Төркиә әҙәбиәте
Төркиә әҙәбиәте — Анатолия (йәғни Кесе Азия) территорияһында ижад ителгән әҙәби әҫәрҙәр, Төркиә мәҙәниәтенең бер өлөшө.
Башланғыс осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юғары синыф даирәһендә диван әҙәбиәте таралыу тапһа, ашуғ-саз әҙәбиәте халыҡтыҡы була, ул ижады һыҙаттарын һаҡлай һәм мистиклыҡ менән ислам догмалары йоғонтоһонан азат була[1]. Ошо бүленеш ике төп телле Сәлжүктәр дәүләте һәм Ғосман империяһы лингвистикаһында ла сағыла: ғәрәп теле — дин һәм ғилем, ғосман теле халыҡсан һөйләш теле булып иҫәпләнә.[2]
Халыҡ әҙәбиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уғыҙ ауыҙ-тел ижады эпостары араһында Ҡорҡот олата тураһында цикл, унан һуң Көруғлы тураһында дастандар, романтик хикәйәләр, Хужа Насретдин һәм хайуандар тураһында әкиәттәр һәм мәҫәлдәр, мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар, мани таҡмаҡтары, «төркүи кошма» (лирик) һәм «хулы ташлама» (трагик) йырҙары барлыҡҡа килә[3].
Диван шиғриәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғосман империяһының диван шиғриәте XIII—XV быуаттарҙа ғәрәп һәм фарсы әҙәбиәте өлгөһөндә хасил була. Тәүге әҫәрҙәр араһында фарсы теленән тәржемә ителгән шиғырҙар байтаҡ. Мәҙрәсә шәкерттәре Әхмәтидаи һәм Ғази Борханетдин тәүге диван шағирҙары була, улар башлыса дини тематикаға яҙа. Шағирҙар силлабик һәм силабик-тоник үлсәмле төрки дүрт юллыҡтары формалы, шулай уҡ ғәрәп-фарсы әҙәбиәтендәге аруз үлсәмендәге шиғырҙар ижад итә[4]. Төркиҙәр шулай уҡ мәснәүи, ҡасидә, ғәзәл кеүек шиғри формаларҙы ла үҙләштерә.
Диван шиғриәтенең күсеш осоронда (XV—XVI быуаттар) уның үҫешенә батша һарайы ҙур булышлыҡ күрһәтә. Проза барлыҡҡа килә. Проза әҫәрҙәрен Әхмәт паша, Нәджәти, Мәржимәк Әхмәт, Ашыҡ пашазадә, Синан паша кеүек авторҙар ижад итә. Диван шиғриәте сәскә атҡан осорҙа (XVI—XVIII быуаттар) ерле материал нигеҙендә классика тыуа, «Себк-и Хинди (төр.)баш. (төр.)баш.» (һинд стиле) кеүек яңы стилдәр барлыҡҡа килә. Был стилгә Фүзули, Баки, Бағдадлы Рухи, Йософ Нәби, Нәфи, Әхмәт Нәдим, шәйех Ғалиб, Әүлиә Челеби, Кәтиб Челеби, Наимә, Вәйси һәм Нәргиси кеүек авторҙар ҡарай[5].
Суфый әҙәбиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫке Анатолия әҙәбиәтенең тәүге әҫәрҙәре (XIII быуат уртаһы — XV быуат уртаһы) суфыйсылыҡҡа ҡарай. Әхмәт Факиһтың «Яҙмыш китабы» иң боронғо әҫәр тип иҫәпләнә. Уның уҡыусыһы Шәйад Хәмзә «Йософ менән Зөләйха» поэмаһын яҙа. Йәнә шағир Руми төрөк телендә бер нисә шиғыр ҡалдыра; уның традицияларын улы Солтан Вәләд дауам итә. Дәрүиш Йонос Имрә илһамлы гимн шиғырҙары менән билдәле була, шиғырҙарында фетнәсел ҡараштары сағыла. Суфый Ашыҡ пашаның «Ғарипнамә» мәснәүи поэмаһы тәүге иң күләмле әҫәр була.[6]
Милли әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVIII быуаттан ғосмандар көнбайыш цивилизацияһына әүҙем ылыға башлай. Әҙәбиәттә был осорҙоң башын «Тәржүмән-и Әхүәл» гәзитен (1860 йыл) нәшер итеү менән бәйләйҙәр. Был әҙәбиәт бер нисә осорға бүленә: конституция реформалары осоро, «сәрүәт-и фүнүн», «фәср-и ати», милли осор, республика осоро һәм хәҙерге осор.
Конституция реформалары осороноң билдәле яҙыусылары: Намыҡ Кәмал, Шинаси, Әхмәт Митхәт, Зия Паша, Мәхмүт Әкрәм, Абдулхаҡ Хәмит, Сами Пашазадә, Сезаи.
Сәрүәт-и фүнүн
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1891—1944 йылдарҙа Истанбулда Serveti fünun (Фәндәр байлығы) тигән әҙәби журнал сыға, «яңы әҙәбиәт» тыуҙырған һәм көнбайышҡа йөҙ тотҡан йәш әҙиптәр шуның тирәһендә йыйыла. Яҙыусыларҙан Тевфик Фикрет, Фаик Али, Халит Зыя Ушаклыгил, Мәхмәт Рәүеф, Сөләймән Нәзиф һәм шағирҙарҙан Мәхмүт Әкрәм Режаизадә, Джәнәб Шәһәбетдин айырыуса билдәле була. Журналда тәнҡит мәҡәләләре, тарихи шәхестәргә арналған эсселар, француз классикаһы тәржемәләре, яңы Европа шиғриәте, верлибр менән яҙылған төрөк шиғырҙары, Европа журналдарынан иллюстрациялар, М. Рәүефтең «Сентябрь» (Eylül), Х. Зияның «Ҡыйралған тормоштар» (Kırık hayatlar) романдары баҫыла.[7]
Фәжр-и ати
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Образованное 24 февраля 1910йылдың 24 февралендә барлыҡҡа килгән Fecr-i ati (Таң атыуы) беренсе әҙәби ойошмаһы 1912 йылға тиклем йәшәй. Йәмғиәт ағартыу маҡсаты менән эш итә. Уға егерме йәш яҙыусы инә: Әхмәт Самим, Әхмәт Хашим, Тахсин Нәхид, Жәләл Саһир, Рәфик Халид Ҡарай, Шәһәбетдин Сөләймән, Мәхмәт Бәхчәт, Мәхмәт Фуат Көпрүлүзадә, Мөфид Ратиб, Яҡуб Ҡәдри, Әмин Бүләнт Сәрдароғлу, Хәмдуллаһ Супхи Тәнреүбер, Яҡуб Ҡәдри Ҡараосманоғлу һәм башҡалар[8][9].
Милли осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Милли осорҙоң төп эшмәкәрҙәре: Өмәр Сәйфеттин, Мәхмәт Акиф Эрсой, Халидә Әдип Адывар, Решат Нури Гүнтекин.
Республика осоро һәм хәҙерге заман
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрөк Республикаһының иң билдәле яҙыусылары: Решат Нури Гүнтекин, Аҡа Гүндүз, Яҡуп Ҡәдри Ҡараосманоғлу, Пеями Сафа, феминист ҡатын Халидә Әдиб Адывар, Мәхмүт Йәсари, Осман Жәмал Ҡайғылы. Уларҙың ижадына социаль реализм, ысынбарлыҡты тәнҡитле ҡабул итеү, милли мотивтарҙы файҙаланыу һәм персонаждарҙың психологизмы хас.[10]
Назым Хикмәт Ран иң сағыу шағир булып таныла. Ул шиғырҙың «дизе» формаһынан баш тарта. Күп шағирҙар «хәджә» стиленә эйәрә, улар араһында — Әхмәт Хәмди Танпынар, Зия Осман Саба, Кәмалеттин Каму, Әхмәт Мөхип Дранас.
1940-сы йылдарҙа реализм йүнәлешен Жәүдәт Ҡүдрәт Солоҡ, Тарыҡ Буғра, Самим Коджагөз, Жәват Шакир Ҡабаағачлы, Оҡтай Аҡбал, Халдун Танер дауам итә.
1950-се йылдарҙан әҙәбиәткә ауыл темаһы инә. Был йүнәлештең иң билдәле әҫәрҙәре: Мәхмүт Макалдың «Беҙҙең ауыл», Факил Байҡорттоң «Йыландар үсе» әҫәрҙәре. Йәшәр Кәмал 1955 йылда Чуҡурова үҙәне тормошо тураһында «Ҡаҡса Мәмәд» романының беренсе томын баҫтыра. Был әҫәр яҙыусы Кәмал Таһирҙың яҙыу стиленә нигеҙ һала. Был йүнәлешкә Демир Өзлү, Фәрит Эдгү, Юсуф Атылған һәм Нәзихә Мерич ҡарай.
Сатира йүнәлеше Азиз Нәсин ижадында сағылыш таба. Ул ике тапҡыр «Алтын пальма» әҙәби наградаһына лайыҡ була һәм донъяла билдәлелек ала. Был жанрҙа шулай уҡ Мозаффәр Изгү менән Рыфат Ылғаз да таныла .
1960-сы һәм 1970-се йылдарҙа йәмғиәттәге ҙур үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә социаль-сәйәси темаларға иғтибар көсәйә. Яҙыусылар Осман Атилла, Явуз Бүләнт Бакиләр, Фәйзи Халыджи, Айхан Инал, Исмәт Өзел, Атаол Бәһрамоғлу, Һилми Явуз, Севги Сойсал, Четин Алтан, Адаләт Ағаоғлу, Тезер Өзлү, Пынар Күр, Сәлим Илери, Бәкир Йылдыз, Томрис Уйар һәм Айла Ҡотлу яңы әҙәби формалар табырға тырыша. 1980 йылда төрөк йәмғиәтенең сәйәсиләшеүҙән ҡотолоуы ғына төрөк һәм төрки тарихына иғтибар уята, был Мостафа Нәджати Сәпәтчиоғлу ижадында сағылыш таба[10].
Төркиәнең иң билдәле хәҙерге заман яҙыусыһы — Нобель премияһы лауреаты Орхан Памук[10].
Башҡа яҙыусыларҙан Йәшәр Нәби Наыр, Орхан Вәли Ҡаныҡ, Октай Рифат, Джаһит Көләби, Хөсәин Раһми Гөрпынар, Нәджәти Джумалы, Сәлим Илери ижады танылыу тапҡан[8].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Суфийская турецкая литература . stanbul.ru. Дата обращения: 13 ноябрь 2012. Архивировано 8 ғинуар 2013 года.
- ↑ Кемализм и лингвистика . Турция: История и современность. turkishlife.ru. Дата обращения: 13 ноябрь 2012. Архивировано 8 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 8 ғинуар архивланған.
- ↑ Турецкая литература . Онлайн-энциклопедия. Дата обращения: 13 ноябрь 2012. Архивировано 8 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 27 апрель архивланған.
- ↑ Гадимова Ш. И. У истоков турецкой письменной светской литературы «Диван»: «Кутадгу Билиг» Юсуфа Баласагуни . №2. Т.1. — С. 185-190. Молодой ученый (2011). Дата обращения: 13 ноябрь 2012. Архивировано 8 ғинуар 2013 года.
- ↑ В. С. Гарбузова. «Фе́джр и а́ти» . Краткая литературная энциклопедия. Дата обращения: 13 ноябрь 2012. Архивировано 8 ғинуар 2013 года.
- ↑ Турция: Литература//Большая Советская Энциклопедия
- ↑ Альманах современной науки и образования . № 7 (26). Грамота (2009). Дата обращения: 13 ноябрь 2012. Архивировано 8 ғинуар 2013 года.
- ↑ 8,0 8,1 Министерство культуры республики Турция. Турецкая литература . Посольство республики Турция в Узбекистане (2011). Дата обращения: 13 ноябрь 2012. Архивировано 8 ғинуар 2013 года. 2017 йыл 5 февраль архивланған.
- ↑ В. С. Гарбузова. «Фе́джр и а́ти» . Краткая литературная энциклопедия. Дата обращения: 13 ноябрь 2012. Архивировано 8 ғинуар 2013 года.
- ↑ 10,0 10,1 10,2 Турецкая литература . Новости Турции. Дата обращения: 13 ноябрь 2012.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Турецкая литература на рубеже XIX—XX веков
- [ Турция] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Т. Д. Меликли «История литературы Турции».- М., 2010
- Гениш Эйюн Турецкая литература: Биографии самых известных поэтов и писателей, направления их творчества и примеры произведений. М.: Издательство ЛКИ, 2008. — 464 с. ISBN 978-5-382-00442-6
- Кямилев Х. У истоков современной турецкой литературы. М., 1967.
- Алькаева Л. О. Очерки по истории турецкой литературы. М., 1959.