Узаков Аблакул Уразбай улы
Узаков Аблакул Уразбай улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 10 апрель 1922 |
Тыуған урыны | Самаркандская область[d] |
Вафат булған көнө | 26 июль 1955 (33 йәш) |
Вафат булған урыны | Самаркандская область[d], Үзбәк ССР-ы[d], СССР |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Узаков Аблакул Уразбай улы (10 апрель 1922 йыл — 26 июль 1955 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының эскадрон отделениеһы командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1922 йылдың 10 апрелендә хәҙерге Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд өлкәһе Ургутск районының Каратеп ҡышлағында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Үзбәк. 1940 йылдан КПСС ағзаһы. Үзбәк дәүләт университетында 3 курс тамамлай.
1941 йылдан Ҡыҙыл Армия сафында. 1941 йылдың декабрендә Өфөлә Үҙәк фронттың 61-се армияһының 7-се гвардия кавалерия корпусының 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы булараҡ ойошторолған 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкының 1-се эскадрон отделениеһы командиры, 1943 йылдың авгусынан хәрәкәттәге армияла.
62-се гвардия кавалерия полкының 1-се эскадроны отделениеһы командиры (Үҙәк фронт, 31-се армия, 7-се гвардия кавалерия корпусы, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы) гвардия сержанты Аблакул Узаков Днепрҙы аша сыҡҡанда Черниговтағы һуғыштарҙа айырылып тора. 1943 йылдың 19 сентябрендә Украинаның Чернигов өлкәһе Клоков ауылы эргәһендә Гитлер автоматсылары 1-се эскадронға алҡа хәрәкәт итергә мөмкинлек бирмәй. Гвардия сержанты Узаков шым ғына дошман позицияһына шыуышып килеп, дошман һалдаттарына граната ташлай һәм ут аса, 16-һын юҡ итә, өсөһөн әсиргә ала.
1943 йылдың 20 сентябрендә «1 Май» совхозы өсөн барған һуғышта ҡурҡыу белмәҫ гвардеец дошман пулеметына яҡын килеп, гратанталар ташлап, уны расчеты менән бергә юҡ итә. Шул уҡ көндө Черныш ауылында урамы һуғышында ҡыйыу яугир-кавалерист Гитлер автоматсыларын үҙенә яҡын ебәреп, дошмандың өс тиҫтә самаһы һалдатын юҡ итә.
1943 йылдың 28 сентябре төнөндә Аблакул Узаков Днепр йылғаһын аша сығып, 1-се эскадрондың йылға аша сығыуына ҡамасаулаған дошман пулеметын расчеты менән бергә юҡ итә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указы менән ҡаршы көрәштә командованиеның хәрби заданиеһын өлгөлө үтәгәне, күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Узаков Аблакул Уразбай улына «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә, Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 1665) тапшырыла.[1]
Шулай уҡ ул бихисап миҙалдар, шул иҫәптән «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Узаков Аблакул Уразбай улы . «Герои страны» сайты.
- Узаков Аблакул Уразбаевич . Республиканский музей боевой славы. Дата обращения: 30 сентябрь 2014. 2014 йыл 6 октябрь архивланған.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
- 10 апрелдә тыуғандар
- 1922 йылда тыуғандар
- Сәмәрҡәнд өлкәһендә тыуғандар
- 26 июлдә вафат булғандар
- 1955 йылда вафат булғандар
- Сәмәрҡәнд өлкәһендә вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- Днепр өсөн алышта ҡатнашыусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Советтар Союзы Геройҙары:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы