Углич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Углич
Флаг[d]
Нигеҙләү датаһы 937
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Угличский район[d]
Административ-территориаль берәмек Ярославль өлкәһе, Иванов сәнәғәт өлкәһе[d], Ярославль губернаһы[d], Ярославское наместничество[d] һәм Мәскәү губернаһы[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 32 057 кеше (1 ғинуар 2018)[1],
32 146 кеше (2017)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 120 метр
Майҙан 27 км²
Почта индексы 152610
Рәсми сайт goroduglich.ru
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1148
Урындағы телефон коды 48532
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Угличе[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Uglich[d]
Карта
 Углич Викимилектә

Углич — Рәсәй ҡалаһы Ярославль өлкәһенең Углич районының административ үҙәге, XIII—XV быуаттарҙа Углич кенәзлеге үҙәге. Халҡы — 32 146 кеше (2017 йыл).

Ҡала Волга йылғаһы ярында (Углич һыуһаҡлағысы) урынлашҡан, Мәскәүҙән 200 саҡрым төньяҡ-көнсығышта һәм Ярославлдән көнбайышҡа табан 97 км алыҫлыҡта урынлашҡан. «Алтын балдаҡтың» туристик үҙәге.

Углич- өлкә әһәмиәтендәге ҡала[3], Углич муниципаль районы сиктәрендә Углич муниципаль берәмеген ҡала биләмәһе статусы менән берҙән-бер тораҡ пунктын барлыҡҡа килтерә[4].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаланың исеме бында Волга йылғаһы мөйөш яһап аҡҡандан алынған. Бынан тыш, икенсе версия ла ихтимал: был урында ағас яғып күмер яһағандар.

Археологик тикшеренеү мәғлүмәттәре буйынса, яҡынса беҙҙең эраның башында Углич кремле биләмәһендә ҙур булмаған тораҡ тәнәфесһеҙ торған (V—vi быуаттарҙа).

Йылъяҙмалар күрһәтеүенсә, Углич ҡалаһына нигеҙ һалыусы «пскович», кенәз ҡатын Ольганың туғаны Ян Плесковитич булған. Бер нисә урындағы сығанаҡтарҙа ҡалаға нигеҙ (937, 947, 952 һәм башҡа йыл) йылдарҙа һалынған тип күрһәтелә. Традиция буйынса 937 йыл һайлап алынған. XIX быуатҡа тиклем ҡалала (хәҙер торлаҡ) «Яново яланы» тп аталған урын булған. Археологик ҡаҙыныуҙар һөҙөмтәһендә бында X быуатта скандинав феодал аҫабаһы йәшәгән тип фараз ителә.

XIV быуат башында Русь ҡалаларын Мәскәү кенәзе балаларына өлөш итеп (удел)бүлеп биргән. 1462—1492 йылда бында Андрей Большой кенәз булып торған. Ул идара иткән дәүерҙә ҡала ныҡ үҫә, унда бер нисә таш бина төҙөлә, шул иҫәптән — собор (яңынан төҙөлә. 1713 йылда), Покров монастыры (Угличта ГЭС төҙөгәндә емерелә) һәм удел кенәзе палатаһы ҡыҙыл кирбестән һалына (күркәм өлөшө һаҡланған). 1492 йылда Углич кенәзен һәм уның ике улын ағаһы Иван III Васильевич ҡулға ала һәм Переславский монастырына яба, Углич кенәзе шунда тиҙҙән вафат була. Ҡалала сыҡҡан ҙур янғын ҡаланы тулыһынса емерә.

1468 йыл тирәһендә ҡалаға Афанасий Никитин килә, ул үҙенең «Хожение за три моря» юлъяҙмаһында Углич тураһында яҙып ҡалдырған[5].

Иван Грозный идара иткән осорҙа ҡала уның ҡустыһы Юрий ҡулы аҫтында була. 1550—1551 йылдарҙа Углич урманында ағас ҡәлғә төҙөйҙәр һәм уны һүтелгән килеш Волга буйлап ҡамауҙа торған Ҡаҙанғаебәрәләр. Был ҡәлғә Свияжск ҡалаһына нигеҙ һала. 1565 йылда батша Иван Васильевич рус дәүләтен опричнина һәм земщинаға бүлгәндә ҡала земщина составына инә[6][7].

Иван Грозный үлгәндән һуң, 1584 йылда, уның кесе улы Дмитрий әсәһе менән бергә Углич ҡалаһына ебәрелә. Тарихтағы иң билдәле ваҡиға 1591 йылдың 15 майҙа була. Һигеҙ йәшлек малайҙы һарайҙа муйынын бысаҡ менән ҡырҡып үлтерелгән килеш табалар. Дмитрийҙың үлемендә батша булырға теләгән Борис Годуновты ғәйепле тип уйлайҙар. Угличтар дәүләт дьяктары Варфоломей Битяговскийҙы һәм Качаловты приказ йортон емереүҙә ғәйепләп, үлтерәләр. Бының өсөн 200-гә яҡын кешене Угличта язалайҙар, уларҙың телдәрен һәм ҡолаҡтарын ҡырҡып, Себергә оҙаталар. Үлгән батша улының әсәһен ирекһеҙләп монастырға ебәрәләр. Был ваҡиға хаҡында ентекләберәк ҡара. Углич эше.

1601 йылда Углич ҡалаһын Ксения Годунованың кейәүе була алмаған принц Густавҡа бирәләр. Поляктар болаһы ваҡытында Угличтың, йылъяҙмасының һүҙҙәренә ҡарағанда, әйләнәһе 25 саҡрым тәшкил иткән, унда 3 собор, 150 сиркәү һәм мәхәллә, 12 монастырь, яҡынса 40 000 000 кеше, 17 000 йорт ихатаһы торған.

Углич провинцияһы гербы (1730)

Бsk бола заманынан һуң Углич ныҡ бөлгәнлектн бик оҙаҡ аяҡҡа баҫа алмаған. Угличты тергеҙеүгә батша Михаил Романов тотонған: һалым льготалары индергән, емерелгән монастырҙарға яңы ерҙәр биргән, ҡалаға үҙидара биргән. Угличта. 1628 йылда поляк-литва интервенттарынан һәләк булғандар иҫтәлегенә Алексеевский монастырында Успение Пресвятой Богородицы ғибәҙәтханаһын төҙөйҙәр.

Ҡалала артбан да төрлө биналар, ҡорамдар төҙөлгән, унда тарих менән ҡыҙыҡһынған кешеләр булған. Ҡаланың артабанғы үҫешенә Антон Чеховтың энеһе Михаил Чехов ҙур өлөш индергән. Угличта М. Е. Салтыков-Щедрин, А. Н. Островский, В, А. Жуковский, И. Суриков, И. Грабарь, Н. Рерих һәм башҡа күп кенә яҙыусы, рәссам, артист, тарихсылар булып киткән[8].

1917 йылдың 12 декабрендә Угличта совет власы урынлаштырыла. 1921 йылдың яҙында ҡалала ҙур янғын булып, ҡала йөҙөн үҙгәртә. Был стихияға ҡала кешеләре ҡаршы тора алмай.[9]

1939 йылда Углич һыуһаҡлағысы төҙөлә. 1940 йылда Калязин — Углич тимер юл линияһы барлыҡҡа килә. 19351950 йылдарҙа Углич ГЭС-ы төҙөлә. 1941 йылда Углич фронт һыҙығындағы ҡала тип иғлан ителә, немец ғәскәрҙәре Калининға (хәҙерге Тверь) яҡынлаша. Ленинградтан балаларҙы Угличҡа эвакуациялайҙар, бында № 90 балалар йорто ойошторола, уның директоры Капустина Надежда Мартыновна була. Сәғәт заводы балалар йортона шефлыҡ ярҙамы күрһәтә.

Халыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ошибка Lua в package.lua на строке 80: module 'Модуль:Statistical/RUS-YAR' not found.2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала 481 Рәсәй Федерацияһының 1112[10] ҡалаһы араһында [11] 375-се урында була

Иҡтисад[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Глория» ҡул сәғәте, 1990 йыл. Углич сәғәт заводы «Аҡсарлаҡ». Рәсәй маркаһы 2010
Углич ГЭСы күренеше Спасский урамынан ҡарағанда

Иҫтәлекле урындар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Углич яры буйы. Быуа күренеше.
Кенәз палатаһындағы мейес (Углич тарихи-архитектура музейы)

Углич Рәсәйҙең алтын ҡулсаһы ҡалаларының береһе, унда туристар йыш килә. Ҡалала традицион урыҫ архитектураһы өлгөләре һаҡланып ҡалған.

Угличтың төп иҫтәлекле урындары:

  • Углич кремле Дмитрий на Крови сиркәүе менән (1692), Спас-Преображенск соборы (1713), ҡыңғырау манараһы (1730), батша улы Димитрий палаталары (1482) һ. б.
  • Свято-Воскресенский монастыры.
  • Богоявленский монастыры (1843—1853).
  • Алексеевский монастыры (1371) Успенский («Дивный») сиркәүе (1628).
  • Рождество Иоанна Предтечи сиркәүе (1689—1690).
  • Сауҙа майҙаны ансамбле — сауҙа рәттәре (1860), сауҙагәрҙәр йорто.

Музейҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡышҡы ҡала
Ҡазан сиркәүе кремль ҡаршыһында (1773)
Угличта Огнев тауы
Успенский майҙандан (ҡала) Теплоходта сәйәхәт менән Пристань Кремлдә был күренешкә менән майҙан успенский Туристар менән теплоходта

Туғанлашҡан ҡалалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  2. http://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  3. Ярославль өлкәһендә 2002 йылда 7 февраль n 12 закон-з «административ-территориаль ҡоролошо тураһында ярославль өлкәһе»
  4. Ярославль өлкәһе закондар 2004 йылдың 21 декабрендәге № 65-з «атамаһы тураһында, ярославль өлкәһе муниципаль берәмектәрҙең сиктәре һәм статустары»
  5. Афанасий Никитин өс диңгеҙ аръяғына Хожение. — Л., 1986. — 57. б.
  6. Сторожев В. Н. Земщина // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  7. Земщина 2017 йыл 2 февраль архивланған. // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  8. 8,0 8,1 8,2 Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  9. Начало советской власти в Угличе. 2019 йыл 29 март архивланған.
  10. с учётом городов Крыма
  11. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года. Таблица «31. Численность населения городов и пгт по федеральным округам и субъектам Российской Федерации на 1 января 2016 года». RAR-архив (1,0 Mб)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:^v