 йылдан алып уҡыу инглиз телен ҡулланып алып барыла.
Рейтингы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһының заказы буйынса «Социаль навигатор» проекты сиктәрендә «Юғары иҡтисад мәктәбе» Милли тикшеренеү университетының һәм «Новости» Рәсәй мәғлүмәт агентлығының берлектә бойондороҡһоҙ баһалауы буйынса, Тверь медицина университетының сайты абитуриенттар өсөн асыҡ һәм үтә күренмәле сайттар төркөмөнә инә (мониторинг 2013, 2012, 2011 һәм 2010 йыл).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ Архивированная копия . Дата обращения: 2 апрель 2009. Архивировано 29 июль 2007 года. 2007 йыл 29 июль архивланған.
- ↑ Приказ №96 от 11 марта 2015 "О внесении изменений в устав ГБОУ ВПО Тверская ГМА Минздрава РФ" о переименовании ВУЗа в "ГБОУ ВПО Тверской государственный медицинский университет Минздрава РФ" .
- ↑ 4,0 4,1 Тверская государственная медицинская академия. Общая информация
- ↑ Тверская государственная медицинская академия. Общая информация