Тәйрүк нефть ятҡылығы
Тәйрүк нефть ятҡылығы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 160 метр |
Тәйрүк нефть ятҡылығы— Рәсәйҙәге иң мөһим нефть ятҡылыҡтарының береһе. 1968 йылда Башҡорт АССР-ы Ишембай районы Кинйәбулат ауылынан алыҫ түгел асылған. Ятҡылыҡтың исеме Ишембай районындағы Тәйрүк йылғаһы исеменә бәйле.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәҙәге иң мөһим нефть ятҡылыҡтарының береһе. Ул 1968 йылда Башҡорт АССР-ы Ишембай районы Кинйәбулат ауылы янында асылған. Ул 1932 йылда асылған Ишембай ятҡылығынан ун саҡрым тиерлек алыҫлыҡта ята.
Был ваҡытта донъяла нефткә һорау артыуы СССР нефть табыу сәнәғәтен үҫтереү өсөн мөһим этәргес булып тора, сөнки ил ул саҡта тәбиғи байлыҡтар иҫәбенә йәшәй тиергә лә була. Илдә етештерелгән продукция донъя кимәлендә танылыу тапмай, ғәмәлдә экспортҡа башлыса ҡаҙылма байлыҡтар һәм ҡорал ғына сығарыла. Совет хөкүмәте нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеүгә айырыуса ҙур иғтибар бүлә. 1968 йылда асылған Тәйрүк нефть ятҡылығы— шундай мөһим объекттарҙың береһе.
Был ятҡылыҡ әле лә"Башнефть" берләшмәһе тарафынан эшкәртелә. Әммә Тәйрүк ятҡылығындағы нефть запасы әҙәйә бара[1]. Хәҙерге ваҡытта Башҡортостандың Ишембай районындағы биш ятҡылыҡта нефть запасының әҙәйеүе күҙәтелә (Тәйрүк, Алаҡай, Ишембай, Көҫәпҡол, Цветаев). Был хәл Ишембай районы һәм ҡалаһы халыҡ мәшғүллеге үҙәге, урындағы властарҙы борсой, сөнки был ятҡылыҡтарҙа эшләгән хеҙмәткәрҙәргә эшһеҙлек янай.[2] 1990 йылдарҙан алып, Ишембай ҡалаһы һәм районында йәшәгән бик күп кеше (башлыса нефтселәр һәм нефть эшкәртеүселәр) Себер тарафтарына эшкә юлланды, уларҙың күпмелер өлөшө шул яҡтарҙа төпләнеп ҡалды.
Ишембай ҡалаһы һәм уның янындағы геологтар һәм нефтселәр ҡасабалары Башҡортостанда нефть ятҡылыҡтары табылып, эшкәртелә башлаған осорҙа барлыҡҡа килгән. Ҡалалағы иң тәүге урамдарҙың береһе Геологтар урамы тип атала. Был ҡасабаларҙа йорттар башта ваҡытлыса тип төҙөлә, ләкин бер аҙҙан улар үҫә башлай, бында капиталь төҙөлөш рөхсәт ителә. 1940 йылда Ишембайға ҡала статусы бирелә, унда төҙөлөш баштан уҡ махсус эшләнгән проект буйынса бара, бөтә ҡала инфраструктураһы булдырыла (бер йылда, 1937—1938 йй, хатта 17 мәктәп төҙөлә). Яҡын тирәләге ауыл халҡы: «Беҙгә ҡалаға барып тороу кәрәкмәне, ҡала үҙе беҙгә килде»,-тип һөйләр була.
Нефть ташыу өсөн Өфө-Ишембай (1934) тимер юлы, Ағиҙелдең һул яҡ ярында нефть эшкәртеү заводы (1933—1989) төҙөлә.
Үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Геология буйынса Шихан-Ишембай[3] тау араһындағы иң түбән нөктәһендә урынлашҡан (седловина). Был ятҡылыҡ «Тәйрүк тибы» тигән терминды барлыҡҡа килтерә (Урал алды сик бөгөлөшөнөң көньяҡ өлөшөндә көмбәҙ кеүек риф йыйырсыҡтары)[4].
Был пласт горизонты һәм йәше буйынса Арти-Һаҡмар һәм урта ташкүмер төрҙәренә бүлеп йөрөтөлә.
Тәйрүк ятҡылығы башҡаларҙан тик Арти ҡатламында (ярус) ҡом коллекторҙары осрауы менән айырылып тора[5] (Арти ҡатламында йыуылыу эҙемтәләре (размыв) күҙәтелә. Эзбизташ һәм доломиттар — аҡһыл-һоро, күкһел-һоро ангидрит кристалдары ҡатламлы[6]).
Арти-Һаҡмар горизонты 1021 метр тәрәнлектә ята, ҡатламдың ҡалынлығы 49 м. Тәүлек дебиты 2,7 мең м³.
Урта ташкүмер горизонты тәрәнлеге— 1138 метр, ҡатлам ҡалынлығы 140 м. Тәүлек дебиты 17 м³.
Был ятҡылыҡты эшкәртеүҙә профессор Камалетдинов Морат Абдулхаҡ улы ҡатнаша[7].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ГУ Центр занятости населения Ишимбайского района Республики Башкортостан — Общая информация 2010 йыл 6 декабрь архивланған.
- ↑ ГУ Центр занятости населения Ишимбайского района Республики Башкортостан 2010 йыл 6 декабрь архивланған.
- ↑ НЕФТЕГАЗОНОСНЫЙ КОМПЛЕКС(недоступная ссылка)
- ↑ Предуральский краевой прогиб.(недоступная ссылка)
- ↑ Сборник Н. Т. Четвёртый Уральский горнопромышленный съезд . Дата обращения: 4 апрель 2010. Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ Большая Энциклопедия Нефти Газа
- ↑ Геолог-нефтяник Мурат Абдулхакович Камалетдинов (к 80-ти летию со дня рождения) — Бурение и Нефть — журнал про газ и нефть
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нефтяные и газовые месторождения СССР в двух книгах.. /Под ред. п. с. Максимова. М: Ер.1987. 1-се т. 42 с., 65, 112, 219
Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 541. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.