Тимофеев Пётр Васильевич
Тимофеев Пётр Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 25 июнь (8 июль) 1902 |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 18 ноябрь 1982 (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Головино зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | Электроника |
Эш урыны | Всероссийский электротехнический институт[d] |
Уҡыу йорто | Мәскәү университетының физика-математика факультеты |
Ғилми исеме | профессор[d] һәм РФА ағза-корреспонденты[d] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Ойошма ағзаһы | СССР Фәндәр академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Петр Васильевич Тимофеев (1902—1982) — электроника һәм вакуум техникаһы өлкәһендә совет ғалимы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]П. В. Тимофеев 1902 йылдың 12 (25) июнендә Мәскәүҙә тыуған. 1925 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын тамамлай. Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү юғары техник училищела (1925—1928), МДУ-ла (1926—1941), Мәскәү энергетика институтында (1933—1941), Н. Е. Жуковский исемендәге хәрби-һауа инженер академияһы>нда (1945—1948) уҡыта. 1935 йылдан — профессор. 1928 йылдан Бөтә Рәсәй электротехника институтында эшләй. СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1953).
П. В. Тимофеев 1982 йылдың 18 ноябрендә вафат була. Мәскәүҙә Головино зыяратында ерләнгән.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төп хеҙмәттәре киноны тауышландырыу өсөн фотоэлектрик ҡоролмаларҙы, икенсел электрон эмиссияны, газдарҙа зарядһыҙлаеыуҙы тикшеренеү һәм электрон оптика буйынса. Бер нисә фотоэлемент, электрон күбәйткестәр, электрон лампалар һәм электрон-оптик үҙгәрткестәр эшләй. 1933—1936 йылдарҙа тапшырыусы телевизион электрон көпшәләр, шул иҫәптән супериконоскоп, шулай уҡ башҡа электрон-оптик ҡоролмалар уйлап таба. Тауышлы кино, телевидение һәм автоматика өсөн көсәйткестәр һәм фотоэлементтар эшләүҙә ҡатнаша. Оборона сәнәғәте өсөн инфраҡыҙыл техник приборҙар серияһын эшләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1946) — яңы төр оптик приборҙар булдырғаны өсөн
- Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1951) — яңы оптик приборҙар булдырғаны өсөн.
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (13.10.1982)
- Ленин ордены (13.10.1982)
- дүрт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (16.05.1947; 02.06.1952; 19.07.1962; 17.09.1975)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (21.01.1944)
- «Почёт Билдәһе» ордены (21.04.1939)
- миҙалдар
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1947)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тимофеев Пётр Васильевич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Кинословарь в 2-х томах, М., «Советская энциклопедия», 1966—1970
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль Петра Васильевича Тимофеева РФА рәсми сайтында
- Тимофеев Пётр Васильевич // Московская энциклопедия. / Гл. ред. С. О. Шмидт. — М., 2007—2014. — Т. I. Лица Москвы: [в 6 кн.].
- 8 июлдә тыуғандар
- 1902 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 18 ноябрҙә вафат булғандар
- 1982 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәрҙәре
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 30 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Сталин премияһы лауреаттары
- СССР ФА мөхбир ағзалары
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- МДУ-ның физика-математика факультетын тамамлаусылар