Ток-писин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ток-писин
Үҙатама:

Tok Pisin

Илдәр:

Папуа — Яңы Гвинея Папуа — Яңы Гвинея

Рәсми тел:

Папуа — Яңы Гвинея Папуа — Яңы Гвинея

Һөйләшеүселәр һаны:

3—4 млн

Классификация
Категория:

Креоль телдәре һәм пиджин

инглиз теле нигеҙендә креоль теле

Имлә:

латиница

Тел коды
ГОСТ 7.75–97:

акп 046

ISO 639-1:

ISO 639-2:

tpi

ISO 639-3:

tpi

Ҡарағыҙ: Проект:Лингвистика

Ток-писин (төп исеме Tok Pisin) − Папуа-Яңы Гвинеяла таралған креол теле. Был илдең рәсми теле булып тора. Ток-писин — Папуа-Яңы Гвинеяла киң таралған һәм был илдәге 700-ҙән артыҡ телдә һөйләшкән халыҡ өсөн аралашыу теле булып тора.

Килеп сығышы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Квинсленд һәм башҡа плантацияларға Тын океан утрауҙарынан эшкә килгән төрлө телле халыҡтар ҡушылыуы нәтижәһендә барлыҡҡа килгән. Аралашыу нәтижәһендә инглиз теленә нигеҙләнгән пинжин формалашҡан. Был телдең лексикаһы плантацияла эшләгән немец, португал һәм австронезий телле эшселәрҙән дә өлөш алған. Инглиз теленә нигеҙләнгән пижин, Германияның Яңы Гвинеяһында ток-писин булараҡ үҫеш ала. Бында ток-писин немец телле юғары ҡатлам кешеләре менән һәм үҙ-ара аралашыу теленә әүрелә.

Рәсми статусы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Ток-писин киң мәғлүмәт сараларында һәм хөкүмәт органдарында рәсми тел булараҡ ҡулланыла, әммә инглиз теленән ҡалыша. Ток-писин теле башланғыс белем дәрәжәһендә уҡытыла.

Региональ төрлөлөгө[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Папуа-Яңы Гвинеяның төрлө төбәктәрендә ток-писин теленең лексикаһы һәм грамматикаһы айырыла. Яңы Гвинеяның бейе таулы төбәктәре теле,төньяҡ яр буйы һәм Яңы Гвинея утрауҙары теленән айырыла.