Туйкин Тәлғәт Кәбир улы
Тәлғәт Кәбир улы Туйкин | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Һамар губернаһы, Бөгөлмә өйәҙе, Зәй-Ҡаратай ауылы хәҙерге Татарстан Республикаһының Лениногорск районы |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны |
Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы |
Гражданлығы | |
Подданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
ауыл хужалығы эшмәкәре |
Атаһы |
Мөхәммәткәбир Кәрим улы Туйкин (1878—1938) |
Әсәһе |
Маһира Шакирйән ҡыҙы Туйкина (1889-1965) |
Тормош иптәше |
1) Сусанна Самойловна |
Наградалары һәм премиялары | |
Туйкин Тәлғәт Кәбир улы (24 ғинуар 1912 йыл — 2 май 1990 йыл) — ауыл хужалығы эшмәкәре, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1955 йылдан Башҡорт АССР-ының Матрайнда (хәҙерге Хәйбулла) районында яңы ойошторолған «Матрай» совхозы, 1960—1972 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең Цюрупа исемендәге һәм «Тепличный» совхоздары директоры. Ленин (1957), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм ике 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (?, 1985) ордендары кавалеры. Хәйбулла районының атҡаҙанған сиҙәмсеһе (1974).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәлғәт Кәбир улы Туйкин 1912 йылдың 24 ғинуарында Һамар губернаһы Бөгөлмә өйәҙе (хәҙерге Татарстан Республикаһының Лениногорск районы) Зәй-Ҡаратай ауылында тыуған. Башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе булған Туйкә батыр нәҫеленән. Яҙыусы Кәбир Туйкиндың улы.
1929—1931 йылдарҙа Татар АССР-ының «Уңыш» колхозының баҫыу бригадаһының бригадиры булып эшләй.
1936 йылда Ҡазан ауыл хужалығы институтын тамамлай.
1941 йылда Мәскәү ауыл хужалығы институтын тамамлай.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, күрһәткән батырлығы өсөн ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
1947 йылдан Бөрө, Бөгөлмә, Бәләбәй ауыл хужалығын механизациялау мәктәптәрендә уҡытыусы, директор булып эшләй.
1952 йылдан Өфөләге Урал етештереү идаралығы начальнигы вазифаһын башҡара.
1955 йылдан Башҡорт АССР-ы Матрай районында яңы ойошторолған Матрай совхозы директоры.
1960—1972 йылдарҙа Өфө районындағы Цюрупа исемендәге совхоздың теплица-парник комбинаты директоры, Башҡорт АССР-ы ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағында теплица хужалыҡтарын төҙөү буйынса прораб булып эшләй.
1990 йылдың 2 майында Өфө ҡалаһында вафат була, Өфө районының Николаевка ауылында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленин ордены (1957)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)
- Хәйбулла районының атҡаҙанған сиҙәмсеһе (1974)
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- миҙалдар
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы Өфө ауылында уның исеме менән урам аталған, был урамдың беренсе йортонда уға таҡтаташ ҡуйылған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хайбуллинская энциклопедия / гл. ред. Р. Х. Ибрагимов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 648 с. — ISBN 978-5-88185-243-6.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- День 24 января в разные годы. Официальный сайт Администрации городского округа город Уфа Республики Башкортостан (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 ғинуар 2022)
- 24 ғинуарҙа тыуғандар
- 1912 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Һамар губернаһында тыуғандар
- Лениногорск районында тыуғандар
- 2 майҙа вафат булғандар
- 1990 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Өфө районында ерләнгәндәр
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар