Тоҡомбәтов Сәйфулла Ғүмәр улы
Тоҡомбәтов Сәйфулла Ғүмәр улы | |
Вафат булған көнө | |
---|---|
Подданлығы | |
Тоҡомбәтов Сәйфулла Ғүмәр улы (? — 1853 йыл) — ғалим. Ғәрәп-фарсы телдәре буйынса кандидат (1849). Башҡорттарҙан тәүгеләрҙән булып телдәр буйынса кандидат ғилми дәрәжәһенә эйә була[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тоҡомбәтов Сәйфулла Ғүмәр улының ҡайҙа тыуыуы билдәһеҙ. Ф. М. Сөләймәнов мәғлүмәттәре буйынса, Тоҡомбәтовтар нәҫеле сығышы менән Ырымбур өйәҙе (хәҙерге Башҡортостандың Ейәнсура районы) Ҡужанаҡ ауылынан булыуы мөмкин[1]. Атаһы — есаул Ғүмәр Тоҡомбәтов 1828—1829 йылдарҙа 9-сы башҡорт кантоны башлығы булып хеҙмәт итә. Һуңынан ғәскәри старшина чинына, шәхси дворян титулына лайыҡ була.
Сәйфулла Тоҡомбәтов башта Ырымбур хәрби училищеһында, ә 1836 йылдан Ҡазан ҡалаһының 1-се гимназияһында белем ала. 1843—1847 йылдарҙа Ҡазан Император университеты фәлсәфә факультетының ғәрәп-фарсы телдәре бүлегендә уҡый һәм тик «бишле» билдәләре менән тамамлай.
1849 йылдың мартында ғәрәп-фарсы телдәре буйынса кандидат ғилми дәрәжәһенә лайыҡ була һәм диплом ала.
Башҡорт ғәскәре канцелярияһында бүлек башлығының ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Баш ауыртыуы һөҙөмтәһендә тома һуҡырая.
1853 йылда вафат булған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Сулейманов Ф. М., Утягулов Р. И. Азаматы Сакмары и Яика: Юго-восточный Башкортостан в войнах России против наполеоновской Франции. — Сибай, 2012. — С. 61-62. — 133 с. — ISBN 978-5-905062-33-9.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ильясова А. Я. История башкирского дворянства. — Уфа: Китап, 2015. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06335-0.
- Әсфәндиәров Ә. З. Олатайҙарҙың бар тарихы... — Өфө: Китап, 1996. — 224 с. — ISBN 5-295-01672-2.